+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 11:50

Ил киләсәге өсөн һәр тауыш мөһим

761-се Амангилде һайлау участкаһында: ололар менән бер рәттән урта һәм йәш быуын вәкилдәре лә үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай. 

Ил киләсәге өсөн һәр тауыш мөһим
Ил киләсәге өсөн һәр тауыш мөһим

761-се Амангилде һайлау участкаһында 466 һайлаусы теркәлгән, улар араһынан 9 йәш кеше тәүге тапҡыр мөһим сарала ҡатнаша – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға үҙ тауышын бирә. Һайлау комиссияһы рәйесе Һылыу Шакирова белдереүенсә, тауыш биреү тыныс шарттарҙа бара, ололар менән бер рәттән урта һәм йәш быуын вәкилдәре лә үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн һаҡланыу саралары күҙәтелә: һайлаусыларҙың тән температураһы үлсәнелә, ҡулдары зараһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә, һәр кемгә айырым ручка һәм битлек бирелә. Әлеге ваҡытҡа 18 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: