Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетында 27 – 30 сентябрҙә эшлекле делегацияның Ҡаҙағстан Республикаһының Нурсолтан ҡалаһына сәфәренә әҙерлек мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булды.
Ҡаҙағстан Башҡортостан Республикаһы партнерҙарының тәүге тиҫтәһенә инә. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешендә ул өсөнсө урынды биләй. Былтыр тышҡы сауҙа әйләнеше 296,9 миллион доллар тәшкил иткән, экспорт 276,6 миллион доллар булған, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова.
Кәңәшмәлә эшлекле делегацияның күп тармаҡлы халыҡ-ара бизнес-миссия нигеҙендәге сәфәре программаһы, шулай уҡ урындағы эшҡыуарлыҡ һәм эшлекле даирәләр ҡатнашлығында профилле контрагенттар менән осрашыуҙарҙы ойоштороу буйынса фекер алыштылар.
Әйткәндәй, сәфәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указом менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.