-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 15:25

Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә

805-се Михайловка һайлау участкаһында ла һайлаусылар байтаҡ ҡына — исемлек буйынса уларҙың һаны 887. #выборыдепутатов2021

Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә
Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә

805-се Михайловка һайлау участкаһында ла һайлаусылар байтаҡ ҡына — исемлек буйынса уларҙың һаны 887. 19 сентябрь төшкө сәғәт 12-гә 39 процент үтәлеш булған. «Тәүге ике көндә кешеләр һирәкләп килде, кемдер эшкә барыр алдынан, кемдер эштән ҡайтҡас тауыш биреп сыҡты, комиссия ағзалары һәм бер күҙәтеүсе өйҙә һайларға теләгән 101 кешенең йортона барҙы, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Ләйсән Ғилажева. — Бөгөн тағы 21 кеше өйҙә һайлайым, тип мөрәжәғәт итте. Йәкшәмбе иртәнсәк Михайловкала йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтә башланы, бер-ике сәғәт эсендә участкаға 85 кеше килеп тауыш бирҙе. Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә. 17-һе үк беренсе булып Ишмырҙа Солтанов гражданлыҡ бурысын үтәне. Тәүгә һайлаусылар ҙа етерлек — улар беҙҙә 9 кеше. Йәштәр барыһы ла килде, үҙҙәре теләгән кандидаттар өсөн тауыштарын биргәс, иҫтәлекле бүләктәр алды».

Мәктәпкә ингән урында санитар талаптар үтәлеше күҙәтелә, ошонда уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлап, полиция хеҙмәткәре Рөстәм Әхмәтов тора. Комиссия ағзалары Гүзәл Вәлиева, Елена Осокина, Рәйсә Муллағәләмова, Вилегон Марина, Роза Ғәниева үҙ бурыстарын теүәл һәм ентекле башҡара.

Дәүләт хеҙмәттәр порталы аша ситтә һайлау хоҡуғы менән 14 кеше файҙаланған.

Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә
Һәр ваҡыттағыса ололар алдынғы рәттә
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: