Быйыл 1 сентябрҙән башлап Рәсәйҙә 14 – 22 йәшлек үҫмерҙәр һәм йәштәргә ҡағылған “Пушкин картаһы” программаһы эшләй башланы.
Ул – йәштәрҙе мәҙәни сараларға ылыҡтырыу сараһы. Электрон иҫәпкә дәүләт 3 мең һум аҡса күсерә. Был аҡсаға театрға, музейға, галереяға, концерт ойошмаларына, китапханаларға билет һатып алырға мөмкин.
Картаны “Дәүләт хеҙмәттәре” (“Госуслуги”) порталы аша юлларға кәрәк. Махсус картаға эйә булғас, “Госуслуги.Культура” мобиль ҡушымтаһын ҡуйырға һәм программаға әүҙем ҡушылып китергә мөмкин.
Илдә барған күпселек мәҙәни сараларҙы “Культура.РФ” порталында һәм “Госуслуги.Культура” ҡушымтаһында таба алаһығыҙ. Программала йәмғеһе 1500-ләп мәҙәниәт учреждениеһы ҡатнаша, улар араһында дәүләттекеләр ҙә, шәхси булғандары ла бар. Ил буйлап 10 меңләп ҡыҙыҡлы мәҙәни ваҡиға тәҡдим ителгән дә инде.
Шуныһы бар: “Пушкин картаһы” ярҙамында киноға йәки циркка билет алып булмай. Шулай уҡ һатылған билет исемле - уны дуҫыңа, әхирәтеңә йәки атай-әсәйеңә бүләк итеп булмай.
Картаға һалынған 3 мең һум йыл аҙағына тиклем тотоноп бөтөлмәһә, ул киләһе йылға күсмәй, ә яңы суммаға (2022 йылда - 5 мең һум) еткергәнсе тултырыла. Шулай булғас, театр йә музейға, йә концертҡа, йә күргәҙмәгә барыуҙы икенсе юлға ҡалдырмау хәйерле.
Түләп тә, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында сараға бара алмай ҡалған осраҡта, билетты кире тапшырғас, уның хаҡы картаға яңынан ҡайтарыла.