+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2022, 09:44

12 проект ППМИ-ла ҡатнаша

Ағымдағы йылда район буйынса 13 ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашһа, шуларҙан 12 проект конкурс процедураларын уңышлы үтте.

Ғөмүмән, Башҡортостан буйынса проектта ҡатнашыуға бөтәһе 707 миллион һумдан ашыу суммаға 699 ғариза белдерелһә, шуларҙың 310-ы (44 процент) конкурсты лайыҡлы үткән.

Шулай итеп, районда быйыл да ППМИ буйынса төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре гөрләйәсәк. Был проекттар социаль әһәмиәтле объекттарҙың тәҙрәләрен алмаштырыу, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, трактор, янғын һүндереү комплексы алыу һәм урамдарҙы яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Йәмғеһе районға федераль һәм республика бюджеттарынан 14859445 һум аҡса йәлеп ителгән.

Автор:Гульнара Кусарбаева
Читайте нас: