#нацпроекты#регпроект#национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан пилот төбәктәрҙең береһе була: бында хаҡтарҙы, ресурс-индекс ысулын файҙаланып, яңыса билдәләйәсәктәр. Был иһә Рәсәйҙең аныҡ төбәгендә төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын ташыусыларҙың ағымдағы хаҡтарын файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Хаҡ тураһындағы мәғлүмәттәр федераль мәғлүмәт системаһында тупланасаҡ. Ошо хаҡта Волга буйы федераль округының төҙөлөш үҙкөйләнешле ойошмалар конференцияһында әйтелде. “Күсеш быйыл өсөнсө кварталдан да ҡалмайынса планлаштырылған. Шуға был мәсьәләне инвесторҙарҙы яңы модель буйынса эшләтеүҙе өйрәтеү өсөн бөгөн үк һөйләшергә кәрәк”, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев.
Әле Рәсәйҙә нигеҙҙә төҙөлөш смета хаҡының базис-индекслы ысулы файҙаланыла. Хаҡтар 2000 йылға ҡуйылған һәм тағы дүрт тапҡыр яңыртылған. Тик был ысул иҫкергән. Төҙөлөш тармағында эшләүселәр хәбәр итеүенсә, мәҫәлән, ҡайһы бер күтәреү крандары сығарылмай.
“Төҙөүселәрҙең милли берекмәһе” (НОСТРОЙ) ассоциацияһы президенты Антон Глушков ресурс-индекс ысулының 2022 йылдың 30 декабрендә ғәмәлгә инеүе хаҡында белдерҙе. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: pro-dachnikov.com