Башҡортостанда социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙамды ҡыҙыу элемтә телефоны аша алырға мөмкин:
8 (800) 775-00-14
Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре:
- өйҙә йәки урында социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныу;
- өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалид кешеләрҙе ҡабул итәсәк ғаиләләр ойоштороу;
- инвалид кешеләрҙе техник реабилитация саралары алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин итеү, инвалид баланы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация бирә.
Ҡыҙыу линияның эш ваҡыты: эш көндәрендә - 8:00-18:00, ял көндәрендә – 10:00-18:00.
Үҙәктең Өфөләге бүлексәләре: https://vk.cc/cqJVpC
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында социаль участковыйҙар хеҙмәте эшләй. Бында өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, интернатҡа, психоневрология интернатына урынлаштырыу хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин: https://vk.cc/cqJV6G
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан