Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2024, 10:09

Донъялар тыныс булһын

2023 йыл да тамамланды. Иң сағыу, иң матур һәм күңелле Яңы йыл байрамы ла башҡа йылдарға ҡарағанда төҫһөҙөрәк уҙған кеүек. Үтеп киткән йыл барыбыҙ өсөн дә еңелдән булманы, тормошобоҙҙоң мөһимлеген, тыныслыҡтың ни тиклем ҡиммәт төшөнсә икәнен асыҡланы.

Бәйгенең төп маҡсаты халыҡты мәҙәни сараларға ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе йәш быуынға тыныс тормоштоң ни тиклем мөһим булыуын, Ер шарындағы бер кешенең дә һуғыш теләмәүен аңлатыу ине. Ойоштороу комитеты халыҡҡа алдан белдереү яҙған, онлайн аша чаттарҙа ла белдереүҙәр бирелгән. Бәйгелә 3 урам (округ) — Ҡужан ауылының иң оҙон урамы Шәһит Хоҙайбирҙин урамы ике өлөшкә бүленде һәм Йәштәр урамы ҡатнашты. Бәйгенең шарттары буйынса ҡатнашыусылар Яңы йыл шыршыһы ултыртырға, балалар өсөн тау, боҙҙан, ҡарҙан төрлө һындар эшләргә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың сығыштарын, ҡунаҡтарҙы самауырҙан сәйҙәр менән һыйларға тейеш ине. 
Һәр урамда ололар ҙа, балалар ҙа бергә ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләгәндәр. Сатлама һыуыҡтар ҙа, кинәт килгән йылы һауа торошо ла ҡурҡытмаған ҡужандарҙы. Ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршылап күңелле байрам ойошторҙо-лар. «Үҙебеҙ өсөн, балалар өсөн тырыштыҡ», — тиҙәр улар. Ысынлап та, Ҡужан ауылы әкиәт иленә әүерелгән. Нимә генә юҡ ине урамдарҙа, ихата алдарында! Береһен-береһе уҙҙырып әҙерләнгәндәр улар.
Уҙған йылдың 28 декабре көнө Таштимер ауылы биләмәһенән вәкилдәр һәм Ҡужан ауылы активистары ихата алдарын баһаларға сыҡҡан. Тәүге туҡталыш — Шәһит Хоҙайбирҙин урамының беренсе өлөшөндә Миңлегөл Шафиҡова яҙған һүҙҙәргә урамда йәшәүселәр таҡмаҡ әйтеп, жюри ағзаларын матур итеп ҡаршы алды. Ҡарҙан һындар яһауға килгәндә, улар «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» тигән ҡаласыҡ эсендә танк, окоптар, мәңгелек ут эшләгәндәр. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының байраҡтарын да ҡар өйөмдәренән яһап, уларҙы байраҡ төҫтәренә буяғандар ине. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу толпар аттарҙа ғына тоҡ-тоҡ күстәнәстәрен тейәп, ҡотларға килеп еттеләр. Өҫтәлдәрендә борҡолдап самауырҙары ҡайнап тора, ҡайнар ғына бишбармаҡтарынан да ауыҙ иттерҙеләр улар. 
Йәштәр урамында ла ихлас әҙерләнгәндәр. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатып, утта майлы ҡоймаҡтарын бешереп, тау битләүенән Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың эйеп килеп төшөүе үҙе бер матур тамаша булды был урамда.
Шәһит Хоҙайбирҙин урамының икенсе өлөшөндә ошо урамда йәшәүсе һәр кем шиғри юлдар аша тыныслыҡ яҡлы булыуын, ҡан-ҡойош теләмәүен дәлилләне. Һәр береһе киләһе Яңы йылға матур теләктәрен еткереп, һуғыш бөтөүен, тыныслыҡ һәм именлек, шатлыҡ һәм ҡыуаныс, муллыҡ һәм байлыҡ, һаулыҡ һәм таҙалыҡ теләп, иң аҙаҡта «Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!» тип яңғыраған ораны уларҙың татыулығын күрһәтте. 
Ауылдың оҫта гармунсыһы, барса сараларҙың уртаһында ҡайнаусы Тәлғәт Кәримов Шәһит Хоҙайбирҙин урамында барса халыҡты гармун көйҙәренә бейетте, моңло көйҙәргә ретро йырҙар ҙа яңғыраны. 
Комиссия ағзаларының ярышты баһалау һөҙөмтәләре буйынса Шәһит Хоҙайбирҙин урамының икенсе округы һәм Йәштәр урамы икенсе урынға сыҡты. Шәһит Хоҙайбирҙин урамының беренсе округы беренсе урынға лайыҡ булды. 
Тыуған ил именлеге өсөн күпме геройҙарыбыҙ һәләк булған мәлдә ҡужандарҙың бындай бәйгене ойоштороуы урынлы һәм темаға ла ярашлы. Ҡатнашыусылар күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, яҡты булыуын, мәктәптәрҙә шат балалар тауышы тынмауын, илебеҙҙең именлеген һаҡлаусы ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, тыныслыҡ яҡлы булыуҙарын ошо конкурс аша дәлилләне лә инде. Еңеүселәр 29 декабрь үткәрелгән бал-маскарадта бүләктәрен һәм маҡтау ҡағыҙҙарын алып ҡыуанды. 
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас