Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2024, 10:43

Беҙҙең биләмә башлыҡтары - Мәскәүҙә!

Баш ҡалала «Кесе Ватан — Рәсәй көсө» муниципаль форумы үткән. Рәсәй тарихында тәүге ҙур сара илдең 89 субъекты – Камчатканан Калининградҡа тиклем – бәләкәй ауылдарҙан һәм ҙур ҡалаларҙан 7,5 мең муниципалитет хеҙмәткәрен берләштергән.

Форумды Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы ойошторған. Башҡортостандың район-ҡалалары башлыҡтары менән бер рәттән сарала әбйәлилдәр ҙә ҡатнашыуы мәртәбәле булды. Мәскәүгә беҙҙең дүрт ауыл биләмәһе башлығы — Айбулат Хәйбуллин (Хәлил), Абдулхаҡ Солтанов (Рауил), Шәрифйән Ғәтиәтуллин (Гусев) һәм Радик Ғәйзуллин (Ҡырҙас) барҙы.  Эшлекле сәфәрҙән ҡайтҡан башлыҡтар район гәзите редакцияһына килеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар билдәләүенсә, дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙе уртаға һалып һөйләшеү — форумдың төп маҡсаты итеп алынған.
Сараның эшлекле өлөшө ВДНХ-ла ойошторолған һәм программаға «Көс халыҡта», «Көс йолаларҙа», «Көс үҫештә» панель дискуссиялары, 32 түңәрәк өҫтәл, 25 лекция ингән. Ике көн дауам иткән форумда Президент хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, дәүләт башлығы ярҙамсыһы Игорь Левитин, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков, Рәсәй ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ректоры Алексей Комиссаров һәм башҡа эксперттар сығыш яһаған. Милләт-ара берҙәмлек, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, кесе Ватанға, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү, Ғаилә йылы һәм йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралған.
Муниципалитет башлыҡтары менән осрашыуға РФ Президенты Владимир Путиндың килеүе барыһы өсөн дә тулҡынландырғыс булған. «Был бик мөһим форум, сөнки халыҡҡа иң яҡыны — муниципаль власть. Муниципалитет башлыҡтары милли проекттарҙы тормошҡа ашырған, Президент Указдарын үтәгән кешеләр. Бөгөн муниципалитет башлыҡтары — төбәк үҫеше өсөн эшләгән власть вәкилдәре», — тип билдәләгән ил етәксеһе.
В. Путин шулай уҡ муниципаль кимәлдә махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдергән. Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мөһим дөйөм бурыс булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Президент. Бынан тыш, ул махсус хәрби операциянан ҡайтҡандарҙы иғтибар аҫтына алырға саҡырған. 
Владимир Путин урындағы үҙидараны үҫтереүгә өлөш индергән өсөн булдырылған «Халҡыңа хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы еңеүселәрен тәбрикләгән.
Форумда муниципаль хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге өсөн «Муниципалитеттар.РФ» берҙәм порталы тәҡдим ителгән. Ул урындағы үҙидара белгестәре өсөн күп функциялы эш майҙансығы буласаҡ һәм улар алдында торған бурыстарҙы үтәүҙе тиҙләтәсәк. Портал муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн берҙәм һанлы платформа асыуҙың беренсе этабы буласаҡ. 
 — Бөтә илдән йыйылған башлыҡтар менән аралашыу, уларҙың тәжрибәһен уртаҡлашыу бик файҙалы булды. Ил Президенты Владимир Путин беҙҙең алға ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәрбеҙ һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн тормош сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә тырышып эшләрбеҙ», — тип билдәләне сарала ҡатнашыусы башлыҡтар. — Беҙгә оло ышаныс күрһәтеп, мәртәбәле форумда ҡатнашыу мөмкинлеген биргән район етәкселегенә оло рәхмәт.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас