Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2024, 11:40

Дауаханаға - таҡтаташ

Ишҡол ауылы фельдшер-акушер пунктына хәрби фельдшер, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, 1948-1982 йылдарҙа Ишҡол фельдшер пунктына етәкселек иткән Шакирйән Шәйхаттар улы Ирғәлин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Тантаналы сарала муниципаль район Советы секретары Булат Исламбаев, үҙәк дауахананың баш табип урынбаҫары Әлфиә Фәррәхова, Рауил ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе Рәмзиә Шәрәфетдинова, Шакирйән Шәйхаттар улының ғәзиз балалары, яҡындары һәм уны белгән, хөрмәт иткән ауыл халҡы ҡатнашты. 
– Бөгөн  районыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шакирйән Шәйхаттар улының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн йыйылғанбыҙ. Районыбыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙҙәрен йәнен-тәнен аямай эшләгән, бөтә ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған яҡташтарыбыҙ байтаҡ һәм Шакирйән Ирғәлин дә улар араһында. Шакирйән Шәйхаттар улын барыбыҙ ҙа ипле, тыйнаҡ, үҙ эшенең оҫтаһы булған фельдшер тип хәтерләйбеҙ. Аяуһыҙ һуғыштың бар мәхшәрен күргән хәрби фельдшер тыныс тормошта үҙенең пациенттарына шул тиклем яғымлы, йомшаҡ һүҙле булды. Шундай күренекле кешеләрҙең исемен беҙ оноторға хаҡыбыҙ юҡ һәм уларҙың өлгөһөндә киләсәк быуынды тәрбиәләргә бурыслыбыҙ, – тине үҙенең сығышында Булат Юныс улы. 
Аталарының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән уйланылған идеяны тормошҡа ашырыуҙа мәрхүмдең балаларының роле ҙур. Таҡтаташ асыуҙа Нәйлә, Таңһылыу, Руфина исемле ҡыҙҙары, иң өлкән кейәүе Дилфәт Миңниәхмәт улы сараны ойоштороусыларға һәм аталарын хөрмәт итеп кил- гәндәргә рәхмәттәрен еткерҙе.
Шакирйән Ирғәлин Дәүләтша ауылында тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, Асҡар урта мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың июлендә үҙ теләге менән хәрби комиссариатҡа килә, уны хәрби медицина училищеһына алалар. Ленинград фронтында уҡсылар батальонының санитар взводы командиры булып хеҙмәт итә. Ленинград блокадаһының бөтә ауырлығын үҙ иңендә татый. Минут һайын һалдаттарҙың ғына түгел, тыныс халыҡтың да үлеме менән осрашып тора. Урындағы халыҡ асыға, туңа, һыуһыҙ ыҙалайҙар, ләкин бирешмәйҙәр, тыуған ҡалалары өсөн, йәшәү өсөн 29 ай буйы көрәшәләр. 
Шакирйән Шәйхаттар улы һуғыш яланынан күпме яралыларҙы алып сыға, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Ҡаланы азат иткәс, ул контрразведкала хеҙмәт итә. Һуңынан Латвия, Эстонияны азат итеүҙә лә ҡатнаша. 1945 йылдың декабрь айында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
1946 йылда Ҡаҙмаш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай, 1948 йылдан 1982 йылға тиклем Ишҡол ФАП-да мөдир булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Һуғыш ауырлыҡтарын иңендә татыған өлкән лейтенант, хәрби фельдшер ысын мәғәнәһендә халыҡ табибы булып, ҙур ихтирам менән лайыҡлы тормош юлы үтә. Уның хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән Шакирйән Шәйхаттар улының замандаштары бүлеште. Телмәр тотоусылар араһында Әлфиә Фәррәхова мәрхүмдең биографияһына туҡталды, ул заманда ауырыуҙар өсөн аҙыҡ-түлек, инструменттар, дарыуҙар, бәйләү материалдары етмәүе, уларҙы бер нисә тапҡыр йыуып киптереүҙәре, һуңынан стерилләүҙәре хаҡында әйтеп үтте. Марсель Мирхәйҙәров Шакирйән Шәйхаттар улының һуғыштағы күрһәткән батырлыҡтары, һуңынан Ишҡол ауылы ФАП-на утын яғып йылытып, яҡтылыҡ булмаған осорҙа һуҡыр шәм яндырып эшләүе хаҡында һөйләне. Бала сағы Рысҡужа ауылында үткән Әҙеһәм Хәмзин бала саҡта табиптың ысын исемен белмәүҙәре, уны “фельдшер еҙнәй” тип йөрөтөүҙәре, балаларға иғтибарлы, кеселекле булыуы, килгән һайын кеҫәһенән уларға витаминдар таратыуы тураһында бәйән итте. Ишҡолдар иһә уны “Ирғәлин апа”, “фельдшер апа” тип йөрөткән. Ауырыуҙар килеп, улар менән аралашҡанда уҡ нимә менән ауырығанын тойоп, шунда уҡ дөрөҫ диагноз ҡуйыуы тураһында һөйләнеләр.
Ш. Ирғәлин һуғыштан һуңғы осорҙа Рауил, Ишҡол, Тәпән, Мәхмүт, Әбделмәмбәт, Исҡужа, Ҡалмыҡ ауылдары халҡын ҡарай. Ат, үгеҙ егеп күрше ауылдарға йөрөргә, дауаханаға утын ташырға, операцияларҙы кәрәсин лампаһы яҡтыһында яраҡлаштырылмаған бүлмәләрҙә үткәрергә һәм ошондай уҡ шарттарҙа яҡты донъяға килгән сабыйҙарҙы ла ҡабул итергә тура килә уға. Ул сыныҡҡан, үҙ эшен яратып башҡарған фельдшер була, шуға күрә лә мәрхүмде бөгөн дә ауылдаштары, район халҡы тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй. Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк, Шакирйән Шәйхаттар улының юлын дауам итеүселәр ҙә бар. Зифа Әбдрәхимова – Ласынова медучилищены бөтөп, Таҡһыр ауылында ғүмер буйы фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ғаяз Ирғәлин бөгөн дә “Яҡтыкүл” шифаханаһында хеҙмәт итә, уның тырыш хеҙмәте юғары баһаланған. Хәҙерге көндә мәрхүм булған Тимерйән Кәримов эндокринолог һөнәрен үҙләштереп, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән.   
Ысынлап та, заманында терапевт та, педиатр ҙа, хирург та булған, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бөтә ғүмерен арнаған табип хаҡында күп яҙырға, һөйләргә мөмкин. Әммә уның тынғыһыҙ һәм намыҫлы хеҙмәтен халыҡ хәтерләй, халыҡ белә. Сарала ҡатнашыусылар- ҙың барыһы ла был изге эштең башында торған мәрхүмдең балаларына оло рәхмәттәрен еткереп таралышты.
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.

Читайте нас