Замананың көсөргәнешле ваҡиғалары берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Ир-егеттәр ҡулына ҡорал алып, нацизмды тар-мар итер өсөн үҙ теләктәре менән яу яланына юлланһа, яҙыусылар, шағирҙар улар тураһында шиғырҙар йә хикәйәләр ижад итә, йырсылар яугирҙәргә рух көсө өҫтәрҙәй йырҙар бағышлай, мәктәптәрҙә «Батырлыҡ» дәрестәре үткәрелә, геройҙарҙың яҙмышы бәйән ителә.
Айғырбатҡанда тыуып, Үтәгән еренең һыуын һыулаған, яҙмышы ҡушыуы буйынса Рысҡужаға килен булып төшөп, таштай батып, иленә тоғро хеҙмәт итеп инде хаҡлы ялда ихлас ижад иткән Айһылыу Хәсәнова тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының фәһемле һәм уҡымлы шиғырҙары интернет селтәрендә таралған, үҙенең әллә күпме уҡыусыларын тапҡан, мәҡәләләре лә әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының ошоға тиклем «Яҙмыштар», «Хужахмәт Йәсәүи», «Бикмәт иле» исемле китаптары донъя күргән. Дүртенсе баҫмаһын ул «Бағыш» тип атаған, сөнки сираттағы ижад емеше үҙенең улы Хөрмәткә бағышланған.
Донъялағы барған афәттәр, тәбиғәт күренештәре, иҫ киткес матур ваҡиғалар битараф ҡалдырмай авторҙы. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының ижадына баҡһаң, ул һәр ваҡыт кешелекте борсоған глобаль мәсьәләләрҙе күтәрә, үҙенең уҡыусыларында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй, тел ҡәҙерен белергә өндәй, әхлаҡи-тәрбиәүи нәсихәттәр ҙә сағыла уның шиғырҙарында.
Махсус хәрби операция башланыу менән тел, ер, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән ши-ғырҙарын патриотик рух менән һуғарылған, яу яланындағы утлы мәхшәрҙе сағылдырған, на-цизмдың тамырын ҡоротор өсөн башын һалған яугирҙәребеҙгә бағышланған, башҡорт яу-гирҙәренең ҡаһарманлығын һәм ҡыйыулығын данлаған, ир-егеттәребеҙҙең именлегенә арналған шиғырҙар алмаштыра. Күп тә үтмәй улы Хөрмәт тә үҙ теләге менән яу яланына юллана. Шунан башлана ла инде яугир әсәһе өсөн берсә шат-лыҡлы ла, берсә һағышлы ла мәлдәр. Көн дә тиерлек ут эсендә йөрөгән ғәзиз балаһы өсөн йөрәгенән ярып шиғырҙар урғыла башлай, тора-бара улар бер китап баҫтырырлыҡ булып китә һәм шағирә уларҙы баҫма-ға тәҡдим итә.
«Ҡыҙылым», «Мөғжизә» фольклор төркөмдәре ағзаһы булған, Рысҡужа ауылының ветерандар советын етәкләгән, «Ағиҙел» журналын таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән, ғөмүмән, хаҡлы ялда ла халҡы, тыуған яғы өсөн тынғыһыҙ хеҙмәт иткән, әүҙем тормош юлы алып барған Айһылыу Хәсәнованың яңы ки-табын туйларға барса ғәм йы-йылды, шағирәнең улы Хөрмәт тә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан осо-ронда сарала ҡатнашыу бәхе-тенә иреште.
Амангилде ауылы китапха-насыһы, әҙәби-музыкаль кисәне алып барыусы Миңзәлә Юлмө-хәмәтова шағирәнең биогра-фияһы менән таныштырғандан һуң, «Йәйғор» әҙәби ойош-маһының шиғриәт бүлеге етәк-сеһе Фәнүзә Биктимероваға һүҙ бирелде.
— Кеше булараҡ та, шағирә булараҡ та Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙын яҡшы беләм. Ул Әсхәл Әхмәт-хужа мәктәбен үткән шағирәләрҙең береһе. Тәрән фекерле, тос шиғырҙар ижад итә ул. Уны шағирә генә түгел, прозаик, журналист, сәсәниә лә тип әйтергә мөмкин. Ғөмүмән әйткәндә, күп ҡырлы талант эйәһе ул. Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙын яңы китабы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр теләйем, — тине ул һәм «Йәй-ғор»ҙар исеменән иҫтәлеккә сувенир һәм грамота менән бүләкләне.
Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙы-ның шатлығын уртаҡлашырға халыҡ сәсәниәләре Вәсилә Садиҡова, Хәнифә Әбүбәкирова ла килгән ине, улар шиғри сәләмдәрен еткерҙе. Шулай уҡ Амангилде ауылының вете-рандар советы исеменән Сабит Мортазин тәбрикләне һәм «Башҡортостан ветераны» журналына бушлай подписка бүләк итте. Ҡәләмдәштәре исеменән «Йәй-ғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары ҡотланы, улар барыһы ла иң изге теләктәрен еткерҙе, шағирәнең үҙенә һәм барлыҡ яҡындарына имен булыуҙарын, ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынла-шыуын теләнеләр. «Ғәҙел, тура һүҙле, шул уҡ ваҡытта тәрбиәле ул», «Айһылыу апай тас башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сифаттарҙы үҙенә йыйған», «Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күрҙе, шуға ла унан тормош ошондай сая ҡарашлы, ҡыйыу ҡатын яһағандыр», «Ябай ауыл ҡатыны ул, ә эсенә күпме талант һыйған» тигән һүҙҙәр яңғыраны уның хаҡында. Шулай уҡ яңы китаптың сәбәпсеһе булған улы Хөрмәт Хәсәновҡа ла һүҙ бирелде.
— Әсәйемдең шиғырҙарын уҡыһам, тегендә булған барса мәхшәр күҙ алдынан үтә. Шундай ялҡынлы, тоғро, фәһемле шиғырҙарың өсөн рәхмәт белдерәм. Улар беҙгә рух өҫтәй, Еңеүгә табан ҡыйыу аҙымдар эшләргә этәргес бирә, — тине Хөрмәт Ғәлимйән улы.
Амангилделәр исеменән Фәүҡинур Сафина, «Мөғжизә» фольклор ансамбле ағзалары исеменән Вәсилә Бикҡужина, шулай уҡ Рысҡужа, Амангилде, Үтәгән ауылы китапханасылары, туғандары Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙын тәбрикләне.
Әҙәби-музыкаль кисәне һәүәҫкәр йырсы Садиҡ Шаһыбалов, «Йәйғор» әҙәби ойош-маһы ағзалары Әнисә Махийәнова-Ғәлина, Роза Хәйрул-лина, Сәйфулла Ғайсин моңло йырҙары менән биҙәһә, Сабит Мортазин ҡурайҙа һыҙҙырҙы. Шулай уҡ Вәсилә Бикҡужина менән Сәриә Бикҡолова шағирәнең шиғырҙарын яттан һөй-ләне.
Кисә аҙағында һүҙ Айһылыу Ғәбделхай ҡыҙының үҙенә бирелде.
— Оҙаҡ уйланғандан һуң, шундай һығымтаға килдем. Ижад донъяһы мине бәләкәйҙән үҙенә тартҡан. Бәләкәй саҡта әсәйем ҡулыма сыбыҡ менән һуҡмаһа, мин, бәлки, бөгөн рәссам булыр инем, сөнки һүрәт төшөрөргә ярата торғайным. Аҡ мейескә һүрәт төшөрә торғас, ҡулға сыбыҡ эләкте, — тип көлдөрөп тә алды тамаша-сыларҙы. — Илай-һыҡтай, әрнеү ҡатыш һағыш менән һуғарылған шиғырҙарым йыйылғас, китап итеп баҫтырырға йөрьәт иттем. Ҡулыма китабымды алғас, улым иҫән-һау ҡайтып төшкәс, күңелем тынысланды әле. Һау-лыҡ булһа, Хоҙай ғүмер бирһә, киләсәктә бишенсе китабымды ла сығарырға ниәт итеп торам, ул иһә тыуған яғыбыҙға, Ҡырҡты тауына арналасаҡ.
Китапҡа шағирәнең 100-гә яҡын шиғыры индерелгән. Малайҙарҙы тәрбиәләгән әсәй, хәҙер инде яугир әсәһе булараҡ, күргән-кисергәндәрен бәйән иткән ул шиғри юлдарға. Шуға күрә китаптың ул тәрбиәләгән әсәйҙәргә тәрбиәүи яҡтан да әһәмиәте ҙур, кәрәкле. Мәҫәлән, «Ир баланы ҡаҡмағыҙ» шиғы-рында бәләкәйҙән ир баланы ҡаҡмаҫҡа, хурламаҫҡа, яратып үҫтерергә өйрәтә:
Ирекһеҙләнеп, имгәк яһай
Тел яраһы, йәбер ҙә,
Ир баланы кәмһетмәгеҙ,
Тиң күрегеҙ һәр ерҙә.
Уландарға әсәй булараҡ ошондай өгөт-нәсихәттәр бирә ул:
Аҡыл — теҙген, ҡылыҡ — ат,
Теҙгенеңде белеп тарт!
Ир-егеттәргә һәр саҡта ла ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һа-лырға ла ҡуша:
«Оло һүҙен йыҡмағандың
Иңдәрендә — пар ҡанат!»
Ил саҡырғас уландар тәүге-ләрҙән булып ил һағына баҫа, ә уларҙы көткән әсәләргә сабыр булырға өндәй ул:
Эй, әсәләр, сабыр булайыҡсы!
Улың ҡалмай икән ылауҙан.
Аллаһыма һыйыныуың кәрәк,
Ни мәғәнә буҙлап илауҙан?
Малайҙарға йәр һайлағанда абай булырға, үҙ милләтеңдән ҡатын алырға саҡыра:
Сит мөхиттә ситен булыр,
Унда уй ҙа, дин дә башҡа.
Үҙ ереңдә йәшәп, күҙ һал
Башҡорт ҡыҙы — ҡара ҡашҡа.
Ул үҫтергән әсәләрҙе, һөй-гәндәрен яуҙан көткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла телгә ала шағирә үҙенең «Рәхмәт һүҙе» шиғырында:
Батыр улдар үҫтергәндәр,
Атай рухын һеңдергәндәр.
Ул үҫтереп, гүзәл заттар
Илгә өлөш индергәндәр.
Шулай уҡ «Асманға баҡтым» шиғырында илен һатып, илен ташлап ҡасҡандарҙы намыҫһыҙ тип атай ул.
«...Ҡара сәсем генә ап-аҡ булды
Авдеевка тигән ҡалала», — тигән юлдарҙа яу яланында улының күргән-кисергәндәрен дә шиғри юлдарға теҙгән яугир әсә. Тағы ла әсә йөрәгенең улы менән бергә булыуын ошо юлдар дәлилләй:
Мәшәҡәттәр, тыныс тормош
Ғәм ситтәрәк.
Улым ҡайҙа — шунда хәҙер
Минең йөрәк.
«Заман еле» шиғырында улдарына:
Заман еле ҡаты иҫә,
Күңел һиҫкәнеп китә.
Бөгөн мин дә ҡабатлайым:
«Китмәгеҙ минән иртә», — тип өндәшә ул.
Шулай ҙа әсә йөрәге күп шиғырҙарында тыныслыҡ килеренә өмөт итә, Хоҙайҙан һорай, доғалар ҡыла:
Тыныс ҡына атһын таңдарыбыҙ,
Арҡаларҙан иҫһен еле лә.
Яҙ ҡояшы кеүек салт йылмайып
Улдарыбыҙ ҡайтһын иленә.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.