Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2024, 14:16

Тирә-яҡҡа нур таратһын яңы мәсет

Юлдаш ауылында рәсми рәүештә иман йорто асылды. Сәғит Зекериә улы Сафиндың изге эшен дауам итеүсе улы Ильяс Сафиндың тырышлығы менән мәсет үҙ ишектәрен асты.

2016 йылда ауылда үткән йыйылышта мәсет төҙөргә тигән ҡарар сығаралар. Был эште мәрхүм Сәғит Зекериә улы ихлас хуплай һәм уның улы Ильяс мәсеткә тип бура бирә. Тантаналы сарала байрамдың сәбәпсеһе булған Ильяс Сәғит улына һүҙ бирелде. 
— Атайымдың тыуған ауылы Юлдашта, үҙемдең бала сағым үткән ауылда мәсет төҙөү тигән хыял тыуҙы. Атайым менән кәңәшләшкәндән һуң, ул минең ҡарарымды хупланы. Ҡыҙғанысҡа күрә, үҙе был матур мәлдәрҙе күрә алманы. Ысын күңелдән, йөрәктән атҡарылып сығарылды был эш. Һәр кем ярҙам ҡулы һуҙҙы. Изге йортто төҙөүҙә ярҙам иткән район хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәттәремде белдерәм. Кәңәшләшеп, атайымдың рухына бағышлап «Сәғит» исемен һайланыҡ. Барлыҡ халыҡҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Был йорт һәммәбеҙ өсөн дә бик кәрәк: балаларыбыҙ иман юлына баҫыр, яңы өйләнешкән парҙарға никахтар уҡылыр, шулай уҡ яңы тыуған балаларға исем ҡушылыр. Ошо изге урында ысын ислам йолаларын тергеҙеп, бөтә мөһим байрамдарҙы һәм мосолман йолаларын уҙғарайыҡ. Мәсет халыҡҡа хеҙмәт итһен, киләсәк быуын да иманлы булып үҫһен тип теләйем, — тине ул. 
Иман йортон төҙөгәндә ҡаҙнасы булған Рәсимә Баймырҙина мәсеткә кем күпме өлөш индергәне хаҡында таныштырып үтте. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көндә баҡыйлыҡҡа күскән. «Нигеҙ һалыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән Ғилфан Таһиров, Ирбулат Сәйетғәлин, Әсләм Искәнйәров, Шайморат Шәйхисла-мовтарҙы иҫкә алып үтәйек. Изге эштә ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙҙың ауыр тупраҡтары еңел, ятҡан ерҙәре киң булһын», — тине Рәсимә Вәғиз ҡыҙы. 
Урал Ғәлин, Рафаил Вәлиев, Вәхит Яныбаев, Мәүлит Сәйетғәлин, Ишбирҙе Язаров, Рәшит Баймырҙиндар, Руслан Фәйзуллин, Фидан Таһиров, Алик Илһамов таш сығарып нигеҙ һалғандар. Бура күтәреүҙә ошо уҡ кешеләр, йәштәрҙән Рамил һәм Зәбир Ғәлиндар, Рәфис һәм Васил Баймырҙиндар, Әдип һәм Аяз Шаһивәлиевтар, Юлай Ғафаров, Фәсхетдин Ғафаров, Ирек Ғәзизов, Әнил Шәрипов, Сәйфулла Йәнғазин, Ишморат Шаһивәлиев, Ирек Аҡмырҙин, Руслан Фәйзуллин ҡул көсө менән ҙур өлөш индергән. Ласын Усманов ҡоҙоҡ ҡаҙып биргән, Рәфис Байбулатов бәҙрәф эшләгән. Рамаҙан Сәйетғәлин менән Венер Сөләймәнов яҡтылыҡ үткәргән. Биләмәне кәртәләүҙә Шайморат Шәйхисламов, Фәсхетдин һәм Дим Ғафаровтар, Ильяс Әхмәтҡужин әүҙемлек күрһәткән.
— Ир-егеттәр дәррәү эшләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалманы. Һәр бер өмәлә аш-һыу тирәһендә уралған Бибинур Яныбаева, Кинйәбикә Фәй-зуллина, Зифа Йәнғазина, Сәйҙә Ғәлина, Гөлзифа Ғафарова, Рәсимә Ғөбәйҙуллина, Сания Вәлиева, Әнүзә Шәрипова, Рәмзиә Шаһивәлиева, Рәмилә һәм Гөлшат Абдрахмановалар, Мәрйәм Ибраһимова, Мөнирә Шәғалина, Диләфрүз һәм Сәүҙә Язаровалар, Миләүшә Ишмөхәмәтова, Зәкиә Таһирова, Айһылыу Ғафарова, Ғәниә Искәнйәрова, Миләүшә Баймыр-ҙина, Зилдә Ибраһимова, Илүзә Шәйхис-ламова, Зөһрә Ғөбәйҙуллина, Земфира Аҡмырҙина, Гөлсәсәк Сәйетғалина, Алһыу һәм Вәсилә Шаһивәлиевалар, Әлфиә Сөләймәнова, Әлфинә Шаһивәлиева, Дилара Язарова, Рада Сәлихова, Гөлсинә Сафина, Нурия Шәйхисламоваларҙы билдәләп китеү зарур. Имам-хатип Раил ағайҙың, абыстай Зөлҡәғизә еңгәйҙең эштәрен баһалап бөткөһөҙ, — тине ҡаҙнасы Рәсимә Вәғиз ҡыҙы. 
Мәсет асыу тантанаһында сарала ҡатнашыусыларҙы тәүгеләрҙән булып имам-хатип Раил Сәйетғәлин сәләмләне. 
— Хөрмәтле ауылдаштар һәм саҡырылған ҡунаҡтар! Күмәк көс менән башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күрәбеҙ бөгөн. Изге йортто төҙөүҙә юлдаштар һәм унан ситтә йәшәүселәр хәленән килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙҙы: аҡса йыйҙы, төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте, күмәк өмәләрҙә әүҙем ҡатнашты. Йома намаҙҙары, дини байрамдар башҡа-рылһын, аҙан тауышы тынмаһын. Күптәребеҙҙең ҡайтыр йорттары юҡ, шул ваҡыттарҙа ла мәсеттең ишектәре асыҡ булыр, йортҡа инеп әрүахтар рухына доғалар ҡылып, Ҡөръән аяттары уҡып, инеп сығырға мөмкин. Мәсет ауылға ҡот килтерһен, унан кеше өҙөлмәһен, — тине имам-хатип.
Гусев ауылы биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин юлдаштарҙың шатлығын уртаҡлашты һәм дин киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын, кешене яҡшы яҡҡа әйҙәүен билдәләп үтте. Шәрифйән Садиҡ улы мәсетте эшләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район Советы рәйесе Ишморат Әминев, район Советы секретары Булат Исламбаев та ҡатнашты сарала. 
— Ваҡытында Әхмәт хәҙрәт менән мәсеттең манараһы әллә ҡайҙан күренеп ултырһын тигән маҡсат менән ошо урынды һайланыҡ. Мәсет булған ерҙә тәрбиә, тәртип хөкөм һөрә, иман арта. Юлдашта ла шулай булыр тип ышанабыҙ, — тине Булат Юныс улы һәм район хакимиәте исеменән 15 мең һумға сертификат бүләк итте. 
Юлдаштарҙың шатлығын уртаҡла-шырға килгән һәр кем үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе, изге йортҡа алып килгән бүләктәрен тапшырҙы һәм хәйер саҙаҡаһы һалды. Тал Ҡусҡары ауылынан килгән мәғариф ветераны Мөнирә Кирәева тарихҡа туҡталды. Ул һөйлә-үенсә, 1866 йылда Асисәк йылғаһы буйында урынлашҡан Юлдаш һәм Ҡусҡар ауылы халҡы өсөн бер мәсет була. 
— Юлдашта ул осорҙа 30 йортта 97 ир, 102 ҡатын-ҡыҙ, шул уҡ Асисәк буйында 12 йортта 33 ир, 57 ҡатын-ҡыҙ булһа, беҙҙең Ҡусҡарҙа 39 йортта 167 ир-егет, 165 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнлеге теркәлгән. Ревизские сказки мәғлүмәттәренән ике ауыл өсөн Баймырҙа Ишмырҙа улы имам һәм указлы мулла булыуы хаҡында әйтелә. Юлдаш ауылында Соборная мечеть (мосолмандарға йома көндәре йома уҡыр өсөн төҙөлгән мәсет) булған. Мәҙрәсә 19-сы быуаттың 1-се яртыһында барлыҡҡа килә. Унда башҡорт интелли-генцияһының иң-иңдәре уҡыған. 1881 йылдан алып 1916 йылға тиклем Юлдаш менән Ҡусҡар ауылдары өсөн тыуым, үлем, никах тураһында яҙмаларын указлы мулла Баймырҙа Ишмырҙа улы, унан һуң эшләгән Фәхретдин үҙ мәсетебеҙ бул-ғансы алып барған. Был мулла никахты, тыуымды, үлемде теркәгән. Икенсеһе дөрөҫләп, икеһе лә ҡултамғаларын ҡуй-ған булған. 1914 -1923 йылдарҙа Троицк мәҙрәсәһендә белем алған Мәһәҙей мулла Мирйәнов Юлдашта балалар уҡыта. Дини мәктәптәр ябылғас 1923 йыл тыуған ауылына ҡайтыуы, 1926 йыл Тал Ҡусҡарында йәшәгәнлеге архивта бар һәм ул беҙҙә муллалыҡ эшен алып бар-ған, —тип һөйләне Мөнирә Хәким ҡыҙы.
Иман йортон асыу хоҡуғы Ильяс Сафинға, Шәрифйән Ғәтиәтуллинға һәм имам-хатип Раил Сәйетғәлинға тапшы-рылды. Ҡыҙыл таҫма ҡырҡылғандан һуң, барса халыҡ мәсеткә ағылды. Ауылды яңғыратып аҙан тауышы яңғыраны, йола буйынса байрам хөрмәтенә ҡорбан са-лынды. Халыҡ усаҡта бешкән тәмле биш-бармаҡ һәм үҙҙәре менән алып килгән күстәнәстәр менән сәй табынында һыйланды.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй тиҙәр халыҡта. Изге эште башлап ебәргән Сәғит Зекериә улының иң бәләкәй ейәне Ризуан Йосопов юлдаштарға доға уҡып ишеттерҙе. Ә тағы бер ейәне Юламан (Ильяс Сафиндың малайы) Ноябрьск ҡалаһында имам булып хеҙмәт итә икән. Иман йорто менән бер рәттән, дингә битараф булмаған йәштәребеҙ булыуы ҙур ҡыуаныс. Киләсәктә мәсет юлдаштарға ҡот һәм бәрәкәт алып килһен, халыҡҡа иман нурын таратһын.
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА. 

Читайте нас