Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2024, 15:28

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡор йыйҙы

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы социаль координаторы Д. Ҡ. Ғәлиуллина Кузбаста уҙған III Ҡатын-ҡыҙҙар форумында булып ҡайтты.

– РФ Федераль Йыйылышы Федерация Советы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды һәм Евразия ҡатын-ҡыҙҙар советы Кузбасс хакимиәте менән берлектә ойошторған форум быйыл өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан, сит илдәрҙән ҡатнашыусылар күп булыуы уға ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта барыуы тураһында һөйләй. Беҙҙе аэропортта сәскәләр менән бик матур итеп ҡаршы алдылар. Кемеровҡа килеп төшкән көн экскурсиялар менән уҙҙы. Ә форум үҙе ике көн дауам итте. Беренсе көн “Кузбасс-Арена”ла уҙҙы.
Форумды “Заман шарттарында сәнәғәт төбәктәрен үҫтереүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле” темаһына пленар ултырыш асты. Сараны асыу тантанаһында Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев, РФ Федерация Советы янындағы Евразия ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Галина Карелова һәм башҡа билдәле спикерҙар сығыш яһаны. Видеобәйләнеш аша III Ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй президенты В. В. Путин сәләмләне. 
Форумға ил төбәктәренән көндәлек һөнәри эшмәкәрлеге киҫкен социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле булған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылғайны. Баш- ҡортостан Республикаһынан социаль координаторҙар – мин һәм Өфөнән Зилә Ғималетдинова ҡатнаштыҡ. Беҙҙең эштең махсус хәрби операцияла ҡатна- шыусыларға һәм уларҙың яҡындарына бөтә төр мәсьәләләр буйынса ла ярҙам күрһәтеүҙән ғибәрәтлеге, көнүҙәклелеге барыһына ла мәғлүм. Зилә Рәмил ҡыҙы менән икебеҙ ҙә фондта осраҡлы ғына эшләй башлаған кешеләр түгелбеҙ. Махсус хәрби операция беҙҙе лә урап үтмәне, мин унда ғәзиз улымды, ә ул һөйөклө ирен юғалтҡан ҡатындарбыҙ. 
Пленар өлөштән һуң айырым залдарҙа тематик тректар ойошторолдо. Беҙ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды сессияһында ҡатнаштыҡ. Ғөмүмән, форумға 60-тан ашыу төбәктән 70-ләп социаль координатор  килгәйне. Бынан тыш, МХО-ла һәләк булған яугирҙәренең әсәләре, ҡатындары саҡырылғайны. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивелева фондтың эшмәкәрлеге, ҙур коллективы тураһында һөйләне. Кемеров филиалының бинаһына экскурсия ла уҙғарылды. Форумда ҡатнашыусылар хәҙерге заманда ҡатын-ҡыҙҙар осраған проблемалар тураһында фекер алышты, белем  һәм тәжрибә бүлешеү майҙансыҡтары эшләне. Беҙҙең майҙанда почетлы ҡунаҡ – Рәсәй Геройы Рөстәм Сәйфуллиндың сығыш яһауы ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе. Ул – Төмән ҡалаһынан, милләте буйынса татар, мин уның менән бынан алдағы бер сарала танышҡайным. Рөстәм Ғәле улы “Хәрби тормошонда ҡатын-ҡыҙ роле” темаһына доклад менән сығыш яһаны. 20 йыллыҡ хәрби стажға эйә полк командиры ир-егеттәрҙең бөтә батырлыҡтары артында ҡатын-ҡыҙ тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Форумда тағы ла бик күп билдәле кешеләр менән осрашырға, танышырға яҙҙы.
Икенсе көндә “Яугир – азат итеүсегә” мемориалына сәскәләр һалдыҡ. Ошонда уҡ тәүге тапҡыр Максим Фадеев яҙған “Ватанды һаҡлаусылар” фондының гимны яңғыратылды. Бик аһәңле, йөкмәткеле, уның һәр бер һүҙе беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Анна Евгеньевна һөйләүенсә, текст өҫөндә автор үҙе генә эшләмәгән, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар ҙа үҙ төҙәтмәләрен индергән. Гимндың тәүге варианты әҙер булғас, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ебәрелгән. Улар үҙҙәренең  мөһим үҙгәртеүҙәрен яһаған.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнашыусылар өсөн бай экскурсия программаһы әҙерләнгәйне. Ташкүмер ятҡылыҡтарына бай шахтерҙар төбәгенең күрһәтерлек, ҡыҙыҡтырырлыҡ урындары күп булды. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА яҙып алды.

Читайте нас