Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2024, 15:23

«...Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ»

29 июндә райондан ун һигеҙ егетте әрме сафтарына оҙаттылар. 1 июлдә Буранғол, Озерный, Дәүләт, Ишҡол, Мәхмүт, Рауил, Зеленая Поляна, Целинный, Красная Башкирия ауылдарынан тағы ла ун өс егет ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн юлланды.

Был юлы Атауҙы ауылынан өс егетте әрме сафтарына оҙаттылар. Гөлдәр һәм Рөстәм Әбсәләмовтарҙың ике улы: Рузил менән Рәнис хәрби хеҙмәткә алынды. Дүртенсе класты тамамлаған игеҙәктәр Эльмир менән Эльмира ағаларынан күҙ йәштәре аша айырылдылар. Улар менән бергә ауылдаштары Данил Сөләймәнов та ил алдындағы изге бурысын үтәргә юлланды. Егеттәр өсөһө лә төрлө колледждарҙы тамамлап, ҡулдарына диплом алғандар. Атауҙы егеттәренә уңыштар юлдаш булһын, хеҙмәттән ҡайтҡас осрашыуға ышанып ҡалабыҙ. 
Дәүләт ауылынан Вәсилә һәм Мостафа Искәнйәровтар дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ырымбурҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән өлкән улдары Фәнгиз бөгөн Дәүләт ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара. Уға етәгеһе Ишбулат хәрби хеҙмәт юлын Росгвардияла  үткән. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт  иткән өсөнсө улдары Динирҙың ошо арала тыуған йортҡа ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәләр. Ғаиләләге дүртенсе малайға ла Ватан алдындағы изге бурысты үтәргә сират еткән. Хәйерле юл теләп,Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә наказ биреп, Өлфәтте атаһы, әсәһе, ағалары һәм әле Сибай медицина колледженда уҡып йөрөгән һеңлеһе оҙатып ҡалдылар. 
Изге юлға сыҡҡан егеттәргә лә уңышлы хеҙмәт, тоғро дуҫтар, яҡшы командирҙар теләйбеҙ. Әбйәлилдең батыр улдарының ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, тыуған яҡтарға әйләнеп иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Г. БАЯЗИТОВА.

Читайте нас