+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль , 09:00

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никахҡа инделәр

Махсус хәрби операция барышында яраланғандан һуң демобилизацияланған Атауҙы ауылынан Азамат Суфиянов һәм Рәхмәттән Гөлгөнә Ҡаһарманова бөгөн ғаилә ептәрен законлы никах менән нығытып ҡуйҙылар. 

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никахҡа инделәр
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никахҡа инделәр

Азамат менән Гөлгөнәнең 14 йәшлек ҡыҙҙары үҫеп килә.
2022 йылдың сентябрендә Азамат Әхмәт улы хәрби комиссариаттан повестка ала һәм, бер ниндәй икеләнеүһеҙ, тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә китә. 2023 йылдың июнендә ҡаты яралана. Бер айҙан ашыу госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡайтанан сафҡа баҫа. Бахмут йүнәлешендә ҡаты алыштар барғанда, Клещеевка ауылын штурмлаған ваҡытта, икенсегә яралана. Был юлы снаряд ярсығы уның башына тейә. Ҡаты яуҙа күптәр башын һала, Азаматты бик ауыр хәлдә Луганск ҡалаһындағы госпиталгә оҙаталар. Операциянан һуң ғына иҫенә килә яугир. Ике йылдан ашыу яу яланында булып, бөгөн ғаиләһе менән тыныс тормошта йәшәү хыялдары менән Азамат Суфиянов районға әйләнеп ҡайтты. Ғаиләгә именлек, бәхет, бәрәкәт, тыныслыҡ теләйбеҙ.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никахҡа инделәр
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никахҡа инделәр
Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: