Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2024, 16:01

“Бындай зыярат Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә юҡ!”

Таштуй халҡы ауыл зыяраты биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһен ике тапҡыр урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса хәл итергә ынтылып ҡарай.

“Йәнгел” совхозының 1-се бүлексәһе булараҡ үткән быуатта коллективлаштырыу йылдарында барлыҡҡа килгән ауылдың 90-сы йылдарға тиклем үҙ зыяраты булмай. Мәрхүм булып ҡалғандарҙы  Борисов утарына илтеп ерләйҙәр. 90-сы йылдар башында ауыл халҡы Таштуйға айырым зыярат кәрәк тип даулап, был маҡсатта ер бүлдерә. Шул дәүерҙә ауыл уҙаманы Әғзәп Әһеловты зыяратты ҡарап тороусы итеп тәғәйенләйҙәр. Йәмәғәт башланғысындағы бурысына ул шул тиклем яуаплы ҡарай, юҡсылыҡ заманында ҡайҙан бағана, ҡайҙан сетка табып, мәңгелек йорт биләмәһен кәртәләп сығыуҙы, будка ҡуйыуҙы хәстәрләй. 
Әғзәп апа мәрхүм булып ҡалғас, оло сауаплы эште уның улы Йәмил Әһелов дауам итә. Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: Таштуй зыяратында бөртөк селек әҫәре, билдән үҫкән үлән юҡ. Былар барыһы ла йылдар дауамында биләмәне тәрбиәләп, ваҡытында сабып тотоуҙан килә. Ғөмүмән, Таштуй халҡында атай-олатайҙар- ҙың мәңгелек йортона ихтирамлы мөнәсәбәт һаҡланыуы маҡтауға лайыҡлы күренеш. ППМИ программаһында ҡатнашҡанда ла, улар, ауылдың башҡа социаль мәсьәләләренән бигерәк, зыярат кәртәһен яңыртыуҙы тәү сиратҡа ҡуйҙы. Хәтеремдә, ул йыйында хәбәрсе булараҡ миңә лә ҡатнашырға тура килгәйне. Башҡа ауылдарҙың тәжрибәһенән сығып, таштуйҙар тиҙ йәмшәйеп барған профлист менән кәртәләүҙән баш тартып, 3D сетка менән уратып алыу өсөн ҡул күтәргәйне. 
Программанан төшөп ҡалғас, хөкүмәттән ярҙам өмөт итеп булмаһа ла, халыҡ ана шул саҡтағы ҡарарынан кире ҡайтмаған. Әлбиттә, башта бөтә эште үҙ көстәре менән атҡарып сығасаҡтары тураһында уйламай ҙа таштуйҙар. Эште халыҡтан аҡса йыйып ҡәбер ҡаҙыу өсөн кәрәкле генератор, перфоратор алғандан артып ҡалған аҡса ҡуҙғата. Ауыл чатында кәңәш-төңәш итеп, будканы яңыртырға, уны мәңгелек итеп шлакоблоктан күтәрергә булалар. Зыяратты киләсәктә киңәйтеүҙе күҙ уңында тотоп,  нигеҙҙе  ситтәрәк ҡаҙалар. Яңы бәҙрәф эшләп ултырталар. 
Шлакоблоктан ҡәҙимге мунса ҙурлы- ғындағы бина ҡалҡып сыға. Ул ике бүлемдән тора. Бәләкәй яғында ҡәбер ҡаҙыу өсөн кәрәкле инструменттар, ләхет таҡталары һәм генератор, бензосалғы кеүек кәрәк-яраҡтар һаҡланһа, ҙур яҡта стена буйлап уратып скамейка эшләнгән, уртаһына тимер мейес ҡуйылған. Әжәл ваҡыт-сәғәтен һорап килмәй, ҡаты һы- уыҡтарҙа, ыжғыр бурандарҙа ҡәбер ҡа- ҙыусылар бында инеп йылынып сыға ала, мейестең өҫтөндә бейәләй киптереү өсөн яйлы махсус ҡулайлама ла эшләнгән. 
Төҙөлөш ауыл активының – староста-депутаттарҙың саҡырыуы буйынса һәм Й. Әһеловтың етәкселеге аҫтында өмәләп башҡарылған. Өмәләрҙә Ринат Сафиуллин, Салауат Ғөбәйҙуллин, Илнар Била- лов, Руслан Ишбирҙин, Наил Йосопов, Илмир Ғәлиуллин, Исмәғил Сарсикеев, Әмир Төхвәтов, Ишбулат Әһелов, Азамат Ғөбәев, Илшат Әхмәтов, Мирхәт Сәғитов, Әхиәр Изибаев, Денис Ғүмәров, Рәсүл Ғималетдинов, Илшат Һибәтуллин, Фәһим Әһелов ихлас ҡатнашҡан. Радик Мәғәфүров ҡом һәм ҡырсынташ менән тәьмин иткән, Альберт Юнысов төҙөлөш материалдарын ташышҡан. Шлакоблок етмәй ҡалғас, Илмир Ғәлиуллин үҙенекен биргән. 
Ошо башланғыс Таштуй халҡын зыярат биләмәһен төҙөкләндереүҙәге артабанғы изге эштәргә дәртләндергән. Тимер һатып алып ҡапҡа эшләгәндәр. Йәмил Әһелов уның эскизын һыҙған, халыҡ хуплағас, үҙе иретеп йәбештергән. Будка эргәһендә сетка менән кәртәләнгән сүп-сар йыйыу контейнеры булдырылған. Ҙур ҡапҡа трактор менән инеп сүп-сарҙы тейәп алып сығыуға ла уңайлы. Ҡыҫҡаһы, зыярат биләмәһе уйлап планлаштырылған. Көҙгөһөн периметры буйлап ағас та ултыртҡандар. Алда ҙурайтылған кәртәлә ағас ултыртыу эштәре тора.
Эйе, таштуйҙар тап үҙҙәре теләгәнсә, зыярат биләмәһен ҙурайтып, 3D сетка менән кәртәләп алыуға өлгәшкән. Бында урындағы ауыл биләмәһе ярҙамға килгән. Ауыл депутаты Илшат Әхмәтов һәм йәмәғәтсе Йәмил Әһелов ҙур сығымлы эште халыҡ көсө менән генә атҡарып сығып булмаҫын аңлап, ярҙам һорап 2022 йылда Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Р. Э. Ҡадировҡа мөрәжәғәт иткән. Ауыл биләмәһе ҡаҙнаһынан бер юлы уҡ булмаһа ла, ике бүлә бирелгән аҡсаның беренсе өлөшөнә көҙҙән сетка алып ҡалһалар, икенсе йылында, йәғни былтыр, профилле торбалар һатып алалар. Нығытма материалдарға тип фермер Илшат Иштимеров 50 мең һум аҡса биргәс, бөтә кәрәк-яраҡ та теүәлләнә. Һәм йәнә ир-егеттәр дәррәү генә өмәләргә сығып, бер гектар майҙанды уратып кәртәләп тә ҡуялар. Атай-ағайҙарына ярҙамға өлкән кластарҙа уҡыусы егеттәр ҙә ҡушыла. Бына улар – Айрат Ғөбәев, Артур Аҡбулатов, Ғәзиз Айытбаев, Владик Штреляев, Дим Шаһимәрҙәнов. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Дилә Ғәлиуллина, Рәүиә Яҡупова, Гөлсинә Әхмәтова, Роза Ҡужина, Рабиға Кашапова, Лена Ғәлина һәм уның ҡыҙы Юлиә, Айһылыу Ишмөхәмәтова, Сәғиә Йосопова, Гөлйемеш Әһелова, Зилә Хайсарова бағаналарҙы, ҡапҡаны буяп сыға. Быйыл яҙ зыяраттың иҫке кәртәһен һүтеп, ауылдаштар осрашыуына тиклем ҡалған эштәрҙе йомғаҡлағандар. 
– Бындай зыярат Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә юҡ! – тип ғорурлана үҙ эштәренән ҡәнәғәт булған таштуйҙар. Бында ерләнгән мәрхүмдәр рухы ла шат ҡыла торғандыр. Ваҡыты еткәс бөтәбеҙ ҙә барып ята торған мәңгелек төйәктәр бөтә ауылдарҙа ла шулай ҡараулы, тәрбиәле булһа ине икән. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас