Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2024, 14:57

БАШҠОРТОСТАНДАН МХО-ла ҠАТНАШЫУСЫЛАРҒА НИМӘЛӘР ТЕЙЕШ?

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тәғәйен тиҫтәләрсә ярҙам сараһы булдырылған, әленән-әле яңылары өҫтәлеп тора. Уларҙың барыһын да бергә туплап, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Балаларға тәғәйен льготалар
Йөклө ҡатындарға, сабый имеҙгән әсәләргә, өс йәшкә тиклемге балаларға һөт кухняһынан бушлай аҙыҡ-түлек бирелә. Теркәлеү өсөн яҡындағы бүлеү пунктына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ. 
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бер йәш ярымдан ҙурыраҡ балаларын үҙҙәре өсөн уңайлы балалар баҡсаһына урынлаштыра йәки күсерә ала. Әйткәндәй, мәктәпкәсә учреждение улар өсөн тулыһынса бушлай. Район йәки ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. 
Баланы үҙегеҙ теләгән мәктәпкә урынлаштырырға йәки күсерергә мөмкин. Оҙайтылған көн төркөмөндә шөғөлләнеү һәм туҡланыу ҙа бушлай буласаҡ (был колледж студенттарына ла ҡағыла). Уҡыу йортона мөрәжәғәт итегеҙ.  
Шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай дәүләт һәм муниципаль түңәрәктәр, йәйге ял лагерҙары бушлай, улар спорт секцияларына яҙылыуҙа өҫтөнлөк һәм автобустарҙа айына 60 тапҡыр бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана. 
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балала-рын колледждарға һәм башҡа уҡыу йорт-тарына аттестаттың уртаса балын иҫәпкә алмайынса ҡабул итәләр, һәм улар буш-лай уҡый. Әгәр бала коммерция нигеҙен-дә уҡырға ингән булһа, уны бушлай уҡыу- ға күсерәләр. Әгәр белгеслек буйынса бюджет урындары булмаһа, уҡыуға түләү өсөн сертификат бирелә. Урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ятаҡ та бушлай булырға тейеш. Уҡыу йортоноң етәкселегенә мөрәжәғәт итегеҙ. 

Ғаилә өсөн льготалар
Ирекмәндәр МХО-ла ҡатнашыусылар- ҙың ғаиләләренә хужалыҡ эштәрендә яр-ҙам итә: утын яра, ихатаны ҡарҙан таҙар-та, кешенең һорауы буйынса дарыуха- нанан дарыуҙар йәки кибеттән аҙыҡ-түлек алып килә ала (сығымды хужа үҙе түләй). Шайморатов исемендәге штабтың телефоны: +7 (800) 201-89-03, Йәштәр сә-йәсәте буйынса дәүләт комитетының штабы:  +7 (927) 311-23-55. Эш ваҡыты 9.00 – 18.00 арауығында.
«Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре социаль түләүҙәргә документтар тултырыу эшен-дә бушлай ярҙам итә, алимент юллау, мираҫҡа ҡалған милекте билдәләү, бала-ларға һәм көнкүрешкә ҡағылышлы мәсь-әләләрҙә булышлыҡ күрһәтә. Үҙәк офис- тың телефоны: +7 (347) 246-02-80. 
МХО ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаилә ағзалары Башҡортостан шифахана-ларына бер тапҡыр 14 көнгә иҫәпләнгән юллама  алыу хоҡуғына эйә. Уны һәр кем үҙе генә лә йәки яҡын туғаны менән ете-шәр көндән бүлешеп ҡуллана ала. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ши- фаханаға бушлай юллама булырға тейеш (балалар поликлиникаһы аша медицина күрһәтмәләренә ярашлы бирелә). Шифа-хананың үҙенә мөрәжәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләлә-ре бер автомобилгә транспорт һалымы түләүҙән азат ителә. Ғариза яҙырға кәрәк-мәй, льгота автоматик рәүештә билдәләнә. 
МХО-ла ҡатнашыусы, уның ҡатыны (ире), бәлиғ булған балалары колледжда йәки автомәктәптә уҡыу өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ үткән йылдар өсөн компенсация түләүҙәре алырға мөмкин.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың пенсия йәшендәге йәки инвалидлыҡ төркөмөнә эйә ғаилә ағзалары шулай уҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән әсәләр өйҙә йәки ярымстационар алымда күрһәтел-гән социаль хеҙмәттәр менән файҙалана, йорт-интернаттарға сираттан тыш урын-лаша ала. Ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-775-00-14. Был ярҙам төрөн Дәүләт хеҙмәттәре аша ла юлларға мөмкин. 
Үҙаллы әҙерләгән осраҡта утын хаҡы-ның 10 процентын ғына түләп алыу мөм-кинлеге бар. Урындағы урман хужалы- ғына мөрәжәғәт итергә. 
Тиҙҙән тағы бер льгота — Өфөләге «Көнсығыш сығыу юлы»нан бушлай йөрөү ғәмәлгә инәсәк. Был ташлама менән МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ла ҡуллана ала. Уны юллау ҡағиҙәләре менән һуңғараҡ таныштырасаҡтар. 
Мәскәүгә йәки ошо өлкәгә яралы яу-гирҙе ҡарау өсөн килгән ғаилә ағзалары Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡ-лы вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәй ала. +7(495) 621-40-30 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә-ләре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәт-тәре өсөн түләүҙе кисектергән өсөн пеня түләмәй. Бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, хакимиәттәр был ҡағиҙәне үтәү өсөн исемлектәрҙе идара итеүсе компанияларға үҙҙәре тапшыра. Шулай уҡ бындай ғаиләләр сүп-сар сығарыу өсөн түләмәй. Үҙегеҙҙең төбәк операто-рына мөрәжәғәт итегеҙ.
Эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыуҙа шәхси ярҙам күрһәтелә. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләлә-ренә юридик ярҙам да бушлай күрһәтелә. 
МХО-ла ҡатнашыусы һәм ғаилә ағза-лары үҙ йортона газ үткәреү өсөн серти-фикат алырға хоҡуҡлы. Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
Дәүләт музейҙарында, театрҙарында, филармонияларында һ.б. урындарҙа 50-100% ташламалар ҡаралған. Мәғлүмәтте учреждение кассаһында аныҡларға һәм льгота буйынса билеттар һатып алырға мөмкин.
Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә бушлай психологик һәм психотерапевтик ярҙам күрһәтеү программаһы булдырыл-ған. Мөрәжәғәт итергә: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Респуб-лика клиник психотерапия үҙәге +7 (347)241-62-85; Республика клиник пси-хиатрия дауаханаһының ышаныс теле-фоны +7 (347) 295-02-36 (тәүлек әйләнә- һенә); Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ышаныс телефоны: 8-800-2000-122 (тәүлек әйләнәһенә, буш-лай, аноним рәүештә эшләй).

Шәхси финанстар
МХО ҡатнашыусыһы һәм уның ғаилә ағзалары кредит йәки займ буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатырға, «кани-кулдар» алырға хоҡуҡлы, әммә һуңынан сумманы түләргә тура киләсәк. Банкка йәки микрофинанс ойошмаһына мөрә-жәғәт итергә кәрәк.
«Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды»нан баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алырға мөмкин. Ҡағиҙәләр һылтанма буйынса:  zhilprog.bashkor-tostan.ru/documents/active/298309/, телефон: +7 (347) 218-17-46.
Дәүләттән грант алған, әммә 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса МХО-ға киткән Башҡортостан граждандары грант шарттарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат ителә. Грант алған ведомствоға мөрәжәғәт итергә.
Республика ғәмәлдә булған «бала-лар» пособиеларын иҫәпләгәндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың килеме иҫәпкә алын-май (йәғни ата-әсәнең эш хаҡы юғары булыуға ҡарамаҫтан, ғаилә пособиеға хоҡуғын һаҡлап ҡала). Федераль ярҙам сараларын иҫәпләгәндә Социаль фонд мобилизацияланғандарҙың килемен иҫәпкә алмай.
Торлаҡ йорт, төкәтмә төҙөүгә, элек башланған торлаҡ йорт төҙөлөшөн тамамлауға йәки ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға социаль түләү алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ булдырылған. Бының өсөн ауыл еренә күсенеү буйынса дәүләт программаһында ҡатнашырға кәрәк.
Фатирға аҡса туплау программаһында ҡатнашыусы МХО яугирҙәре бюджет премияһы менән бөтә аҡсаны алдан алырға йәки программала ҡатнашыуҙы бер ниндәй ҙә штраф санкцияларыһыҙ «туңдырырға» һәм ҡайтҡас яңынан башларға хоҡуҡлы. Ҡыҙыу линия телефоны +7 (347) 285-00-97.

Читайте нас