Көҙгө саҡырылышта хәрби комиссариаттан бөтәһе 91 кеше Ҡораллы Көстәр сафына баҫырға тейеш. Армиянан баш тартыусылар юҡ, бөтәһе лә ҙур теләк менән китә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлеге насар булып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғандарҙың (улар «Г» һәм «Д» категорияһына ҡарай армиянан азат ителгәндәр) артыуы күҙәтелә. Ундайҙар ҙа тиҫтәләп йыйыла. Хәрби хеҙмәткә алынғансы үҙе теләгән һөнәрҙе үҙләштергән егеттәр ота.
— Яңыраҡ хәрби комиссариат аша ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһендә уҡыған 30 егетебеҙ ҡулына водитель танытмаһы алды. Бөгөн әрмегә киткәндәр араһында 7 егеттең машинаға идара итеү танытмаһы бар. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк, — тине бүлек начальнигының саҡырыу буйынса ярҙамсыһы Эльвира Лоҡманова.
— Күптән түгел Курск өлкәһенән һәләк булып ҡайтҡан яҡташ егет менән армияла булған аяныслы ваҡиға ла бар йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеп, әрме сафына яңы аяҡ баҫырға торған егеттәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен тетрәндермәй ҡалмағандыр. Мин дә, әсәй булараҡ, улымды шул тиклем ҡурҡыу һәм һағыш менән оҙатам. Тик улдарыбыҙҙың илһөйәрлек тойғоһо көслө, улар үҙҙәре теләп Ватан һағына баҫа, — тине һалдат әсәләренең береһе.
Берәү ҙә улын йәберләтеү — йыртҡыс ҡанлы әҙәмдәр ҡулына тапшырыу теләге менән хәйер-фатихаһын биреп, әрмеләргә оҙатмай. Һәр әсәнең теләге аҡ — улым илһөйәр булһын, Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәһен. Беҙҙең һалдаттар армияны ысын сынығыу мәктәбе тип һанап, сафҡа баҫҡандар икән, шул ышаныстары, изге ниәттәре һүнмәһен, көслө рухтары һынмаһын ине. Ата-әсә йортона егеттәребеҙҙән тик һөйөнөслө хәбәр-ҙәр генә килһен, имен-аман әйләнеп ҡайтһын үҙҙәре!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.