Украинала барған ҡораллы низағтарға бер кем дә битараф түгел. Бөгөн һәр район, ҡала һәм ауылда йәшәгән халыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итә. Кемдер аҡса күсерһә, икенселәре һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр туплай, өсөнсөләр маскировкалау селтәрҙәре үрә, дүртенселәр аш-һыу әҙерләп алғы һыҙыҡҡа күстәнәстәрен ебәрә.
Ҡаҙмаш ауылы халҡы яугирҙәр өсөн тәгәрмәсле мунса эшләне һәм ошо көндәрҙә гуманитар ылау юлға сыҡты.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин етәкселегендәге инициатив төркөм егеттәре тиҙ арала ауылда һәм ситтә йәшәгән халыҡтан аҡса йыя һәм мунса өсөн кәрәк-яраҡтар һатып алып, ике көн (!) эсендә тәгәрмәсле мунсаны эшләп тә ҡуя. Был ҡаҙмаштарҙың тағы ла оҫта ҡуллы, дәррәү һәм дөргөн булыуҙарын иҫбатлай.
Тәгәрмәсле мунса тағылған, милли ризыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тейәлгән машиналарҙы Ҡаҙмаш ауылы халҡы изге теләктәрен юллап, оҙатып ҡалды. Мунса, гуманитар ярҙам ир-егеттәребеҙҙең хеҙмәтен, көнкүрешен еңеләйтһен, ти ауыл халҡы.
— Гуманитар ярҙамды күберәк ауыл халҡы йыйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләһә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итһә, ир-егеттәр иһә мунса эшләү һәм юл хаҡын ҡапларлыҡ финанс ярҙам йыйҙы, — ти ауыл биләмәһе башлығы.
Әйткәндәй, Ҡаҙмаш ауылынан бындай ярҙам тәүге тапҡыр ғына оҙатылмай. Яугирҙәр күптән инде ауыл оҫталары эшләгән бер нисә тәгәрмәсле мунсаны файҙалана. Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыу-сылары һалдаттарға изге теләктәр теләп, өсмө-йөшлө хаттар яҙған, һүрәттәр төшөргән.
Гуманитар ярҙам күбеһенсә Ҡаҙмаш ауылы егеттәренә һәм Үтәгән, Әбделғәзе ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә инселәп оҙатылды.
Берҙәм һәм дәртле ҡаҙмаштар быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Яугирҙәргә оҙатылған гуманитар ярҙам да «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған.
Г. ҠАҺАРМАНОВА.