Һиммәтов Самат Фәнгиз улы 1991 йылдың 11 мартында Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан төрлө сараларҙа әүҙем булған, спорт менән шөғөлләнгән, волейбол командаһында уйнаған, бер һүҙ менән әйткәндә, һәр ваҡыт алда булырға ынтылған. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының 63-сө һөнәрселек колледжында уҡып, кран машинисы һөнәренә эйә була. Һуңынан Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәтен Красноярск ҡалаһында кинолог булып үтә. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан егет Магнитогорск металлургия комбинатына ҡараған «Аглофабрика»ла хеҙмәт юлын башлай. Коллегалары уны яуаплылығы, эшһөйәрлеге өсөн ихтирам итә. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә, тоғро, ышаныслы дуҫ була.
2024 йылдың сентябрь айында Самат Һиммәтов хәрби контракт төҙөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яҡташыбыҙ икенсе штурмлау ротаһының икенсе взводының ут ярҙамы бүлеге снайперы булып хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 10 ноябрҙә махсус хәрби задание үтәгән ваҡытта Донецк һәм Луганск республикаларын һаҡлап, батырҙарса һәләк була. Батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере 33 йәшендә өҙөлә.
Самат Фәнгиз улын атаһының тыуған ауылы Әүмеш ауылында һуңғы юлға оҙаттылар.
Район Советы секретары Булат Исламбаев яугирҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты:
— Район хакимиәте исеменән Самат Фәнгиз улының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан егеттең батырлығы мәңге иҫтә булыр. Беҙ тыныс тормошта йәшәһен, киләсәк матур булһын өсөн егеттәребеҙ башын һала. Тыныс йоҡла, Самат. Һинең батырлығыңды беҙ бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ.
— Бөгөн һеҙҙең менән бергә бөтә район ҡайғыра. Хөрмәтле Фәнгиз Ғабдулла улы, шундай батыр илһөйәр ул, ҡыйыу яугир үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда башымды эйәм. Беҙ һәр саҡ һеҙгә ярҙамға килергә әҙербеҙ, — тине Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев. — Батыр яугирҙең исемен мәңгеләштереү — беҙҙең бурыс.
Бөтә туғандары исеменән батырҙың инәһе Мөслимә Мөхөтдинова һүҙ алды.
— Самат улымды һуңғы юлға оҙатырға килгән яҡташтарға рәхмәт белдерәбеҙ. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлы булды. Буш ваҡытын туғандары, дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында үткәрергә ярата ине. Тыныс йоҡла улым, һин беҙҙең хәтеребеҙҙә изге күңелле, аҡыллы, ҡыйыу туғаныбыҙ булып һаҡланасаҡһың. Беҙ һине яраттыҡ, яратабыҙ. Мәңгелек йоҡоң тыныс, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын. Бәхил бул, улым! — тине ул күҙ йәштәре аша.
Имам-хатиб Ғәйнетдин Шәмсетдинов батырҙы һуңғы юлға оҙатыу доғаһын уҡығас, яугирҙе мәңгелек йортона оҙаттылар.
Тыуған илде һаҡлау юлын һайлаған яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә хеҙмәттәштәренең хөрмәтен ҡаҙанырға һәм үҙен ҡаһарман, тәүәккәл яугир итеп күрһәтергә өлгөргән. Ғүмеренең аҙағына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалған яугирҙең атаһы Фәнгиз Ғабдулла улының, ағаһы Данистың, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр!