1. Хәүефһеҙлек кимәле юғары. Хеҙмәт итеү яу һыҙатынан алыҫта алып барыла. Шуға күрә алғы һыҙыҡтағы подразделениелар менән сағыштырғанда яугирҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүеф кәмерәк.
2. Һығылмалы хеҙмәт ваҡыты. Беренсел контракт бер йылға төҙөлә, был иһә хеҙмәттең үҙенсәлеген баһалауға булышлыҡ итә. Контракт ваҡыты үткәс, хәрби кеше хеҙмәттән азат ителә ала йәки башҡа шарттарҙа яңы контракт төҙөй.
3. Һөнәрҙең гарантиялары һаҡлана. Хәрбиҙең ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки ғәскәрҙең башҡа төрөнә күсерә алмауҙары тураһында контрактта айырым билдәләнәсәк.
4. Тулы соцпакет. Контракт төҙөгәндәргә ҡануниәт буйынса ҡаралған бөтә льготалар һәм социаль гарантиялар, шул иҫәптән аҡсалата түләмдәр, торлаҡ менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хеҙмәт стажы өсөн пенсия ҡарала.
5. Белем алыусыларға махсус шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусы граждандар академик отпуск алып контракт төҙөү хоҡуғына эйә. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, улар уҡыу йортонда ҡабат тергеҙелә ала. Мөмкинлек булғанда бюжет урынында уҡыу хоҡуғы бирелә.
6. Мотивациялы түләүҙәр системаһы. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һөҙөмтәле ҡулланған өсөн өҫтәмә түләүҙәр бар. Уның күләме 50 мең һумдан 500 мең һумға тиклем етә.
45-кә тиклемге ир-егеттәрҙе көтәбеҙ. «Геймер тәжрибәһе» йәки радиосамолет/дрон менән идара итеү тәжрибәһе; «VR» ҡулланыу тәжрибәһе, аэродинамикаһы нигеҙҙәрен һәм дрондың «үҙен нисек тотоуын» аңлау, фекерләү ҡеүәһе һәм «кадр тойғоһо» булыуы, пилотһыҙ һауа суднолары менән идара итеүгә өйрәнеү тураһында таныҡлыҡтар булыуы хуплана.