Новости
5 Сентября , 09:45

Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!

РМК хәйриә фонды Һәм "Салауат" компанияһы беҙҙең районда ысын мәғәнәһендә шиғри блиц-турнир ойошторҙо. Балаларҙың шиғыр һөйләгәне“Абзелил” район гәзитенең бәйләнештә селтәрендә сығарылып барҙы. Бәләкәй йәштәге балалар был шиғыр конкурсында ихлас ҡатнашты: кемдер тасуири, кемдер оялып ҡына, кемдер үткер икәнлеген дә төҫмөрләнек. Иң шатлыҡлы минуттар балаларҙы тәбрикләгән ваҡытта булды. Ойоштороусылар 20 беренсе класс уҡыусыһына бүләктәр әҙерләгән ине.

Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!
Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!

«Салауат " компанияһы директоры Таһир Бәхтигәрәев беренсе класс уҡыусыларына уҡыу-кәрәк яраҡтары йыйылмаһын шәхсән ҡулына тапшырҙы.  

- Был йыйылмалар – белем өсөн алышта һеҙҙең төп ҡоралығыҙ, өйгә тик “бишле”ләр генә алып ҡайтығыҙ! - тип кәңәш бирҙе Таһир Тимербай улы кескәйҙәрәгә. Балаларҙың тәбрикләүселәр алдында дәртләнеп яңынан шиғыр һөйләүе үҙе бер күңелле тамаша булды.

Һуңынан компания хеҙмәткәрҙәренең хәйриә десанты Михайловка ауылы мәктәбенә юлланды. Бында беренсе класс уҡыусыларының дәрестәре күңелле тамамланды: балалар канцелярия кәрәк-яраҡтары тултырылған матур рюкзактар менән бүләкләнде.

Ҡалған бүләк йыйылмаларын «Салауат " компанияһы директоры Әбйәлил районының социаль хеҙмәттәре етәкселегенә тапшырҙы.

Иғтибарығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ өсөн РМК хәйриә фондына һәм «Салауат» компанияһына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был бүләктәрҙе ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған беренсе класс уҡыусыларына тапшырабыҙ, - тине опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Эльвира Ниғмәтова.

 

Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!
Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!
Шиғыр уҡы ла, бүләк ал!
Автор:
Читайте нас