+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
22 Ноябрь 2016, 17:40

Тормоштан ҡәнәғәт булып

Алтмыш йыл ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер кисереү бик һирәктәрҙең өлөшөнә төшкән бәхет. Булат ауылында йәшәгән Рәйсә һәм Рәфҡәт Йәноҙаҡовтарҙы был бәхет урап үтмәгән. Бер-береһен ғүмер буйы ҡурсалап, ихтирам итеп, бына тигән ғаилә төҙөгән, лайыҡлы балалар үҫтергән Йәноҙаҡовтар ошо көндәрҙә гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Булат егете Рәфҡәт Әбделмәмбәт ауылында кейәүҙә булған Зөһрә апайында һәм Әҙеһәм еҙнәһендә йыш ҡунаҡ була. Шулай, бер барғанында ошо ауыл ҡыҙы Рәйсәне күреп, уға күҙе төшә. Аҡыллы, эшсән ҡыҙҙы оҡшатыуына апайы менән еҙнәһе лә шат була һәм тиҙ арала йәштәрҙе йәрәштереп тә ҡуялар.

Заманына күрә туй яһап, Рәйсәһен Булат ауылына килен итеп төшөрә Рәфҡәт.

Кейәүгә сыҡҡанға тиклем Рәйсә колхоз эшендә була, ҡайҙа ҡушалар, шунда тырышып тир түгә.

— Ырҙын табағында эшләгәндә элеваторға тәүге ылауҙы оҙатып барҙым. Хужалыҡтың шул саҡтағы рәйесе Йәғәфәр ағай Нафиҡов ашлыҡты тапшырып ҡайтҡас, яулыҡ, еҫле һабын менән бүләкләгәйне, — тип хәтерләй Рәйсә Мөжәүир ҡыҙы.

Әсәһенең берҙән-бер таянысы булған Рәфҡәт ағай ҙа алты йәшенән ат менән күбә тарттырыуҙа йөрөй. Үҫә төшкәс, башҡа эштәргә йәлеп ителә. 1963 йылда тракторсылар әҙерләү курстарын тамамлай һәм комбайнға ултыра. Үҙенең ҡорос атында тос башаҡлы игендәр сайҡалған баҫыуҙарҙы ун алты йыл иңләй Рәфҡәт ағай.

Унан инде хужалыҡҡа ҡеүәтле Т-150 тракторы ҡайтарылғас, тәжрибәле механизатор булған Рәфҡәт Шаһивәли улына ышанып тапшыралар. Бер нисә йылдан тағы яңы трактор килә, хужалыҡ етәкселеге уйлап та тормай, уныһын да Рәфҡәт ағайға беркетә.

— Өр-яңы ике ҡеүәтле тракторҙы туҙҙырып сыҡты пенсияға ағайығыҙ, — тип шаярта Рәйсә апай.

Ә ошо йылдар дауамында күпме эш башҡара Р. Ш. Йәноҙаҡов. Ер һөрә, иген сәсә, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша, йөк ташый, ғөмүмән, бер генә көн дә эшһеҙ тормай. Бар эште урын-еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән механизаторҙың исеме һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, тырыш хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. 1973 йылда район буйынса иң күп иген һуғып алыуға өлгәшкән комбайнер «Почет Билдәһе» орденына лайыҡ була. Бынан тыш, биш йыллыҡтар ударнигы, социалистик ярышта еңеүсе знактары ла етерлек Рәфҡәт ағайҙың. Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмәһендә лә ҡатнашырға насип була уға.

Өлгөлө ғаилә башлығы, тырыш эшсе булған Рәфҡәт Шаһивәли улының ауылдаштары араһында ла абруйы ҙур була: яҡташтары уға ышаныс, хөрмәт күрһәтеп, ауыл Советына өс саҡырылыш депутат итеп һайлай.

Рәфҡәт Шаһивәли улы хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыға. Хужалыҡта бер эштән дә ситтә ҡалмаған, унан 16 йыл почтальон булып эшләп пенсияға сыҡҡан Рәйсә апай ҙа хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә.

Өс ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы ата-әсә өлгөһөндә эшһөйәр, тырыш итеп тәрбиәләгән Йәноҙаҡовтар. Ун биш ейән-ейәнсәренең генә түгел, ун биш бүлә-бүләсәрҙәренең дә ҡыуаныс-шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәй.

Заманында тирә-яҡта билдәле мулла булған атаһынан дини тәрбиә алған Рәфҡәт ағай хаҡлы ялға сығыу менән ныҡлап дингә килә. Бөгөн Булат ауылында эшләп торған иман йортон төҙөтөүгә күп көс һала. Һәр яҡтан күптәргә өлгө булған имамдың халыҡ араһында ҙур тәрбиәүи эш алып барыуы ихтирамға лайыҡ.

Ғүмер тауының һикһәненсе үренә яҡынлашҡан дин әһеле Рәфҡәт ағай һәм Рәйсә апай Йәноҙаҡовтар бөгөн дә йәштәр-ҙе көнләштерерлек донъя көтә. Тирә-яҡҡа йәм биреп торған күркәм йорттарында ҡаласа шарттар булдырылған. Оло йәштәбеҙ тип тормай, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.

Бер-береһе хаҡында даими хәстәрлек күреп, ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисереп, гәүһәр туй кеүек оло юбилейға килеп еткән Рәфҡәт ағай менән Рәйсә апай. Был йылдар дәүерендә, әлбиттә, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына түгел, ҡайғы-борсолоуҙар ҙа булғандыр. Ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашып йәшәгәнгә күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә булып дан алған Йәноҙаҡовтар. Ошо йылдар дауамында бер-береһенә булған хистәрҙе юғалтмайынса, саф килеш һаҡлап ҡалған парҙың артабан да береһе икенсеһенә кәрәк һәм терәк булып, бергә йәшәүҙәренең тағы ла күп юбилейҙарын ҡаршыларға яҙһын.

Читайте нас: