Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, колхозда эшләп йөрөгән Һаҙыйға Ҡусҡарҙа йәшәүсе Вәлит ағаһы: «Һиңә Орсоҡ Ҡусҡарынан егәрле, шәп кәләш күҙләгәнмен, килеп ет — әйттерәбеҙ», — тип сәләм ебәрә. 26 йәшен тултырған улының хатта буйҙаҡ йөрөүенә бошонған әсәһе лә Һаҙыйын тиҙерәк башлы-күҙле иттереү өсөн йәһәтләп яусы ебәртә, артынса кейәү егете лә Ҡусҡарға барып етә.
— Шулай уйламағанда ғына кейәүле булдым. Апаң ат егеп санала Үтәгәнгә оҙатып алып ҡайтты. 1966 йылдың нәҡ әлегеләй мамыҡ ҡарҙар яуған мәле ине. Атай-әсәйҙәр, туған-тыумаса шау-гөр килеп аҙна самаһы ҡоҙала йөрөштө, ә беҙҙең алда артабан бергә донъя көтөп китеү бурысы тора ине, — тип ярты быуат элек булған ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәрә Зәйтүнә инәй.
Әҙәм балаһы ғына маңлайына яҙған яҙмышын күҙаллау һәләтенә эйә түгел. Ә Күктәр барыһын да алдан — тыуа-тыуғандан хәл итеп ҡуя, хатта яҙмышыңды бәйләр парыңды ла билдәләп, уның юлына насип итә. Бөгөн алтын туйҙарына килеп еткән Зәйтүнә менән Һаҙый Ғәлләмовтарҙың никахына ла Хоҙай тарафынан фатиха бирелгән. Юғиһә, хеҙмәт иткән ерендә егет теген машинаһы һатып алып, өйгә посылка һалыр инеме? Тегеүгә оҫталығы булмаған әсәһенең: «Ярай, киленемә булыр», — тип инселәп ултыртып ҡуйыуында йәнә бер хикмәт бар. Тегенсе булам тип хыялланған ҡыҙ ошо нигеҙгә килен булып төшөр тип, был өсәүҙең береһенең уйына килде микән?..
Атай йортона килен төшөрә Һаҙый. Дөрөҫөрәге, әсәһе менән өсәүләп йәшәп китәләр. Яу ҡырында башын һалған атаһын бөтөнләй иҫләмәй ул. Ире һуғышҡа киткәнендә туғыҙ айлыҡ ҡалған ошо төпсөгөн, унан өлкәнерәк тағы ике улын тол ҡатын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Атайһыҙ-арҡаһыҙ малайҙар быуындары нығыр-нығынмаҫтан ҡул араһына инә, Амангилделә ете класс тамамлаған Һаҙый ҙа 14 йәшендә колхозда һарыҡ көтөүсеһе булып хеҙмәт юлын башлай.
Өйгә килен инеү менән хужабикәһен көткән өр-яңы теген машинкаһына ла йән инә. Уңған ҡатын түшәк-ҡаралдыны, шаршау-ҡорғандарҙы яңырта, матур-матур күлдәктәр тегеп ҡәйнәһен һөйөндөрә, йортҡа ҡот, ырыҫ өҫтәп бер-бер артлы донъяға килгән ҡыҙҙарын да аҡлы-суҡлы итеп кейендерә. Эшкә тилбер, таҙалыҡ-бөхтәлек яратҡан килененә һоҡланып-ҡыуанып бөтә алмай ҡәйнә кеше, хатта көн дә йыуып ейәнсәрҙәремдең күлдәктәренең төҫөн юйып, ылбыратып бөтөрәһең инде, тип юрый орошҡан була.
— Итәк тулы бала, тип һылтанып, ҡул ҡаушарып өйҙә ултырыр заман түгел ине. Иртә менән бригадир килеп етер ине. Йәш баланы сәңгелдәге менән йөкмәп, өлкәнерәктәрен ҡәйнәмә ҡалдырып, бесәненә лә йөрөнөм, һыйыр һауҙым, гелән маҡталып, премиялар алып эшләнем. Эш айырып торманым — иҙән йыуыусы ла булдым, — тип дауам итә һүҙҙе Һаҙый апаның йәмәғәте.
Ишле ғаилә нужа күрмәһен өсөн ир кеше лә баш көллө эшкә егелә. Эшсән, намыҫлы, тәртип яғынан да ныҡлы тип ҡылыҡһырлап, хужалыҡ етәкселеге колхоздың өр-яңы «Дружба» бысҡыһын Һаҙый Ғәлиәкбәр улына тоттора, йыл ярым урманда ағас ҡырҡыуҙа йөрөй. Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр. Тормош иптәшенең эстән һыҙып йөрөгән «ҡорос ат»ҡа ултырыу теләген һиҙгер ҡатыны тойомламай буламы? «Мәйелең, уҡы әйҙә», — тип донъя, бала-саға хәстәрҙәрен үҙ өҫтөнә алып, Зәйтүнә Ишбулды ҡыҙы ирен курсҡа оҙата. Хужалыҡта ла шоферҙар етешмәгән мәл. Дүрт ай уҡып, СПТУ танытмаһын алған урман төбәгенән 5 ир-уҙаманды «Заветы Ильича» колхозы рәйесе И. Г. Пеннер саҡыртып алып, биш йөк машинаһы асҡысын тоттора. «Ремонт талап иткән иҫке генә машиналарҙы йүнәтеп алдыҡ», — тип хәтерләй Һаҙый апа. Руль артына ошо ултырыуынан пенсияға сыҡҡансы 35 йыл төшмәй ул. Был дәүерҙә апа ике өр-яңы һөт ташыу машинаһын «туҙҙыра». Көн һайын таң һарыһынан бер маршрут буйынса соҡор-саҡырлы йәйләү һәм ферма юлынан Асҡарға һөт ташый.
— Һөттө машинаға биҙрәләп ташып ҡойған мәлдәр бар ине, Амангилде фермаһынан ғына 3,5 тонна продукция тейәй инем, бер иртәлә генә ике-өс рейс яһарға тура килә торғайны. Ғаилә ҙур булғас, алһыҙ-ялһыҙ эшләнелде, байрамдарҙа ла, ял көндәрендә лә рейста булдым, бының өсөн икеләтә хаҡ алып эшләнем, хатта отпускыға ла сыҡманым, — тип һөйләй тырыш хеҙмәте өсөн 1975 йылда «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһенә лайыҡ булған хеҙмәт ветераны.
Алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә һөнәр биреп, эйәле-башлы иткән Ғәлләмовтар. Иң өлкәндәре Гүзәл Әхмәттә, Гөлнара Буранғолда, Фәйрүзә Дәүләттә, Земфира Асҡарҙа оя ҡорһа, Флүзә менән Ләйсән Үтәгәндә төпләнгән. Хеҙмәттәрендә маҡтаулылар — почтальон, тегенсе, шәфҡәт туташы, балалар баҡсаһы мөдире, уҡытыусы, страховкалау буйынса белгес булһалар, ғаиләләрендә тормош иптәштәренә ышаныслы юлдаш, балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй улар. Зәйтүнә инәй менән Һаҙый апа хәҙер 18 ейән-ейәнсәр һәм 2 бүләсәргә өләсәй-олатай булған.
— Бына ошо инде беҙҙең байлыҡ-дәүләт, кейәүҙәрҙән дә уңдыҡ, бергәләшеп килеп ярҙам итәләр, — тип һөйөнә ололар. Береһе һикһәнде ваҡлап, икесеһе етмешкә аяҡ баҫһа ла, дәртләнеп донъя көтә Ғәлләмовтар. Өй — бала-саға, кәртә — мал-тыуар менән ҡотло, ти улар. Шөкөр, өйҙә балалар тауышы һаман тынмай, үҙҙәре менән бергә торған кинйәкәйҙәре Ләйсәндең өс малайы үҫә. Зәйтүнә инәй ейәндәрен тәрбиәләшә бөгөн. Ә Һаҙый апа көн оҙоно кәртә-ихаталағы эшен теүәлләй. Хужалығы ҙур ғына: йылҡы, һыйыр, һарыҡ малдары апаруҡ, ҡош-ҡорт та бар.
Ғәлләмовтарҙың нурлы йорто Үтәгәндәге иң төҙөк, матур ихаталарҙың береһе. Хәләл көстәре менән өй һалып инеп, уны төҙөкләндереүгә, йыһазландырыуға йылдар буйы ҙур хеҙмәт һалғанға күрә ялтлап тора, «Өлгөлө йорт» тигән алтаҡта ла лайыҡлы беркетелгән. Ә ҡапҡаларын тыныслыҡ, татыулыҡ ҡоштары — күгәрсендәр биҙәй, әйтерһең, ошо йортта пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, ярты быуат татыу ғүмер кисергән ғаилә парын һынландыра улар…