– Ғүмер буйы ошо ерлектә данлы хеҙмәт юлы үткән, күпләп балалар үҫтереп, әле лә ауылдың терәге, ғорурлығы булып йәшәгән оло быуынды оноторға хаҡыбыҙ юҡ, барығыҙға ла имен ҡартлыҡ, донъя ҡыуаныстары теләйем, – тине тантананы асып, биләмә башлығы А. И. Солтанов. Артабан һүҙ алған район Советы депутаты И. Ш. Әминев ышаныс белдергән һайлаусыларына рәхмәтен әйтеп, матур сара ойоштороуҙарына һоҡланыуы аша юбилярҙарҙы ихлас тәбрикләне.
Ваҡытында гөрләп торған Рауил ауылы фермаһында таң һарыһынан ҡара кискә тиклем бил бөккән һауынсылар, һарыҡсылыҡта, малсылыҡта эшләгәндәр, шоферҙар, ғөмүмән, фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән дан ҡаҙанғандар, колхозды алдынғылар рәтендә алып барғандар – тәбрикләнәсәк юбилярҙар.
Хәсимә Ғәлимова һәм Мәймүнә Уйылдановаға 90 йәш тулған. Был инәйҙәр, сырхап тороуҙары сәбәпле, сарала ҡатнаша алманы. Рафиҡ Рәхмәтуллин – 85, Хәшиә Ғибәҙәтова, Рәйлә Сафиуллина, Нуриман Хәлилов, Нуритдин Уйылданов – 80, Дания Хәлилова, Мәхмүзә Уйылданова – 75, Роза Баһранова – 70, Мохтар Ишмөхәмәтов, Зифа Мәхмүтова, Фәниә Байбулатова, Нурмөхәмәт Уйылданов – 65, Ғәлиә Ниғмәтуллина, Мөршиҙә һәм Хәкимйән Кәримовтар, Сәкинә Ғәзизова, Дәүләтша Утарбаев, Рәсимә Ғарипова – 60, Миңзәлә Мәхмүтова, Роза Уйылданова, Фирҙәүес Әхмәтғәлина 55 йәштәрен тултырған. Юбилярҙарҙың хеҙмәт дәүере тураһында сараны алып барыусылар Гүзәлиә Ғибәҙәтова, Тәнзилә Уйылданова ентекле һөйләп үтте, һәр тәбрикләнеүсегә концерт номеры бағышланды, шулай уҡ ата-әсәләрен балалары, туғандары ҡотланы, йыр-бейеү, шиғыр бүләк итте. Ауылдың йәмәғәтселек эшендә, ветерандар хәрәкәтендә әүҙемлек күрһәткән Мохтар Ишмөхәмәтов һәм Фәниә Байбулатоваға район ветерандар советының Почет грамотаһын Рауил ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Йәрмөхәмәтов тапшырып үтте. Ауылдың старостаһы, бөтә сараларҙың алыштырғыһыҙ ойоштороусыһы Мохтар Мөхәмәтхажи улын Абдулхаҡ Исмәғил улы ла Почет грамотаһы менән хөрмәтләне. Һәр юбилярға биләмә тарафынан әҙерләнгән бүләктәр бирелде, шулай уҡ Әҙеһәм Шәриф улы «Берҙәм Рәсәй»ҙең бүләктәрен тапшырҙы.
«Гөлнәзирә» фольклор төркөмө – йыр-бейеүҙәре, Һөйәрбикә Низамова, Мәликә Вәлиева – аһәңле шиғырҙары, Ғәлиә Ниғмәтуллина, Рәмилә Ахунова, Рәшиҙә Уйылданова, Ейән Хәлилова моңло йырҙары менән тамашасылар күңелен яуланы.
Тантанаға ихлас әҙерләнгән клуб мөдире Миңлегөл Вәлиеваның сағыу тамашаның матур үтеүендә өлөшө ҙур. Ул һәр юбилярҙың өйөнә барып тормошо һәм хеҙмәт юлы тураһында бай мәғлүмәт йыйып, сценарий яҙған һәм юбилей кисәһен матур концерт әҙерләп ойоштороуға өлгәшкән.
Олпат йәшкә еткән ололар әле лә ауылдың тотҡаһы. Күҙҙәрендә балҡыған шатлыҡ осҡондары хөрмәтле инәй-апаларға ҡарата тик һоҡланыу уята, уларҙың данлы, заяға уҙмаған мәғәнәле тормошона мәҙхиә яҙырлыҡ…