-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
13 Февраль 2018, 12:15

Республика Башлығынан бүләк

Ошо позитив фотоһүрәт аша интернет селтәрендә йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуын уятҡан һәм киң танылыу яулаған Хәлил ауылында йәшәүсе Ишбикә һәм Нурийән Әбдразаҡовтар 70 йыл бергә ғүмер итеүҙәре уңайынан республика Башлығы Р. З. Хәмитовтың ҡотлау адресын һәм ҡиммәтле бүләген алды.

Ошо позитив фотоһүрәт аша интернет селтәрендә йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуын уятҡан һәм киң танылыу яулаған Хәлил ауылында йәшәүсе Ишбикә һәм Нурийән Әбдразаҡовтар 70 йыл бергә ғүмер итеүҙәре уңайынан республика Башлығы Р. З. Хәмитовтың ҡотлау адресын һәм ҡиммәтле бүләген алды.

— Бик һирәк ғаилә парҙары ғына үҙҙәренең таж туйҙарын билдәләй. Район ЗАГС бүлеген етәкләү дәүеремдә тәүге тапҡыр иң оло парҙы тәбрикләйбеҙ. Элек кешеләр никах уҡытҡандар ҙа бергә йәшәп киткәндәр, ә ЗАГС-ҡа барып тормағандар, никахты рәсми теркәтмәгәндәр. Шуға күрә 70 кенә түгел, 65 һәм 60 йыл бергә йәшәүсе ололарыбыҙҙы ла нигеҙҙә ошо сәбәп арҡаһында тәбрикләй алмайбыҙ. Әбдразаҡовтар законлы никахҡа 1954 йылда ғына торған. Ләкин уларҙың никах тураһында таныҡлығында мисәт менән нығытылған «1947 йылдан бергә йәшәйҙәр» тигән яҙма теркәлеүе Ишбикә Әғзәм ҡыҙын һәм Нурийән Сафа улын иҫтәлекле ғүмер байрамы менән ҡотларға нигеҙ булып тора, — ти ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. М. Әхмәтова.

Булдыҡлы, уҡымышлы Нурийән Сафа улының ваҡытында етәксе вазифалар биләүе булмышына, холоҡ-фиғеленә яҙылған. Ул «Осҡон», аҙаҡ Киров исемендәге колхоз булып киткән хужалыҡта Хәлил бригадаһын етәкләгән, оҙаҡ йылдар колхоздың баш механигы булған. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, иҫе теүәл, теремек бабай йор һүҙле, юморға бай булыуы менән айырылып тора. Ишбикә Әғзәм ҡыҙы ла колхозға хеҙмәт иткән. Хужалыҡ баҡсаһында йәшелсә үҫтергән, ырҙында иген таҙартыуҙа йөрөгән, йәмәғәт малына бесән әҙерләүҙә ҡатнашҡан, ҡырсылыҡта эшләүселәргә икмәк бешергән, май заводында оператор булып эшләп, пенсияға сыҡҡан.

Әбдразаҡовтар алты балаға — дүрт ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләгән. Ғаиләгә бала ҡайғыһын кисерергә лә тура килгән — улдары Иштимер йәшләй фажиғәле һәләк булған. Быйыл 90 йәштәрен туйлаясаҡ хеҙмәт ветерандары бөтә балаларының да терәк-таянысын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡәҙер-ихтирамында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булған балаларының ярҙамы, даими иғтибарынан тыш, ололарға социаль хеҙмәткәр ҙә беркетелгән. Әбдразаҡовтарҙың иркен, йылы йорттарында бөтә уңайлыҡтар бар. Шуға ла тормош-көнкүрештәренән ҡәнәғәт булып, муллыҡҡа һөйөнөп, шөкөр ҡылып йәшәйҙәр.

— Тормош шундай матур, етеш. Ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә. Һаулыҡтың насарайыуы ғына үкенесле, олоғайҙыҡ шул, — тип көрһөнөп ҡуя Нурийән апа.

Юбиляр парға Рөстәм Зәки улының ҡотлау теләктәрен һәм иҫтәлекле бүләген Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Ә. М. Хәмзин һәм инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Р. Ә. Дәүләтов тапшырҙы. Көтөлмәгән бүләк һәм иғтибар-ға ололар ихлас ҡыуанды. Өҫтәл артындағы йылы аралашыуҙа Нурийән Сафа улы тормош хәтирәләрен бәйән итте, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп тә алды.

Читайте нас: