+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
3 Апрель 2018, 11:38

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй...

Ҡайғыға баш эймәй, балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырғандарҙы тол ҡатындар иламай тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Үҙәккә үткән яңғыҙлыҡты сабыр үткәргән, балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем бирергә тырышып, әсәй ҙә, атай ҙа булған Таңһылыу Фәхрислам ҡыҙы Рәхимова тап шундайҙарҙан.

Ҡайғыға баш эймәй, балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырғандарҙы тол ҡатындар иламай тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Үҙәккә үткән яңғыҙлыҡты сабыр үткәргән, балаларына лайыҡлы тәрбиә, белем бирергә тырышып, әсәй ҙә, атай ҙа булған Таңһылыу Фәхрислам ҡыҙы Рәхимова тап шундайҙарҙан. Донъя йөгөн һис зарланмай тартты, шуға күрә ауылдаштары, балалары алдында намыҫы таҙа. Ауылдың абруйлы ағинәйе ошо арала 90 йәшен тултырҙы.

1928 йылда Ғәбдин ауылында донъяға килгән ул. Таңһылыуға биш йәш булғанда, әсәһе Хөбъямал үлеп ҡала. Тимерсе булып эшләп йөрөгән атаһы Фәхрисламды эргә-тирәләге ауылдарҙы берләштереп, «Трактор» колхозы ойошторолғас, бригадир итеп ҡуялар. Сәлиха исемле ҡатын менән донъя ҡороп ебәрәләр, уларҙың бер-бер артлы биш балаһы тыуа. Уларҙы ҡарау, ашатыу-эсереү Таңһылыуҙың иңендә була. Башланғыс белемде ҡыҙ Туйыш мәктәбендә ала, күрше ауылға көн дә йәйәүләп йөрөп уҡый. Дүртенсе класты тамамлауға һуғыш башланып китә. Ағаһы Мортаза фронтҡа алына һәм шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай, 1943 йылда хәбәрһеҙ юғала. Ә атаһы һаулығы буйынса һәм оҫта тимерсе булараҡ бронь менән һуғышҡа бармай ҡала.

90 йәштә булыуына ҡарамаҫтан Таңһылыу апайҙың иҫе теүәл, сәләмәтлеге яҡшы. Һуғыш йылдарында күргән ыҙа-михнәттәрҙе күҙ йәшһеҙ һөйләй алмай: яҙҙан бөтә ауыл халҡын, бала-сағаны иген утауға сығаралар, унан бесәнгә, көҙ етһә ураҡҡа тотоналар. Колхоз ерҙәре ауылдан ике тиҫтә саҡрым алыҫлыҡта, шуға ҡыуыш ҡороп, ятып эшләйҙәр. Ҡышҡыһын Белорет районына ағас әҙерләргә ебәрәләр. Таңһылыу менән бергә Туйыштан Алмабикә, Фатима, Мәүлиха — 13-14 йәшлек ҡыҙҙар эт күрмәгәнде күреп, үлемдән саҡ ҡотолоп, ҡасып ҡайталар. Икенсе көнөнә үк белеп, ҡыҙҙарҙы Туйыш фермаһына эшкә сығаралар. Яҙ, сәсеүгә әҙерлек башланғас, ат егеп ер һөрөргә лә, тырматырға ла тура килә. Һуғыш осоронда барлыҡ ир-егеттәр эше үҫмерҙәр иңенә ята. Ололар менән бер рәттән көнө буйы колхоз эшендә, ә кистәрен һалдаттар өсөн ойоҡ-бейәләй бәйләйҙәр, үҙҙәренең наҡыҫ тамағынан өҙөп, икмәктәренән сохари киптереп, фронтҡа посылка һалалар. Ил өсөн ауыр йылдарҙы дөйөм эшкә үҙ өлөштәрен индереп, хеҙмәткә өйрәнеп, лайыҡлы уҙғара улар.

1948 йылда Таңһылыу апай Яңы Балапан ауылы егете Ғәлләм Рәхимовҡа кейәүгә сыға. Ире оҫта ҡуллы, үҙҙәренең көсө менән йорт һалып сығалар. Ғаиләлә биш бала донъяға килә. Тормош та ыңғайлана, колхоз хеҙмәт хаҡын аҡсалата бирә башлай. Ғаилә башлығы алдынғы комбайнер булып эшләй. Ҡыуанып йәшәп ятҡанда, бәхетле ғаилә йорто ишеген ҡайғы шаҡый: Ғәлләм ағай ҡапыл вафат була. Ире менән 24 йыл йәшәп ҡалған Таңһылыу апай биш бала менән яңғыҙ ҡала. Ҡанаты һынһа ла бирешмәҫкә тырыша, балаларын кеше итеү өсөн баш-көллө эшкә сума 44 йәшлек ҡатын. Ҡул эштәренә маһир хужабикә әсәһенән ҡалған «Зингер» машинаһында кейемдәр тегеп, балаларын ғына түгел, ауылдаштарын да ҡыуандыра. Хатта кәзә-һарыҡ тиреһенән тиртун тегергә оҫтарып ала. Был шөғөлөн әле лә ташламай, үҙенә күлдәк-кәзәкейҙәр тегеп кейә, килендәре, ейәнсәрҙәренә башҡорт күлдәктәре теккән. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән Таңһылыу апайҙың кистәре машинка артында үтә. Кәртә тултырып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә. Шөкөр, балалары әсәләре тырышлығын бушҡа ебәрмәй, йөҙөн ҡыҙартмай. Өлкән улы Әхтәм Яңы Балапан урта мәктәбендә физиканан уҡытты, байтаҡ йылдар директор вазифаһын башҡарҙы. Тормош юлдашы Ғәлиә менән биш бала үҫтерҙеләр. Әсләм дә ҡатыны Флүрә менән алты балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырыу өсөн күп көс һала. Ҡыҙы Нәзирә ғүмер буйы һатыусы булып эшләй, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Кинйә улы Ғәйәр Афған һуғышы ветераны, ҡатыны Дилә менән дүрт бала үҫтерә.

Тормош гел шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай шул. 1978 йылда техникумда уҡып йөрөгән сағында улы Әнүәр үлеп ҡала, 2006 йылда Әсләм, тағы ике йылдан Әхтәм яҡты донъянан китә. Был тиклем ҡайғыларҙы әсә йөрәге нисек күтәргәндер, нисек түҙгәндер, Хоҙай үҙе генә белә.

Таңһылыу апайҙың бөтә балалары ла йыр-моңға ғашиҡтар. Улы Әсләм оҫта баянсы булды, йырҙар яҙҙы, йырҙарын Радик Вәлмөхәмәтов башҡара. Ғәйәр ҙә оҫта баянсы, бер мәҙәни саранан ситтә ҡалмай. Ҡатыны Дилә менән икеһе лә матур йырлай. Нәзирә гармунда уйнай. Таңһылыу апай балалары менән Өфөлә үткәрелгән «Тальян гармун» байрамында ҡатнашып, призлы урын алдылар.

Әле Таңһылыу Фәхрислам ҡыҙы Байымда, ҡыҙы Нәзирә менән бергә йәшәй. 17 ейән-ейәнсәре, 33 бүлә-бүләсәре бар, уларға бейәләй-ойоҡтар бәйләп, йәй етһә себештәр ҡарашып ултыра. Гәзит-журналдар уҡый, яңылыҡтар менән танышып бара. Йор һүҙле, алсаҡ Таңһылыу апайға яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, тыныс ҡартлыҡ кисереүен теләйем.

Сәриә МАЛЫБАЕВА.

Яңы Балапан ауылы.


Читайте нас: