+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
27 Апрель 2018, 11:54

Дөйөм эш дуҫлаштырған уларҙы

Оҙаҡ йылдар бергә эшләү дәүерендә яҡын әхирәттәргә әйләнгән Р. М. Мөхтәрова менән С. М. Хажиәхмәтова. Инде күптән хаҡлы ялда булған педагогтар бөгөн дә бер-береһенең хәл-әхүәлдәрен белешеп, аралашып йәшәй.

Оҙаҡ йылдар бергә эшләү дәүерендә яҡын әхирәттәргә әйләнгән Р. М. Мөхтәрова менән С. М. Хажиәхмәтова. Инде күптән хаҡлы ялда булған педагогтар бөгөн дә бер-береһенең хәл-әхүәлдәрен белешеп, аралашып йәшәй.

Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылы ҡыҙы Светлана бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, унынсы кластан һуң Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә. Математика уҡытыусыһы дипломын алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Әбйәлил район мәғариф бүлегенә килә. Район мәғарифына ул осорҙа етәкселек иткән Х. А. Вәлиев Светлана Маҙһар ҡыҙын Сиҙәм ауылындағы урта мәктәпкә эшкә тәғәйенләй.

Юлдаш ауылында тыуып үҫкән, уҡытыусы һөнәренә эйә булған Рәйсә Мөхәмәтйән ҡыҙын да яҙмыш ошо мәктәп менән бәйләй. Ишҡол мәктәбендә эшләп, бер аҙ тәжрибә туплаған йәш уҡытыусыны Урал мәктәбенә эшкә ебәрәләр.

Ике йәш белгес яҙмыштарын да осрата Сиҙәмдә. Свет-лана Маҙһар ҡыҙы хужалыҡҡа энергетик булып ҡайтҡан Әлмөхәмәт егете Әхмәт Хажиәхмә-товҡа тормошҡа сыға. Рәйсә Мөхәмәйән ҡыҙы иһә ул саҡта мәктәптә директор урынбаҫары вазифаһын башҡарған Язар Мөхтәров менән тормош ҡора.

Йәш ғаиләләргә ике ҡатлы йорттан фатир бирәләр, бер-береһенә ярҙам итеп, күрше йәшәйҙәр улар. Балалары ла бергә уйнап үҫә.

Береһе математик, икенсеһе телсе булған уҡытыусылар етәкләгән кластарҙың бүлмәләре лә күрше генә урынлашҡан була.

— Дәрестән һуң үткәрелгән сараларҙы ике класс балаларын берләштереп үткәрә инек. Шунлыҡтар уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙ-ара берҙәм, татыу булды, Кластан тыш саралар ойошторғанда һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килделәр, — тиҙәр педагогик хеҙмәт ветерандары ул йылдарҙы хәтерләп. — Бер мәл ике класс балаларын туплап, Волга буйлап Мәскәүгә сәйәхәткә алып киттек. Был сәфәр уҡыусыларыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.

Эш өсөн янып торған был ике дәртле уҡытыусының уҡыусылары өлгәш буйынса ла, кластан тыш саралар ҙа ла гел беренселәр була. Уларҙың тырыш хеҙмәте район етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмай, әлбиттә.

Һәм Р. М. Мөхтәроваға мәктәпте етәкләүҙе ышанып тапшыралар, һәр эштә бергә булған С. К. Хажиәхмәтова уҡыу-уҡытыу бүлеге буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Ике әхирәт Урал мәктәбен бар күрһәткестәр буйынса ла алдынғылар иҫәбенә сығарыу маҡсаты менән ал-ял белмәй ун ике йыл тарталар был йөктө.

— Ул осорҙа мәктәптә балалар һаны 900-гә етте, дүртәр параллель кластар булды. Бүлмәләр етмәгәнлектән, ике сменала уҡыттыҡ. Шулай ҙа белем биреүҙә ҙур ғына үрҙәр яулауға өлгәштек, тәрбиәүи өлкәлә лә һынатманыҡ. Мәктәп Рәсәй буйынса социалистик ярыш еңеүсеһе тип табылды. Был, әлбиттә, тотош коллективтың тырыш хеҙмәте менән яуланды, — тип дауам итә Рәйсә Мөхәмәҙиә ҡыҙы. — Алдынғы мәктәп булараҡ район ғына түгел, бер нисә тапҡыр республика семинарҙарын да үткәрергә тура килде.

— Уҡытыуҙа алдынғы методикаларҙы индереүгә, ҡулланыуға ҙур иғтибар бирҙек. Уҡытыусыларыбыҙ Хазанкин, Шаталов алымдарын үҙләштереү маҡсатында бер туҡтауһыҙ курстарға йөрөнөләр, Донецкиҙа ла булдылар, Ҡалмыҡстанға ла барҙылар һәм заманында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр, — тип дауам итә Светлана Камил ҡыҙы.

Районда коммунарҙар хәрәкәтенә башлап нигеҙ һалыусы ла нәҡ ошо ике әхирәт була. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башланғыс алған был хәрәкәт билдәле бер коллектив тәрбиә нигеҙен тәшкил иткән.

— Коммунарҙар хәрәкәтен үҙебеҙҙә индереү өсөн уның хаҡында күберәк мәғлүмәт туплау маҡсатында мәктәптең активы менән Бөтә Рәсәй коммунарҙары йыйыны үткән Тверь ҡалаһына барҙыҡ, тәжрибә туплап ҡайтып, эшкә тотондоҡ, — ти Р. М. Мөхтәрова.

Балалар ғына түгел, өлкәндәр араһында ла коммунарҙар отрядтары төҙөлә. Һәр отрядтың үҙ йыры, девизы, символикаһы булдырыла, үҙҙәренең стена гәзиттәрен дә сығаралар.

— Был хәрәкәт мәктәптә тәрбиәүи эште үтә лә йәнләндерҙе. Һәр отряд ағзалары кемгә, нимә менән ярҙам итергә мөмкин икәнлекте, ҡайҙа нимә тирә-яҡты йәмһеҙләй — ошондай кире күренештәрҙе тотош совхоз буйлап эҙләнеләр. Ярҙам талап ителгән урынға «коммунар десанты» барып төшә лә, эште башҡарып та ҡуя ине. Ниндәй эш башҡарыуҙары хаҡында даими отчетты ҡағыҙҙа түгел, ә инсценировка аша күрһәтә йәиһә һамаҡлап-таҡмаҡлап һөйләп бирә торғайнылар. Был хәрәкәт балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә хужаларса ҡараш тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаны. Иң мөһиме, үҙ эшен белгән, тотороҡло коллектив туплана мәктәптә әхирәттәр етәкселегендә.

— Үткәндәр үкенерлек түгел. Хеҙмәтебеҙ район ғына түгел, республика кимәлендә лә юғары баһаланды. Ғаиләләребеҙ ҙә татыу булыуы менән айырылып торҙо, баларыбыҙ ҙа йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел, — ти хөрмәтле педагогтар.

Светлана Камил ҡыҙы ике балаға ғүмер биргән. Улы Ринат республика кимәлендә билдәле каратистар тәрбиәләгән тренер булараҡ танылыу яулаған кеше. Бөгөн ул «Сургутнефтегаз»да инженер-энергетик вазифаһында, ике малай үҫтерә. Табип һөнәрен һайлаған ҡыҙы Альбина Төмәндә төпләнгән, ул да ике малай әсәһе. Тик тормош иптәше Әхмәт ағайға ғына был матур көндәрҙе күрергә яҙмауы үкенесле.

Рәйсә Мөхәмәҙиә ҡыҙы өс улды тәрбәиләп оло тормош юлына сығарған. Сәлим, Вәзир, Вадим барыһы ла юғары белемгә эйә, улдары үҙ ғаиләләрен ҡороп, төрлө тармаҡта үҙ эшенең оҫталары булып танылған.

— Ҡыйын ваҡыттарҙы ла бергә үткәрҙек, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе лә бергәләп уртаҡлаштыҡ. Балаларыбыҙҙың туйҙарын да бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, үткәреп ебәрҙек. Бөгөн инде уларҙың ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең дә шатлыҡтарын бүлешеп ғүмер кисерәбеҙ, яныбыҙға ҡайтҡандарында уртаҡ ҡунаҡ итәбеҙ, — тиҙәр улар.

Вазифаларын бар күңелдәрен һалып башҡарған уҡытыусылар өсөн уҡыусыларының хөрмәте лә ҙур баһа. Хеҙмәттәренән йәм, тәм табып эшләгән хөрмәтле педагогтар ҡулында тәрбиәләнеп, бөгөн илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәп, ижад итеп, донъяға нур сәсеп йәшәүсе белгестәрҙән сикһеҙ рәхмәт белдерелгән ҡотлау-хәбәрҙәр өҙлөкһөҙ ағылыуын да оло бәхет тип ҡабул итә ветерандар.


Читайте нас: