+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
8 Май 2018, 11:29

Иң аяуһыҙ яуҙарҙың уртаһында...

Буҙыҡай ауылы егете Зиннур Моратшин фашист илбаҫарҙары менән көрәшергә ашҡынып, үҙенә бер йәш өҫтәп фронтҡа ингән йыл 1943 йыл була.

Буҙыҡай ауылы егете Зиннур Моратшин фашист илбаҫарҙары менән көрәшергә ашҡынып, үҙенә бер йәш өҫтәп фронтҡа ингән йыл 1943 йыл була. Совет ғәскәрҙәренең Гитлер һалдаттарына ҡаршы алып барған һуғыштың иң дәһшәтле, иң аяныслы һәм һынылышлы мәлдәре ул. Тап 1943 йылда Ленинград блокадаһы сиселә, Курск ҡалаһы янында танктар алышы үтә, Мәскәүҙә Советтар Армияһы еңеүҙәренә арнап тәүге салют бирелә, Днепр йылға-һы өсөн аяуһыҙ һуғыш була, Ржев, Харьков, Донецк, Белгород, Новороссийск ҡалалары дошмандан азат ителә һәм совет һалдаттарының баһалап бөткөһөҙ батырлығы менән ил тарихына яҙылған башҡа бик күп шанлы ваҡиғалар була. Зиннур апаға ла шуларҙың уртаһында ҡайнарға яҙа.

Эшелон менән тәүҙә Ырымбур ҡалаһына килгәс, үҙенә йәш өҫтәп яҙған егетте кире ҡайтарырға хәл итәләр, әммә командиры уны үҙенең яуаплылығы аҫтында алып ҡала. Шулай итеп, Зиннур Һибәт улы Ырымбурҙа 8 ай учебка үтә, пулеметтан атыр-ға өйрәнә. «Беренсе номер пулеметсы һөнәрен алып сыҡтым», — тип хәтерләй ул.

Артабан батыр йөрәкле яҡташыбыҙ 53-сө уҡсылар полкы составында Курск һуғышына барып эләгә. Курск дуғаһындағы алыш Гитлер тарафынан Сталинградтағы еңелеүгә яуап итеп әҙерләнгән «Цитадель» операцияһынан башлана. 12 июлдә Прохоровка станцияһы янында бығаса тиңе булмаған танктар алышы үтә. Дошман 2 меңдән ашыу танкыһы менән ҡара яу булып килһә лә, совет һалдаттарының үҙ ере өсөн йәнен аямай һуғышыуына ҡаршы тора алмай, тәүге көндә үк 10 меңдән ашыу кешеһен, 400 танкыһын юғалта. Тап Курск һуғышы һынылышлы осор була, ошо еңеүҙән һуң Ҡыҙыл Армия немецтарҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуа башлай.

«Курск янындағы алыш ауыр, дәһшәтле булһа ла, еңеүгә ынтылыш көслө ине, һәр кем тырышты, арҡа терәп дошманға ҡаршы барҙы, шуға ла беҙ ҡаланы азат итә алдыҡ», — тип һөйләй ветеран.

Бынан һуң күп тә үтмәй, ул Украина өсөн барған һуғышҡа, Канатоп ҡалаһы янында фронтҡа инә. Ошо ерҙә тәүҙә Зиннур апаның яр-ҙамсыһы — пулеметҡа патрондар биреп тороусы яуҙашы һәләк була. Ә уның үҙенең ҡулына шартлатҡыс пуля эләгеп, һулаҡай ҡулын тулыһынса сафтан сығара, йәғни устың уртаһына тейгән пуля ҡулдың бармаҡтарын тырым-тырағай йыртып ебәрә, шаулап ҡан аға. Шул арала дошман, төтөн пәрҙәһе ебәреп, ғәскәрҙе ҡамауға ала һәм иҫән ҡалғандарҙы әсиргә тө-шөрә. «Алай ҙа төтөн аҫтында мине күрмәй үтеп киттеләр», — ти Зиннур апа. Бирешмәй ҡаһарман һалдат. Фашистар үҙенең ҡара эшен тамамлап кире киткәс, ҡулы үлтереп һыҙлауына, күп ҡан түгеүҙән башы әйләнеүенә ҡарамаҫтан, ҡоралын — пулеметын һөйрәтеп, яу яланынан үҙебеҙҙең яҡҡа сыға. Яралы һалдатты заградотряд офицерҙары шәйләп ҡала. Улар уға йығылырға бирмәй, пулеметын алып, үҙен санчаскә оҙата. Артабан уны дауала-нырға ебәрәләр. «Северная Двиня йылғаһы буйлап, Ве-ликий Устюг ҡалаһындағы госпиталгә хәтлем барҙыҡ», — ти ул. Госпиталдә алты ай ятып сыға, табиптар хәлдән килгәндең барыһын да эшләһә лә, ҡулы эшкинерлек булмай, нервылар, һеңерҙәр кире ялғанмаҫлыҡ булып өҙөлә шул…

«Һуғышта шулай күп булырға тура килмәне, бер йыл ғына дошманды баҫтырып ҡалдым», — тип көлөп ҡуйһа ла, бер йыл эсендә уттың иң ҡыҙыуына эләккән, иптәштәренең һәләк булғанын, әсиргә төшкәнен үҙ күҙҙәре менән күргән, ҡот осҡос яра алған ҡарт һалдаттың әсе хәтирәләре байтаҡ. Һуғыш осоронда алған «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм башҡа наградалары уның үҙ-үҙен аямай алышыуын дәлилләй. Әйткәндәй, уға бер нисә йыл элек Курскты азат итеүгә арналған тантанаға саҡырыу ҡағыҙы ла килә. Яуҙаштары менән осрашыу теләге булһа ла, алыҫ ара тип, бара алмай ҡала ветеран.

Шөкөр, тыныс тормошта һынатмай Зиннур Һибәт улы, дүрт балаға ғүмер бирә, үҙе Ҡырҙасҡа күсеп килгәс, урындағы хужалыҡта бригадир ҙа, ауыл Советы рәйесе лә булып эшләй. Фермалағы эшкә 18 йыл ғүмерен арнай, ауылдаштары араһында абруйлы, һүҙе үтемле була.

Әле Ҡырҙас ауылының Комсомол урамында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан 93 йәшлек апаны балалары алмашлап ҡарай, яңғыҙ ҡалдырмай. Беҙ барғанда өлкән улы Һиммәт уның янында ине.

Ҡан түгеп, тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп яулап алған тыныс тормошта тағы ла оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын һеҙгә, Зиннур апа.
Читайте нас: