90 йәше тулған яҡташтарыбыҙҙың ил президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы алыуы матур йолаға әйләнде. Ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләгән Дауыт ауылында йәшәүсе С. М. Вәлмөхәмәтов та бындай хөрмәткә лайыҡ булды. Район ветерандар советы рәйесе А. Ғ. Төлкөбаев, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. Б. Харрасов, урындағы ветерандар ойошмаһын етәкләгән Ә. Ә. Шаһимәрҙәнов юбилярҙы күркәм байрамы менән тәбрикләне.
Ил башлығының ҡотлауын район ветерандар советы рәйесе Ансар Ғаттар улы еткерҙе.
— Владимир Владимировичтың ҡотлауында әйтелгәнсә, еңеүселәр быуыны булған һеҙҙең быуындың батырлығы быуаттар буйынса йәшәйәсәк, — тине ул юбилярға изге теләктәрен еткереп.
Эйе, яу яланын үтмәһә лә, 12 йәшенән хеҙмәт юлын башлай юбиляр, быны С. М. Вәлмөхәмәтовтың хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыу ҙа раҫлай. Ир-егеттәр ил азатлығы өсөн фронтҡа киткәс, бөтә эш быуындары ла нығынып етмәгән үҫмерҙәр иңенә төшә, Сабур ағай ҙа тиҫтерҙәре кеүек һуғыш йылдарында колхозда ат менән бесән саба, ер һөрә, иген сәсә.
— Еребеҙгә Еңеү килгәс тә, тормош тиҙ генә еңеләйеп китмәне. Шулай ҙа илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышып эшләнек тә эшләнек. Малдарға ашарға бөткән саҡтарҙа ауылдағы фермаға (Ташбулатҡа — авт.) әллә ҡайҙа ятҡан Әхмәт яҡтарынан, Учалы тарафтарынан ат менән бесән ташый торғайныҡ. Әүжәндән ағасты ла ат менән сығарҙыҡ, — ти С. Вәлмөхәмәтов ул ауыр йылдарҙы хәтерләп.
«Хатта Өфөнән килгән ҙур түрәләрҙе кәрәк урынға ат менән илтеп ҡуя торғайным. Әртистәрҙе лә ауылдан-ауылға йәйгеһен ат арбаһында, ҡыштарын санала йөрөттөм», — ти ул.
Оҙаҡ йылдар Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозда көтөүсе, ат ҡараусы булып эшләгәндән һуң ғаилә сәбәптәре арҡаһында район үҙәгенә килеп төпләнә. Ҡатыны үлеп ҡалғас, ҡулында улы ла була.
Асҡарҙа иһә өс баланы бер үҙе үҫтергән Рәшиҙә Әхмәтғәниева менән танышып, бергә йәшәп китәләр. Ир менән ҡатындың татыулығын, ғаиләнең берҙәмлеген арттырып, уртаҡ ике ҡыҙ бала донъяға килә. Шулай итеп, бергә-бергә алты баланы тәрбиәләп үҫтерәләр, матур туйҙар үткәреп, һәр береһен айырымландыралар. Ул ғына түгел, килендәре үлеп ҡалғас, тыуып ҡына ҡалған ейәнсәрҙәрен дә үҫтереп, уҡытып, кейәүгә бирәләр.
Район үҙәгендә Сабур Мөбәшәр улына яратҡан эше лә табыла – тирмән комбинатына ат ҡараусы булып эшкә урынлаша. Бөтә эш ат көсө менән башҡарылған осор була был. Онон, шәкәрен, майын килтерергә кәрәк, унан әҙер продукцияны магазиндарға тарата. Өҫтәүенә, тирмәндең булған тиҫтәләгән атын ҡарау ҙа С. Вәлмөхәмәтов иңенә ята. Аттар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесәнде ошонда уҡ эшләгән коллектив менән үҙе әҙерләй ул.
Бына шулай бар ғүмерен әллә ни күҙгә ташланып бармаған, шулай ҙа заманы өсөн мөһим булған ат ҡараусы эшенә бағышлап, уны намыҫлы башҡарып, пенсияға сыға Сабур Мөбәшәр улы. Хаҡлы ялға киткәс, ҡайны-ҡәйнә нигеҙенә, Дауыт ауылына күсәләр, бында ла оҙаҡ йылдар яратҡан эшенән айырылмай —ихатаһында ат тота ул.
Оло быуын Вәлмөхәмәтовтар балалары менән бергә ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп матур ҡартлыҡ кисерәләр. «90 йәшлек юбилейға ейәнсәребеҙ Гүзәл медицина университетын тамамлап, табип дипломы алыуы менән ҡыуандырҙы», — тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты улар.
Артабанғы ғүмер юлығыҙҙа ла тик шатлыҡлы минуттар, һөйөнөслө ваҡиғалар оҙата барһын.