+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
28 Сентябрь 2018, 10:41

Алтынға торошло ғүмер көҙҙәре...

Рысҡужа ауылында ғүмер кисергән Фатима Һибәтованы районда ғына түгел, эргә-тирәләге төбәктәрҙә бик яҡшы беләләр.

Рысҡужа ауылында ғүмер кисергән Фатима Һибәтованы районда ғына түгел, эргә-тирәләге төбәктәрҙә бик яҡшы беләләр. Йыр, шиғыр, мөнәжәт бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашҡан, шиғырҙар ижад итеп, китаптарын сығарған, им-том менән булашҡан, аш-һыуға, ҡул эштәренә маһир ағинәй һәр көнөнән ҡыуаныс табып, шөкөр итеп йәшәй.

Сәсәндәр төбәге — Үтәгәндә күп балалы ғаиләлә донъяға килгән ул. Атаһы Ғәбделкәбир Йәһүҙин указлы мулла, ауыл мәсетенең имам-хатибы була. Атаһы ла, әсәһе лә биш ваҡыт намаҙҙарын ҡалдырмай, туғыҙ балаһын да иманлы итеп үҫтерә. Ғаиләләге иң төпсөк ҡыҙ Фатима апайы, ете ағаһы араһында иркәләп кенә үҫһә лә, һигеҙенсе класты тамамлау менән ырҙын табағына эшкә сыға. Тилбер, ҡулында эш уйнап торған ҡыҙҙы Амангилделәге йәштәр фермаһына һауынсы итеп ебәрәләр. Йылдан ашыу эшләгәс, ул 1963 йылдың көҙөндә Рысҡужа ауылына килен булып төшә. Атай йортонан сығып киткәндә 16 йәш кенә булған Фатимаға донъя көтөп алып китеү еңелдән булмағандыр. Иптәше Сәрүәр Ҡауый улы уҡытыусы була, ситтән тороп ике институт тамамлай. Ул саҡтарҙа килен менән ҡәйнә икәүләп Урал тауҙарында бесәнлеккә көн һайын 15 саҡрым араны йәйәүләп йөрөп тә, ҡырҙа ятып та бесән эшләй. Уның араһында колхозға мал аҙығы әҙерләүгә, сөгөлдөр утауға сығыр кәрәк. Йәш килен һыр бирмәй, йорт, хужалыҡ тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Тәүге улдары Айбулат донъяға килә. Уға ике йәш тигәндә Фәрит тыуа. Йәш ғаилә Амангилдегә күсә. Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙы телефонистка булып эшкә төшә. Тормош иптәше уҡыта. Тағы ике йылдан Рысҡужаға ҡайтып, йорт һала башлайҙар. Кинйә улдары Йәүҙәткә биш йәш тигәндә яңы өйгә күсеп сығалар. Ғаилә башлығы Амангилде мәктәбенә йөрөп эшләй. Фатима апай биш йыл Ҡаҙмаш фермаһында себештәр ҡарай, унан һуң 1975 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡаҙмаш сепаратор пунктында лаборант була.

— Кеше араһында кәм-хур булмайыҡ, балалар юҡсылыҡта үҫмәһен тип бар хәлебеҙсә тырыштыҡ. Үткән ғүмер өсөн һис үкенерлек түгел. Улдарыбыҙҙы уҡытырға, белемле итергә тигән хыялыбыҙ ҙа тормошҡа ашты. Шөкөр, улар беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, — ти Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙы ғүмер йомғағын һүтеп. — Төп эшемдән тыш, йылына һигеҙ шәл бәйләп һаттым. Ул мәлдә шәлдең хаҡы һәйбәт, йөҙ-йөҙ илле һумға етә ине. Дебетте ҡәйнәм иләй, мин бәйләйем. Бер саҡ Айбулаттан атаң, әсәң кем тип һорайҙар икән. Ул атайым — уҡытыусы, әсәйем шәл бәйләүсе булып эшләй тигәне лаҡап булып ҡалды.

Яйлап тормош иркенәйҙе. Ошо осор ғүмеремдең иң бәхетле мәле булғандыр, тием. Балалар үҫеп ки-лә, атай-әсәй иҫән. Һағынһам, үҙебеҙҙең мотоциклға ултырып, Үтәгәнгә ҡайтып киләбеҙ. Иптәшем менән бер-беребеҙҙе аңлап, ҡәҙер итеп йәшәнек.

Сәрүәр Ҡауый улы ҡырҡ йыл балаларға география фәненән белем бирә. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ. Һибәтовтар илле йыл бергә татыу ғүмер итә. Улдары Айбулат, Йәүҙәт уҡытыусы, тыуған ауылдарында төпләнгәндәр, Фәрит Магнитогорскиҙа газ менән заправкалау станцияһында эшләй, Амангилделә йәшәй. Тик бына алты йыл элек ғаилә башлығы вафат булыуы бик үкенесле. Ныҡлы терәк булған иренең ҡайғыһын ауыр кисерә Фатима апай. Шулай ҙа, балалары хаҡына үҙендә көс табып, ғаиләһенең оло тотҡаһы булып йәшәй. Улдары, килендәре «әсәй, ҡәйнәм» тип өҙөлөп торһа, ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәләре янына ашҡынып ҡайта. Уларға исемдәрҙе саф башҡортса, тәрән мәғәнәле итеп үҙе ҡушҡан. Илһам, Ғәлинур, Гөлнур, Маһинур, Миңзифа, Миңзилә, Миңгүзәл, Ләйсән, Илдар, Вәхит — бөтәһе дүрт ейән, алты ейәнсәре бар. Улар барыһы ла мәктәптә яҡшы өлгәшеп, юғары уҡыу йорттарында белем алған. Олаталары-аталары юлынан китеп, уҡытыусы булғандары ла бар.

Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙын ижадсы булараҡ беләбеҙ. Уның шиғырҙары, хикәйәләре республика, район баҫмаларында даими донъя күрә. «Ғаиләм-ҡәлғәм» исемле шиғырҙар, «Ғүмерем миҙгелдәре» тип аталған иҫтәлектәр китаптарын сығарған. «Йәйғор» һәм «Ҡуңыр буға» ойошмаларының ағзаһы булараҡ, ижадташтары, рухташтары араһында әҙәби тормош уртаһында ҡайнай. Шиғриәт кисәһеме, әҙәби осрашыу булһынмы, араһында иң олоһомон тип тормай, бөтәһенә лә өлгөрә. Йыр-моңға маһир, әүҙем Ф. Һибәтова мәҙәниәт саралары, ижади бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай. 2010 йылда шиғыр һөйләүселәрҙең район конкурсында үҙе ижад иткән ши-ғырҙары менән Гран-при яулай. 2014 йылда «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Талантлыны данлай тыуған ил» конкурсында башҡорт халыҡ йырҙары «Саңдыүҙәк» менән «Ашҡаҙар»ҙы башҡарып еңеүсе була. 2015 йылда район мөнәжәтселәр бәйгеһендә Гран-при ала һәм Сибай ҡалаһында үткән республика конкурсында III дәрәжә Диплом һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус призы менән бүләкләнә. «Килендәр һәм ҡәйнәләр» конкурсында өс килене менән бергә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһайҙар. Сәсән-импровизатор Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемендәге район конкурсында, 2017 йылда Учалыла М. Ямалетдин исемендәге төбәк бәйгеһендә икенсе урын ала. «Йөрәк һүҙе» район конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була. «Йондоҙ» гәзите ойошторған хикәйәләр конкурсында «Дәүерҙәр яҙмышы» номинацияһында билдәләнә. «Ҡыҙыл йәйләүе» республика бәйгеһендә сәсәниә Гран-при яулай. Миәс ҡалаһында уҙған «Иман нуры» мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында ҡатнашып, почет грамотаһын ала. Бынан тыш, башҡорт халыҡ сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур өлөшө, ижади эшмәкәрлеге өсөн район етәкселеге, ҡоролтай, биләмә хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ауылдың «Ҡыҙылым» фольклор ансамбле ағзаһы. Уҙған йылда Фатима Ғәбделкәбир ҡыҙының 70 йәше уңайынан ижад кисәһе уҙғарыла. Ауылдаштарының ихтирам һүҙҙәрен ишетеү уның күңелен үҫтереп, тағы ла дәртләндереп ебәргән. Дәрт тигәндәй, Фатима апай сит илдәргә сәйәхәт итеп ҡайтҡан кеше лә.

— Республиканың матур урындарында, ял йорттарында булғаным бар. Әммә алыҫҡа юл тотҡаным юҡ ине. Әнисә һеңлем үҙе йыл һайын сит илдә ял итеп ҡайта, шуға уның әйҙә, Мысырға барайыҡ тигәненә риза булдым да ҡуйҙым. Ҡыҙыл диңгеҙҙә һыу төштөк, экскурсияларға барҙыҡ. Нил йылғаһы буйлап катерҙа йөрөнөк, Ҡаһирә ҡалаһына барҙыҡ, фирғәүендәрҙең мавзолейҙарын күрҙек, пирамидаларға һоҡландыҡ, — ти Фатима апай. — Ҡала матур, сәскәгә күмелгән. Беҙҙә тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәр унда урам буйында шаулап сәскә ата. Халыҡтың бик дини булыуы оҡшаны. Намаҙ ваҡыты етһә, ҡайҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан изге ғәмәлде үтәйҙәр. Мәсеттәр күп, иртәнсәк бөтәһенән дә аҙан тауышы яңғырауы күңелгә илаһилыҡ өҫтәй. Тағы бер-ике йылдан Кипрҙы күрергә яҙҙы. Сит тарафтар ни тиклем матур булһа ла, үҙ яғыңды алыштырмай бит. Тыуған ерҙе һағынып, уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен тойоп, ашҡынып ҡайтып төштөк.

Ф. Һибәтованың шиғриәте йәнтөйәгенең ожмахтай хозурлығына, ер-һыуыбыҙҙы, телебеҙҙе ҡәҙерләүгә арнала. Күпте белгән, күргән кеше булараҡ ер-һыу атамаларының боҙолоп әйтелеүенә, тарихы үҙгәртелеүенә йәне әсенә.

Ауылдың абруйлы ағинәйе күптән дин юлында, биш ваҡыт намаҙын, ураҙаларын ҡалдырмай, мәсеткә йома намаҙына йөрөй. Аяттарҙа тәрбиә, иман, әҙәп-әхлаҡ хаҡында урынлы кәңәштәрен бирә, йәштәр менән үҙенең бай тормош тәжрибәһен уртаҡлаша.

Кинйә улы Йәүҙәт һәм килене Шәүрә менән бергә йәшәгән Фатима апай ғүмер көҙөн бәхетле ҡаршылай. Яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, һәр атҡан таңда Хоҙайҙан именлек теләп йәшәй ул.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: