+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
23 Ноябрь 2018, 12:07

Һынауҙарға бирешмәй әсә...

Булат ауылында йәшәгән Флүрә апай Йәноҙаҡова быйыл һикһән йәшен теүәлләне.

Булат ауылында йәшәгән Флүрә апай Йәноҙаҡова быйыл һикһән йәшен теүәлләне. Ошондай оло йәшкә етеп, үҙе ейәнсәр-бүләсәрҙәр тәрбиәләһә лә, йыш ҡына «әсәйем янымда булһа ине…» тип әйтеп ҡуя. «Әсәһенең кәңәшен ғүмере буйына тотоп, уларҙы беҙгә еткерҙе, бөгөн ҡәҙерлебеҙҙең әйткәндәрен үтәп йәшәгәнгә барыбыҙ ҙа бәхетле ғүмер кисерәбеҙ», — ти ул-ҡыҙҙары ла.

Флүрә апай Ишбулды ауылынан. Әсәһе заманына күрә шәп тегенсе була, хәлле кешеләргә кейем тегеп, балаларына аҙыҡ-түлек хәстәрләй.

Флүрәгә өс йәш булғанда атаһын фронтҡа алалар. 112-се башҡорт атлы дивизияһы составында фашистарға ҡаршы алыша. Бәләкәй Флүрәнән йыш ҡына: «Атайыңды күрһәң, танырһыңмы?» — тип һорар булғандар. «Ҡуян кәпәсен кейеп килһә, таныр инем» тип яуаплай торғайным, — ти Флүрә апай.

Тик атаһына балалары янына ҡайтырға насип булмай, ил азатлығы өсөн барған көслө алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында хәбәр генә ҡайта тыуған яҡтарына.

Флүрә күрше Хәлил ауылына йәйәү йөрөп уҡып, ете класс белем алыуға өлгәшә. Ҡыҙҙың уҡыуын артабан дауам итергә теләге ҙур булһа ла, әсәһе янынан ебәргеһе килмәй. Колхозға ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша.

— Эштән ни тиклем арып ҡайтһам да, киске уйындан ҡалмай торғайным. Ауыл йәштәре бергәләшеп, концерт әҙерләй, спектакль ҡуя инек. Шулай бер мәл Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» әҫәрен сәхнәләштергәндә миңә Ғәлимә роле бирелде, — тип хәтерләй Флүрә апай.

Ошо тамаша менән күрше ауылға барғанда сибәр ҡыҙға күҙе төшә лә инде Булат егете Рафаилдың. Күп тә үтмәй ҡыҙға яусы ебәреп, гөрләтеп туй яһайҙар. Йәш ғаилә башта Рафаилдың туғандарында йәшәй, унан өй һалып сығалар. Ғаиләлә бер-бер артлы ике ҡыҙ, улдары тыуа.

Донъя төҙөп, татыу ғүмер кисереп ятҡанда бәлә килә Йәноҙаҡовтар йортона. Ҡышҡы күҙ асҡыһыҙ буран мәлендә ике ауыл араһында ире тракторы менән аҙаша. Өс көн тигәндә саҡ табып алалар. Ошо ваҡытта һыуыҡ тейҙереп ауырыуға һабыша Рафаилы. Ауыр сирҙән мандый алмай, гүр эйәһе була ғаилә башлығы.

Был мәлдә саҡ ҡырҡ йәшен теүәлләгән ҡатын ете бала менән яңғыҙы ултырып ҡала. Иң өлкәне Рауил армияла булһа, иң бәләкәйе Әлфиә ни бары өс йәшен тултырған саҡ.

Әлбиттә, әсәгә балаларын аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай. Ул-ҡыҙҙарын кеше алдында кәм-хур итмәй үҫтереү өсөн магазинға эшкә сыға: йәйләүҙә булған малсыларға ла, икенсе ауылдарға ла йөрөп тауар һатырға ваҡыт таба. Ул арала балаларын да ҡарарға, малын тәрбиәләргә, баҡсаһын үҫтерергә, бесәнен сабырға, бер һүҙ менән әйткәндә, өлгөлө донъя көтөргә лә өлгөрә уңған ҡатын.

Балаларын яңғыҙына үҫтереүе ауыр икәнен күреп-белеп йөрөгән ауыл Советы рәйесе ҙурҙарын һәм иң бәләкәйен ҡалдырып, өсәүһен балалар йортона тапшырырға тәҡдим итә.

— Йәштәре буйынса Дилә, Дамир, Фариза эләгергә тейеш ине, — ти Флүрә апай. — Минең артыҡ балаларым юҡ, үҙем аяҡҡа баҫтырам, тип ҡырҡа һуғып алып ҡалдым.

Һүҙендә тора ҡатын, бөтә балаларын уҡытып, эшкиндереп, барыһын да эйәле-башлы итеп, туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтыра.

Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул тормош. Дамир улының 38 йәшендә генә был донъянан китеп барыуы аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә әсәгә. Шулай ҙа башҡа ул-ҡыҙҙары өсөн йәшәргә тейешлеген онотмай, ҡайғыһын йөрәгенә баҫа, һыр бирмәҫкә тырыша.

Әммә тағы ҡайғы еле ишеген ҡаға Флүрә апайҙың, был юлы 50 йәшен тултырған Рауилен ҡаты сир аяҡтан йыға. Игеҙәк ейәндәренең йәшләй гүр эйәһе булыуҙары ла әсә йөрәгендә уңалмаҫ яра булып ятҡан.

— Дуҫың түгел, дошманыңа бала ҡайғыларын кисерергә Хоҙай насип итмәһен, — ти ул.

Бөгөн өлкән ҡыҙы Гөлсирә Булат ауылында донъя көтә, Дилә менән Фариза Сиҙәмдә төпләнгәндәр, Әлфиә Өфөлә йәшәй, кинйәһе Ирек атай нигеҙен һаҡлап, әсәһе янында ауылда төпләнгән. Һәр ҡайһыһы матур ғаилә ҡорғандар, балалар үҫтерәләр. Флүрә апай балалары менән бергә ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен тәмле ризыҡтар менән көтөп алған әсәй, өләсәй ул…

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: