+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
15 Ғинуар 2019, 12:08

Ижадҡа бағышланған ғүмер

Яңы йыл алдынан район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев Асҡар ауылында йәшәүсе Рафаэль Әғзәмовты 80 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

Яңы йыл алдынан район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев Асҡар ауылында йәшәүсе Рафаэль Әғзәмовты 80 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

— Һеҙҙең ғүмерегеҙ күптәргә үрнәк булырлыҡ — намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, лайыҡлы тормош юлы үттегеҙ. Әле лә ҡартлыҡҡа бирешмәй, гөрләтеп донъя көтәһегеҙ, элекке әүҙемлегегеҙҙе ташламайһығыҙ. Килер көндәрегеҙҙе яҡындарығыҙ араһында, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп ҡаршыларға яҙһын. Оҫта ҡулдарығыҙ талмаһын, ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен, — тине Ансар Ғаттар улы.

Рафаэль Ибраһим улының рәссам икәнлеген белмәүселәр һирәктер. 1938 йылдың 24 декабрендә донъяға килгән малай һуғыш йылдары ауырлыҡтарын күреп үҫә. Ата-әсәһен бик иртә юғалтҡан ағалы-ҡустылы Юлай менән Рафаэль Ташбулат балалар йортонда тәрбиәләнә. Бишенсе кластан Асҡар урта мәктәбендә, һигеҙҙән Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында уҡый. Өс йыл ил алдындағы хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Яҙыу-һыҙыуға оҫта Рафаэль артабан Ҡазан художество училищеһына уҡырға инә һәм 1966 йылда уны тамамлай. Дипломлы рәссамды йүнәлтмә менән Өфөгә, опера һәм балет театрына эшкә ебәрәләр. Уңышлы ғына эш башлаһа ла, йәш егетте тыуған яҡтары нығыраҡ тарта. Асҡарға ҡайтып, ғаилә ҡора, Магнитогорск телевидениеһында рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Тормош юлдашы Илүзә Әбделғәлим ҡыҙы менән өс ул үҫтерәләр.

Рафаэль Ибраһим улы үҙен рәссам булараҡ коммуналь хужалыҡта эшләгән сағында тулыһынса аса. Асҡарҙың йәмәғәт урындарын уның оҫта ҡулдары эшләгән транспарант-лозунгылар биҙәй. Байрамдар, һабантуйҙарға ҙур паннолар әҙерләй, яңы йылда боҙ ҡаласаҡтарын матур итеп яһай. Уның эштәре төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла. Хатта республика кимәлендә район данын яҡлап, ижади конкурста өсөнсө урын яулай һәм партия өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров ҡулынан награда ала.

Хаҡлы ялға сыҡҡансы Р. Әғзәмов Когалым ҡалаһында нефть сәнәғәте идаралығында эшләй. Бөтәһе илле йыл хеҙмәт стажына эйә рәссам ҡылҡәләмен ташламай әле. Күңеленә илһам килгән саҡтарында тыуған яғының ҡабатланмаҫ матурлығын, сағыулығын ябай ҡәләмдәр аша картиналарға күсерә. Уның ижады күп яҡлы, төрлө жанрҙар уға яҡын. Билдәле шәхестәрҙең портреттары, ябай ауыл кешеләренең тормошо, тарихи тема ла урын алған уның ижади эштәрендә. Шулай ҙа картиналарының иң күбе — пейзаждар. Күккә олғашҡан тауҙар, зәңгәр күлдәр, аҡ ҡайындар рәссамдың йәнтөйәген ни тиклем яратыуын һөйләй. Ҙур йортоноң бер бүлмәһе тотош картиналар галереяһы, уның ижадын яратыусылар, мәктәп уҡыусылары рәссамдың эштәрен ҡарай.

— Ғүмер юлым үкенерлек түгел, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырҙым — рәссам булдым. Шуның өсөн яҙмышыма шөкөр итеп, һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы алам, — тине Рафаэль Ибраһим улы. — Мине онотмай, хөрмәт итеп килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт.

Юбилярға бәхетле ҡартлыҡ, олоғайған көнөндә терәк булған Таңһылыу Нурислам ҡыҙы менән тағы оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: