Асҡар ауылында йәшәүсе А. И. Ҡустыбаев 90 йәшен тултырҙы.
Дауыт ауылында донъяға килеп, шунда үҫеп буй еткергән Аҡбулат Ҡустыбаевты тормош иркәләмәй. Туғыҙ балалы ғаиләлә икенсеһе булған Аҡбулат ата-әсәһенең төп терәге, таянысы була. Биш класс ҡына белемле ул. Бөтә ир-ат, шул иҫәптән атаһы ла ил һаҡларға киткәс, тиҫтерҙәре менән хужалыҡҡа эшкә егелә. Ишле ғаиләлә ашарға ла, кейергә лә етешмәй. Шулай ҙа Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ниндәй эш ҡушалар, шунда тырышып эшләй. «Икмәкте бөтөнләй күрмәй торғайныҡ, тире өтөп ашаныҡ. Таң беленер-беленмәҫ эшкә сыға инек, ялан аяҡ йөрөүҙәр…» — тип үткәндәрҙе иҫкә ала ул.
Үҫмер ҡорона ингәс, ауылдағы һарыҡ фермаһына көтөүсе итеп алалар уны. Һәм оҙаҡ йылдар ал-ял белмәй һарыҡ көтә Аҡбулат Ишмөхәмәт улы.
Йәше еткәс, ошо ауыл ҡыҙы Асия менән тормош ҡоралар. Һарыҡсылыҡта икәүләп эшләйҙәр: үҙе һарыҡ көтһә, ҡатыны бәрәс ҡарай. Тырышып эшләп, колхоз буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәләр, тырыш хеҙмәттәре төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.
Ғаилә лә ишәйә: ике улға һәм дүрт ҡыҙға ғүмер бирә Ҡустыбаевтар. Балаларҙың бәхетенә төрөнөп, уларҙы кеше итеп, изгелек-игелектәрен күреп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул, яҙмыш үҙ ҡанундарын ҡуя, яңы ғына ҡырҡты үткән ҡатыны ҡапыл ауырып донъя ҡуя.
Шулай ҙа балаларҙы үҫтереп кеше итеү хаҡына артабан үҙендә йәшәүгә көс таба, ауыр һынауҙар алдында юғалып ҡалмай Аҡбулат Ишмөхәмәт улы. Асҡар ауылынан Асия Ғиләжеваға өйләнеп, ҡатынының улы һәм ҡыҙы янына үҙенекеләр ҙә һыйына. 27 йыл бергә ғүмер итергә яҙа уларға: ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисереп, ике яҡ балаларын үҫтереп, кейәүгә биреп, өйләндереп, туйҙар яһап, башҡаландыралар. Бөгөн инде ул-ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән йәшәй, балалар үҫтереп, үҙҙәре барыһы ла олатай-өләсәй. Аҡбулат Ҡустыбаевтың бөгөн 12 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре, ике тыуаһы бар.
Асия инәй ҡаты ауырып, түшәккә ята. Аҡбулат Ишмөхәмәт улы уны оҙаҡ йылдар балалай ҡарап-тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.
Бөгөн юбиляр ғүмер көҙөн Нажия апай Бикҡужина менән кисерә. Ике тиҫтә йылға яҡын хәҙер инде өс ғаилә балаларын бергә туплап, кәңәштәрен биреп, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй улар.
— Ғүмерем буйы көтөүсе булғас, пенсияға сыҡҡас та оҙаҡ ҡына ат тоттом. 85 йәшкә тиклем өс һыйыр көттөк. Бесәнде лә үҙем саптым. Тик хәҙер балалар рөхсәт итмәй. Ҡош-ҡорт ҡына тотабыҙ. Ҡапҡа алдын, ихата эсен йәй һепереп таҙалайым, ҡыш ҡарҙан көрәйем, — ти әле лә йәштәрсә дәртле баҫып йөрөгән Аҡбулат Ишмөхәмәт улы.
Ғүмеренең 90 йәшлек үренә күтәрелгән Аҡбулат Ишмөхәмәт улын олпат ғүмер байрамы менән тәбрикләргә Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Тәлғәт Вәлиев, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәүрә Камалова, ветерандар ойошмаһы рәйесе Еңеү Әхмәтйәнов, «Ярҙам» ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Ғүмәрова килде. Улар хөрмәтле юбилярға изге теләктәренә ҡушып, бүләктәр бирҙе. Шәүрә апай ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған ҡотлау открыткаһын уҡып ишеттерҙе.
«Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтары аша үткән Һеҙҙең быуындың илебеҙҙең байлығын һәм ҡеүәтен арттырыуға индергән өлөшө тос. Ил ныҡлығы өсөн күрһәткән батырлығығыҙ онотолмаясаҡ», — тигән һүҙҙәр бар унда.
Эйе, заманына күрә төрлө ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килгән, әммә илап-һыҡтап, яҙмышҡа зарланып, әҙерҙе өмөт итеп ултырмаған быуын вәкиле ул Аҡбулат Ишмөхәмәт улы. Хәленән килгәнсә тырышҡан, ғүмере хеҙмәттә үткән.
— Юбилейым уңайынан ошондай хөрмәт, ихтирам күрһәткән Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә, йәмәғәт ойошмалары етәкселәренә рәхмәтем сикһеҙ, — ти бындай иғтибарҙы, ихтирамды көтмәгән хеҙмәт ветераны.
Эйе, беҙҙең бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн ныҡышмалы, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән быуын вәкилдәрен ҡәҙер-хөрмәт итеү — улар өсөн оло шатлыҡ. Күпте күргән, күпте кисергән быуын вәкилдәренә һәр ауылда шундай иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы.