Республикала йәшәүсе пенсия алды йәшендәге граждандар World Skills стандарттарына буйынса яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлегенә эйә.
1 июлдән Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Ворлдскиллс халыҡ-ара стандарттарына ярашлы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы яңы профессияларға уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү йүнәлешендә махсус программа буйынса эшләй башланы. Был программа «Өлкән быуын» федераль һәм «Демография» милли проектары сиктәрендә бойомға ашырыла. Уҡытыу федераль бюджет саралары иҫәбенә бушлай.
Пенсия алды йәшендәгеләр иҫәбенә 51-55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм 56-60 йәшлек ир-уҙамандар ҡарай. Яңы стандарттар буйынса һөнәр үҙләштереү халыҡ-ара кимәлгә сығырға булышлыҡ итә, квалификацияны күтәрә, һөнәри оҫталыҡ даирәһен киңәйтә. Олоғайҙым тимәгеҙ, пенсия яңы офоҡтар асасаҡ.