+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
2 Август 2019, 11:33

Юлаусыларына һәр саҡ иғтибарлы

Күңел талабына әйләнгән һөнәренән кеше бер ваҡытта ла арымай, уны бар дәртен һалып башҡара, көндәлек шөғөлө менән тормошон йәмләп йәшәй — был һүҙҙәр тулы мәғәнәһендә Юлай Ирғәле улы Ильясовҡа ҡағыла.

Күңел талабына әйләнгән һөнәренән кеше бер ваҡытта ла арымай, уны бар дәртен һалып башҡара, көндәлек шөғөлө менән тормошон йәмләп йәшәй — был һүҙҙәр тулы мәғәнәһендә Юлай Ирғәле улы Ильясовҡа ҡағыла.

70 йәштә лә һәүетемсә генә эшләп йөрөгән Юлай ағай 45 йыл руль артында халыҡты хеҙмәтләндерә. Шуның 35 йылын, хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай, аҙаҡ Белорет АТП-һының Асҡар бригадаһында эшләй. Пенсияға сыҡҡас 3 ай өйҙә ятып ҡарай, әммә толҡа тапмай. Шәхси эшҡыуар Илшат Мөхәмәтдинов алдынғы, һәләтле водителде эшкә саҡырғас, ҡы-уанып ризалаша. Юлай Ирғәле улы инде 10 йыл Асҡар-Дауыт маршрутында эшләй. Тыныс холоҡло, итәғәтле водителдең автобусына районда ултырып йөрөмәгән кеше һирәктер.

Юлда төрлө хәлдәр булғылап тора. Бер мәл Өфө-Асҡар автобусына баш ҡаланан 9-сы класс уҡыусыһы ултыра. Бөрйән ҡыҙы Сермәндә төшөп ҡалырға тейеш була, әммә йоҡлап туҡталышын үтеп китә. Ғәҙәттә, туҡталышҡа етә килә пассажирҙар ишек төбөнә яҡынлашып, төшөп ҡалыуын әйтеп тынысһыҙлана башлай. Маҙаһыҙлаусы булмағас, Юлай ағай ҙа юлында була. Бөтә халыҡ автобустан төшөп бөткәс, тәмле итеп йоҡлап ултырған ҡыҙыҡайҙы күреп ҡала. Нишләһен инде, йоҡосоно өйөнә алып ҡайтып, ҡатыны Мәфрүзә апай менән ашатып, йоҡлатып, иртәнсәк автобусҡа билет һатып алып, беҙгә килеп йөрө тип, тыуған ауылына оҙатып ҡалалар. Ильясовтарҙың был мәрхәмәт-леге тураһында «Йәшлек»тә матур мәҡәлә лә баҫыла. Сибайҙан ҡайтып килгәндә йәнә бер ваҡиға була. Юлда ауырлы ҡатын ауырый башлай. Автобус-ты яй ғына йөрөтөп, нәслә Асҡарға килеп етәләр. Юлай Ирғәле улы халыҡты вокзалда төшөрөп, йөклө ҡатынды дауахананың бала табыу бүлексәһенә тиклем алып килеп табиптар ҡулына тапшыра. Икенсе көндө рейс аҙағында ҡаланан емештәр алып, ҡатындың хәлен белергә килә. Килһә, теге ҡатын шат йылмайып, тәҙрә аша ире менән һөйләшә. Яуаплы водитель күстәнәсен тапшырып, күңелен тыныслап ҡайтып китә. Юлаусыларына тулы яуаплылыҡ менән ҡарап өйрәнгән водитель олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы булыуынан күп рәхмәттәр ишеткән. Үҙ һөнәреңде яратыу, бөтә булмышың менән янып эшләү ғәләмәте шул инде.

— Белорет АТП-һының Асҡар бригадаһында ла бергә эшләгәйнек Юлай Ирғәле улы менән. Уның һәр ваҡыт эшкә яуаплы ҡарауы, кешегә яҡшы, ипле, теүәл булыуы һоҡландырҙы. Үҙем шәхси эшҡы-уарлыҡҡа күсеп эшләп киткәс, шоферҙарҙы әллә ҡайҙан эҙләргә тура килмәне. Халыҡ Юлай ағайҙың эшенән риза, уның исеменә тик яҡшы һүҙҙәр ишетәм, — ти Илшат Хәсән улы.

Сығыштары менән Ярлыҡап ауылынан булған Мәфрүзә Йыһангир ҡыҙы һәм Юлай Ирғәле улы 43 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Мәфрүзә апай «Сельхозтехника» ойошмаһында кассир-бухгалтер булып эшләгән, әле ул үҙәк баҙарҙа һатыусы. Ильясовтар эшләп йөрөһәләр ҙә, мал, ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Тырыш булғанға, барыһына ла өлгөрәләр. Балалары Гүзәл менән Ринатҡа юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Олатай-өләсәйҙең ҡыуанысы булып өс ейән һәм ейәнсәр үҫеп килә.

Хеҙмәт ветераны Ю. Ильясовтың күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтен бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бергә РФ Транспорт министрлығынан би-релгән Почет грамотаһы дәлилләй. Иң мөһим баһа — халыҡ хөрмәтен аҡһаҡал күптән яулаған.

Зөлфиә Заһитова.
Читайте нас: