+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
1 Октябрь 2019, 12:04

«Өйөбөҙ йәме — ҡыҙҙар»

Олоғайған көндә иң ҙур шатлыҡ: балаларың яныңда булыу, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуаныстарын уртаҡлашыуҙыр, моғайын. Ғүмер көҙөн лайыҡлы ҡаршылаған, үҙҙәренең татыулығы, тырышлығы менән һоҡландырған парҙар күп. Асҡар ауылында ғүмер итеүсе Люциә менән Сәғәҙәт Йыһановтар шундай абруйлы, матур ғаиләләрҙең береһе.

Ҡушый ҡыҙы Люциә Дәүләт мәктәбен тамамлап, Баймаҡ техникумында һатыусы һөнәрен ала. Артабан уны Ярлыҡап ауылындағы сельпоға эшкә ебәрәләр. Бында ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Бер күреүҙән йәш ҡыҙҙы оҡшатҡан Сәғәҙәт бәхетен ысҡындырмай. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң йәштәр 1970 йылда өйләнешә һәм район үҙәгенә килеп төпләнә. Йыһановтар үҙҙәре кеүек янып торған, дәртле йәш ғаиләләр менән бергә район үҙәгенең Йәштәр урамында нигеҙ ҡора.

Сәғәҙәт Ғиниәт улы әрменән һуң Өфө финанс техникумын тамамлап, һаҡлыҡ банкыһында инспектор-ревизор булып хеҙмәт юлын башлай. Бурыс-тарына етди ҡараған, яуаплы белгесте оҙаҡ тормай Госстрах начальнигы итеп үрләтәләр, һуңынан комхозға етәкселек итә. Артабан финанстар министр-лығының райондағы өлкән контролер-ревизоры, райпоның ревизия комиссияһы рәйесе була. 12 йыл һалым инспекцияһында намыҫлы эшләп, 2005 йылда хаҡлы ялға сыға. Фиҙаҡәр хеҙмәте төрлө наградалар менән билдә-ләнгән. Ҡайһы өлкәлә эшләһә лә хеҙмәттәштәре араһында лайыҡлы абруй менән файҙаланып, хөрмәт ҡаҙанған. Пенсияла ла буш ултырмай, халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнаш-ҡаны өсөн миҙал менән бүләкләнгән.

Люциә Алтынбай ҡыҙы автопаркка билетер-кассир булып эшкә килә һәм 28 йыл хеҙмәт ғүмерен ошонда үткәрә. 2005 йылда «Хеҙмәт ветераны» исемен алып, пенсияға китә.

Йыһановтарҙың иң ҙур ғорурлығы — балалары. «Өйөбөҙҙөң йәме — ҡыҙҙар», — ти улар. Дүрт ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, ғәзиздәренә матур тәрбиә биргәндәр, уҡытҡандар. Иң өлкән ҡыҙҙары Лилиә «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында музыка етәксеһе, Нәйлә район дауаханаһында акушер, Линара — Өфөлә, БР Ауыл хужалығы ми-нистрлығының кадрҙар бүлегендә эшләй, әле декрет ялында. Бәләкәстәре Ильмира бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән, Асҡарҙа йәшәй. Наҙ, һөйөүгә сорналып үҫкән ҡыҙҙары ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урындарын табып, татыу ғаилә ҡороп, яҡындарынан өлгө алып, гөрләтеп донъя көтә.

8 ейәнсәр, 4 ейәнгә олатай-өләсәй булған Люциә Алтынбай ҡыҙы менән Сәғәҙәт Ғиниәт улы. Бер бүлә һәм бүләсәрҙе күрергә насип иткән.

— Ҡыҙҙарыбыҙ тип йән атһаҡ, улар ҙа беҙҙе иғтибар, хәстәр менән уратып алған. Баланың балаһы татлы икәнлегенә инанып, шуларҙың шатлыҡ-көйөнөстәрен бергә кисереп йәшәү беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет, — тиҙәр Йыһановтар.

Ҡыҙҙарының аҡыллы, ипле, тырыш булыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай атай менән әсәй. Ҡәҙерле кешеләренең татыу, матур ғаилә тормошон үрнәк итеп алып йәшәйҙәр, сынъяһау итеп донъя көтәләр. Туған йәнле, ихлас ҡыҙҙар тыуған көн булһынмы, бәпес туйымы, юбилеймы — бөтә байрамдарын да бергә уҙғара.

Быйыл әсәләренең 70 йәшлек юбилейын ҙурлап үткәреп, яҡын кешеләренә иҫтәлекле байрам яһағандар. Күңел түренән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен еткергәндәр. Әлбиттә, теләктәрҙең иң ҙуры: ата-әсәһенең һау булып, оҙон ғүмер кисереүе. 49 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән пар киләһе йылға алтын туйҙарын билдәләйәсәк. Олоғайҙыҡ тимәй әле улар, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерә, мул уңыштан ҙур ғаиләгә өлөш сығарып, йыл әйләнәһенә етерлек салат-ҡайнатмалар әҙерләйҙәр.

Яҡты, ҡотло өйҙәрендә бала-сағаның шат тауышына күмелеп, бәләкәй генә шатлыҡты оло күреп ҡабул иткән Люциә Алтынбай ҡыҙы менән Сәғәҙәт Ғиниәт улының түңәрәк бәхетле донъяһының бәрәкәте һис ҡасан китмәһен.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: