+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
4 Октябрь 2019, 13:16

Ололарҙы хөрмәтләне балалар

Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы Таштимер мәктәбендә «тимурсылар командалары»ның эше яңынан йәнләнде.

Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы Таштимер мәктәбендә «тимурсылар командалары»ның эше яңынан йәнләнде. Һәр класс шефлыҡҡа алған ветерандарына ярҙамға ашыҡты. Инәй-апаларға йорт эштәрендә, көҙгө уңышты йыйыуҙа ярҙам итте. Бөтә ветерандар ҙа балаларҙың килеүенә ихлас ҡыуанып, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп ҡалды.
Эштәр тамамланғас, мәктәптә Ололар көнөнә арналған матур байрам ойошторолдо. Был сараға мәктәптә эшләп, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялда булған ауылдаштар ҡунаҡҡа килде. 1-се, 5-се һәм 9-сы класс уҡыусылары матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Уларҙың етәкселәре Венера Миҙхәт ҡыҙына, Эльвира Таһир ҡыҙына, шулай уҡ музыка уҡытыусыһы Гөлнара Фәрит ҡыҙына, бейеү һалған Регина Заһит ҡыҙына һәм ҡотлау видеоһы әҙерләп,музыкаль яҡтан биҙәгән Нәркәс Мөнир ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерҙе өлкән йәштәгеләр
3-сө «б» класы малайҙары һәм ҡыҙҙары ла оло йәштәгеләр байрамына бағышланған кластан тыш сара үткәрҙе. Класс етәкселәре Дилә Шәмсетдин ҡыҙы балалар менән бик матур байрам концерты әҙерләгән. Ҡунаҡҡа килгән өләсәйҙәр ҡыуанып ҡайттылар.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: