+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
1 Ноябрь 2019, 11:58

Компьютерҙы белмәйенсә булмай

«Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй пенсионерҙар союзы менән берлектә, эшләмәүсе хаҡлы ялдағылар һәм физик мөмкинлектәре сикле ололар өсөн компьютерға өйрәтеү курстары ойошторҙо.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй пенсионерҙар союзы менән берлектә, эшләмәүсе хаҡлы ялдағылар һәм физик мөмкинлектәре сикле ололар өсөн компьютерға өйрәтеү курстары ойошторҙо. Замандан ҡалышырға теләмәгән оло йәштәгеләр компьютерҙа эшләргә өйрәнә, район үҙәгенән генә түгел, башҡа ауылдарҙан да килеп белем алалар.

Уҡыуҙар ДОСААФ-тың компьютер класында үтә. Өлкәндәр өс аҙна эсендә байтаҡ нәмәгә өйрәнгән. Уларҙы компьютер нигеҙҙәренә төшөндөргән «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәзинә Әғзәмова уҡыусыларының отҡор, зирәк булыуын билдәләне. Ҡыҫҡа арауыҡта документтар булдырырға, һаҡларға, күсереп алырға өйрәнгәндәр. Бер юлы интернет селтәрендә лә эшләү серҙәрен үҙләштергәндәр. Өлкән йәштәгеләр өсөн йыш ҡына кәрәкле «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында теркәлеү улар өсөн ҙур ҡаҙаныш булған. Хәҙер ололар үҙҙәре кәрәкле урындарға, мәҫәлән, дауаханаға алдан яҙыла, МФЦ-ға йәки башҡа хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеү өсөн ғариза ҡалдыра ала.

— Был курстар минең өсөн файҙалы булды. Компьютерҙы ентекле өйрәндек, «Дәүләт хеҙмәттәре» аша нисек эшләргә икәнлеген белдек, электрон почта булдырҙыҡ, — ти Маһинур Усманова. — Хәҙер өйҙән ултырып бер-берең менән аралашырға, төрлө түләмдәрҙе сиратта тормайынса ғына түләргә була. Был бик уңайлы.

Уның һүҙҙәрен Нәжибә Сәйфуллина ҡеүәтләп, замандан артта ҡалып булмай, тиҙҙән бөтә эштәр компьютер аша башҡарылыр, бушлай курстар булғанда өйрәнмәй ҡалыу яҙыҡ тине. Светлана Ғиззәтова ла һабаҡташтарын йөпләне, ул хатта планшет алған һәм бер ыңғайы шунда өйрәнә. Ноутбуктары булғандар ҡуша алып йөрөйҙәр.

— Алдағы дәрестәрҙә социаль селтәрҙәрҙә теркәләсәкбеҙ, унда аралашырға, күп яңылыҡтарҙы белергә мөмкин бит, — ти Рәзинә Миҙхәт ҡыҙы. — Скайп аша һөйләшергә, фотоаппараттан фотолар күсереп беркетергә, ебәрергә өйрәнәсәкбеҙ. Интернет аша үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар табыу, төрлө мәғлүмәт эҙләү бик оҡшай.

Ҙур теләк, ынтылыш менән компьютер нигеҙҙәрен үҙләштергән ололар курсты ойоштороусыларға, ҡатмарлы нәмәләрҙе аңлата алған уҡытыусылары Рәзинә Әғзәмоваға рәхмәттәрен еткерҙе.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: