-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
15 Ноябрь 2019, 11:02

«Бер нәмәһеҙ ҡалғанда ла, белемең яныңда булыр...»

Быйыл үҙенең һикһәненсе көҙөн ҡаршы алған өләсәйебеҙ Сәүҙә Әғзәм ҡыҙы Ғибәҙуллина хаҡында тормошсан хәтирәләр менән уртаҡлашмаҡсымын.

Район мәғарифына бик тоғро хеҙмәт иткән өләсәйем — ике-өс айлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарар өсөн ҡырҡ туғыҙ йәшендә педагогик стажын тултырып хаҡлы ялға сыҡҡан да, уҡытыусы ҡыҙын, кейәүен мәктәп эшенән туҡтатмаған. Шаярыу ҡатыш һымаҡ яңғыраһа ла, был ысын булған хәл. Уҡытыусылыҡ эшенә бигерәк етди һәм яуаплы ҡарап йәшәне өләсәйебеҙ, әле лә ошо сифатын юғалтмай. Быйыл үҙенең һикһәненсе көҙөн ҡаршы алған өләсәйебеҙ Сәүҙә Әғзәм ҡыҙы Ғибәҙуллина хаҡында тормошсан хәтирәләр менән уртаҡлашмаҡсымын.
«Сәүҙә апай уҫал, талапсан булды», — тип хәтерләйҙәр мәктәп йылдарын өләсәйебеҙҙең уҡыусылары. Хәйер, дәрестә генә түгел, өйҙә лә үҙен уҡытыусы ролендәрәк тотто ул, тиҙәр бөгөн инде үҙҙәре өләсәй-олатай булған балалары. Төпсөк улы Рөстәм әсәһендә иң оҙаҡ уҡыған бала булғанлығы асыҡланды яңыраҡ. «Ней һуғышып булмай класта, ней туҡмалып булмай, уҡытыусы балаларына Хоҙай түҙемлек бирһен», — тип ихлас көлә-көлә иҫтәлектәрен барлай ул. Өләсәйебеҙ эшенә бар көсөн, түҙемлеген һалып башҡарғандыр, күрәһең. «Белмәһәң белмәҫ тә ҡуйыр инең, нишләп кенә миңә эләктең икән?!» — тип тиргәгән саҡтары булды ти Рөстәм ағай.
«Уй, дәфтәр ҙә йыртып ташлана ине», — тип әңгәмәгә ҡушыла өлкән улы Азамат. «Инша яҙырға әҙерләнегеҙ, тип тема биреп ҡайтарғанда, мин нәфис әҙәбиәт уҡып барып, «икеле» алып «маҡталдым».
«Уҡы ҡыҙым, уҡы. Дуҫтар дошманға әйләнеп китеүе бар, ғаиләң тарҡалып китеүе бар, милкең дә юҡҡа сығыуы бик мөмкин... Үҙеңдә бер нәмә ҡалмаған осраҡта ла, эстәгән белемең һәр саҡ яныңда булыр», тип тыҡыны миңә әсәй», — ти уртансы ҡыҙы Люциә. Әсәһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ул бөгөн медицина, хоҡуҡ өлкәләрендә һыуҙа йөҙгән балыҡтай иркен эш итә.
Олатайыбыҙ Рафил Ғәйзулла улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтереп, алда әйткәнемсә «тыҡып-тыҡып» белем биреүгә бар көстәрен һалған улар. Студент уҡытабыҙ, тип Өфөгә оҙатылған ит, май, йомортҡаларҙың иҫәбе-һаны булмағандай, күп балалы уҡытыусы ғаиләһендә лә көлкө лә, илатҡыс та хәлдәр байтаҡ инде ул. Өләсәйебеҙҙең выслуга тултырып, хаҡлы ялға сығып бала ҡарауының касафаты ла бар, тигәндәй, биш бала тапҡан өлкән ҡыҙы Зөлфиәнең бөтә декрет ялдарын бергә ҡушһаң да, йыл ярымға тулмай. Сөнки өләсәй ике-өс айлыҡ сағынан ейән-ейәнсәрҙәрен алып ҡалып, үҙе тәрбиәләп үҫтергән. «Был хәлде белмәҫ тә инек, үҙем хаҡлы ялға киткән саҡта стаж-фәләнде һанатмаһаҡ», — ти Зөлфиә Рафил ҡыҙы.
Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараған мәлдә лә мөғәллимә эшен әүҙем алып барҙы өләсәйебеҙ. Һыйыр-һарыҡ эҙләп сыҡҡанда юл ыңғайы сүрәләр ятлатып, тормошсан күренештәр хаҡында бәйән итә ине. Тәбиғәт менән таныштырыу ҙа шунда атҡарылды. Емеш-еләккә барғанда ла фәһемле хәбәр-дәресһеҙ ҡалдырманы беҙҙе. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, уны дөрөҫ башҡарыуҙы тәүҙә өйрәтә, аҙаҡ талап итә ине. Өләсәй-олатай йортонда эстәгән һәр һабаҡ, өйрәнгән һәр эш бөгөнгәсә беҙгә ҙур ярҙам булып тора, тура юлдан тайпылдырмай алға әйҙәй.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА.

Читайте нас: