+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
20 Декабрь 2019, 14:03

Шатлыҡ итеп ҡартлыҡты

Райондағы социаль объекттарҙы, йорттарҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән М. М. Ғилмановҡа 80 йәш тулды.

Райондағы социаль объекттарҙы, йорттарҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән М. М. Ғилмановҡа 80 йәш тулды. Юбилярҙы 1999 йылда хаҡлы ялға оҙатҡан ДРСУ ветерандары ойошмаһы рәйесе И. С. Ғүмәров, шул йылдарҙа етәксе булып эшләгән М. З. Рәжәпов ҡотланы.

Хәлил ауылында тыуып үҫкән Мират Ғилманов етенсе класты тамамлау менән Әлмөхәмәт элеваторына эшкә бара. Бында таш сығарып, унан келәттәр һалыуҙа ҡатнаша ул. Артабан Стәрлетамаҡ төҙөлөш участкаһы составында «Урал» совхозында объекттар төҙөй. Участка Аҡъярға күсерелгәс, Мират ағай ҙа шунда эшкә китә. Әрмегә лә ошонан алына ул.

Хеҙмәт итеү осоронда уҡып, шофер танытмаһы алған Мират ағай ҡайтыу менән үҙе эшләп киткән ойошмаға килеп, водитель булып урынлаша, был Хәлил мәктәбе төҙөлөшөнөң ҡыҙған мәле була. Төҙөлөш участкаһы Сибай ҡалаһына күскәс, артабан 24-се ПМК ойошмаһында, замана елдәре шауҡымында ул ябылғанға тиклем, шунда эшләй М. Ғилманов.

Ғүмерлек йәре менән дә һайлаған һөнәре осраштыра. Йәнгел мәктәбе төҙөлөшөнә ташсы булып килгән Күгәрсен районы ҡыҙы Анна Алексеевна менән 55 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр. Әйткәндәй, ғүмер юлдашының да хеҙмәт юлы төҙөлөш менән бәйләнгән, күп ҡул көсө талап иткән, шул уҡ ваҡытта яратып башҡарған ташсы эшендә утыҙ йыл хеҙмәт түгеп, хаҡлы ялға сыҡҡан ул.

— Беҙ Асҡарға күсеп килгән 1967 йылда «Алмастау» ҡунаҡханаһынан башҡа ҡатлы йорттар, объекттар юҡ ине. Дауахана, партияның район комитеты, район Советы башҡарма комитеты, көкүреште хеҙмәтләндереү йорто, почта, универмаг, СХТ, кондитер фабрикаһы, ветстанция, пекарня, «Сельхозхимия» һәм бөгөн халыҡҡа хеҙмәт иткән башҡа объекттар, ике ҡатлы йорттар барыһы ла беҙҙең ҡулдан үтте. Тик гимназияны төҙөүҙә ҡатнашманым, пенсияға сыҡтым, — ти Анна Алексеевна.

Хеҙмәт юлын төҙөлөш ойошмаһында водитель булып үткән Мират ағай ПМК бөтөрөлгәс, 1995 йылда юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә бара. Бында ул төҙөлөш бригадаһы етәксеһе сифатында предприятиеның производство объекттарын, хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ йорттар төҙөй.

— Мират ағайҙың бригадаһындағы егеттәр ҙә үҙе кеүек шәп, уңған булды. Шулай булмаһа, бер ай эсендә гараж төҙөп, файҙаланыуға тапшыра алырҙар инеме ни?! — тип Мирхәт Зиннәт улы юбилярға намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

— Бөгөн дә йомошобоҙ төшһә, алтын ҡуллы Мират Маҙһар улына киләбеҙ. Һүҙебеҙҙе йыҡмай, «һә» тигәнсе заказыбыҙҙы эшләп тә бирә, — тине Иштимер Солтан улы бөтә предприятие ветерандары исеменән ҡотлап.

Барына шөкөр итеп, ҡартлыҡты шатлыҡ итеп, бер-береһенә насип, тоғро йәр, яҡындарына терәк-таяныс булып, ғүмер юлын үтә бөгөн дә хеҙмәт ветерандары. Бер-береһен ярты һүҙҙән, ым-ишаранан аңлап, ҡурсып торған Ғилмановтарҙың үткәнендә данға күмелгән эштәре, тыныс һәм мул бөгөнө, яҡты киләсәге булыуы ғүмер көҙҙәренең алтындарға биргеһеҙ икәнлеген күрһәтә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: