«Демография» милли проектының «Өлкән быуын» программаһы сиктәрендә республикала 65 йәштән өлкән ауылда йәшәүселәргә өҫтәмә медицина тикшереүе үткәрелә. Был турала хөкүмәт ҡарары октябрҙә үк донъя күргәйне.
Әле республика райондарында мобиль медицина бригадалары әүҙем эшләй. Махсус автотранспорт алыу өсөн бүленгән 34,2 млн. һумға августа ун һигеҙ "Газель Некст" автомобилдәре ҡайтарылғайны. Автомобилдәрҙең салоны физик мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн дә йыһазландырылған. Инвалид коляскаларын күтәреү өсөн лифттар ҡуйылған.
Ауыл ерендә 65 йәштән өлкән 222 мең кеше йәшәй. 2024 йылдың аҙағына тиклем уларҙың 45 процентына дауаханаларҙа өҫтәмә тикшереү үткәреү планлаштырыла. Был маҡсатлы эш илдә ғүмер оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итер тип күҙаллана.