+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
17 Ғинуар 2020, 12:20

Уҙған ғүмер аҡҡан һыуҙай

Тал Ҡусҡары ауылынан Людмила Фәйезйәнова яңыраҡ 80 йәшен артмаҡланы тимәҫһең, һаман йәштәрсә етеҙ, шәп.

Тал Ҡусҡары ауылынан Людмила Фәйезйәнова яңыраҡ 80 йәшен артмаҡланы тимәҫһең, һаман йәштәрсә етеҙ, шәп. Бер ҡасан да буш ултырғанын күрмәҫһең, оломон тип тормай, шаулатып баҡсаһын да үҫтерә, һә тигәнсе күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр бәйләп тә ҡуя. Ҡышҡы оҙон кистәрҙе бәйләм артында уҙғарған инәй энәһенә күҙ ҙә эйәртмәһә лә, уйы менән әллә ҡайҙа алыҫта, йәшлек илендә ҡалған хәтирәләрҙе урай. Бәләкәй сағында ыҙа-михнәттәрҙе етерлек күрһә лә, тормош иптәше менән бик матур ғүмер итте, алтмыш йылға яҡын бергә йәшәне, балалар үҫтерҙе улар.

... Людмила Мәхмүт ҡыҙы һәм Нафиҡ Хажмөхәмәт улы икеһе лә ошо ауылдыҡы. Башҡа тиҫтерҙәренеке кеүек балалыҡ йылдарын һуғыш урлай. Аталары фронтҡа киткәндә Нафиҡ ағай алты йәшен тултырһа, Мамлеевтарҙың төпсөк игеҙәктәре Люся менән Флүрәгә ике йәш саҡ тулған була. Игеҙәктәргә ғүмер буйы «атай» тип өндәшергә яҙмай, тол ҡалған Мария Фёдоровна береһенән-береһе ваҡ алты балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Колхоз эшенә йөрөү сәбәпле, Флүрәне 9 йәшлек Йосопҡа, Лүсәне 8 йәшлек Валентинға беркетеп ҡуя. Аслыҡ осоронда бәләкәстәрҙе Вил ҡустыларына ҡалдырып, Ҡыҙыл буйына китәләр. Һуңынан «балыҡ ҡармаҡлап, һурпа эсереп ҡарындаштарҙы үлтермәй алып ҡалдыҡ», — тип йыш һөйләгән ағалары.

Ҡыҙҙары әсәләренән аш-һыу, тегеү-сигеү, баҡсасылыҡ маһирлығына өйрәнеп, эшсән, егәрле булып буй еткерә. Зәңгәр күҙле бер иш кенә һылыуҡайҙар ауыл егеттәренең йөрәктәрен аҙ яндырмағандыр. Әммә Люсяның йөрәген тик Нафиҡ яулай ала. 1959 йылдың мамыҡ ҡарҙар яуған аҡ миҙгелендә йәштәр ғаилә ҡора.

Нафиҡ Хажмөхәмәт улы «Красная Башкирия», «Заветы Ильича» хужалыҡтарында бухгалтер булып эшләгәндән һуң, колхоз йүнәлтмәһе буйынса Өфөгә ауыл хужалығы институтына агрономлыҡҡа уҡырға ебәрелә. Биш йыл ғаиләһенән ситтә, көндөҙгө бүлектә уҡып, диплом алған белгескә Ҡаҙағстанда, Юлдыбайҙа, Йәнгелдә, Гусевта баш агроном, иҡтисадсы булып эшләргә тура килә. Людмила Мәхмүт ҡыҙы ире артынан күсеп йөрөп, төрлө урындарҙа эшләй. Кем генә булырға тура килмәй: клуб мөдире, уҡытыусы, хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе, һатыусы.

Фәйезйәновтар күп ер-һыуҙарҙы күреп, сит ерҙәрҙә йәшәгәндән һуң тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнә. Уңған хужалар мал-тыуар аҫырап, умарта тотоп, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәп китә. Улар биш балаға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыра. Шуныһы ҡыҙғаныс, тормош иптәше менән ҡартлыҡ көндәрен тигеҙ тартырға яҙмай. Ғаиләһен ҡалдырып, Нафиҡ Фәйезйәнов бер нисә йыл элек вафат булған.

Бөгөнгө көндә Люся инәй үҙе сәскән изгелек емештәрен татып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең игелектәрен, ҡыуаныстарын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Тормошо матур, балалары ҡәҙерле кешеһе өсөн өҙөлөп тора. Кинйә улы Илшат менән бергә йәшәй. Азат Асҡарҙа төпләнгән, инженер. Өс ҡыҙы — Ғәлиә, Лилиә, Розалия уҡытыусы һөнәрен һай-лаған. Ун өс ейән-ейәнсәр, ике бүләһенә хәстәрлекле өләсәй аяҡ-ҡулдары өшөп йөрөмәһен тип бер иштән йылы бейәләйҙәр, йөн ойоҡтар бәйләп ҡуя. Ә өйөндәге бәйләгән нәмәләрҙең күплеге — күргәҙмә тиерһең?! Сағыу төҫтәрҙән ҡоролған түшәктәр, диван ябыуҙары, аллы-гөллө бәйләнгән сәскәле мендәрҙәр күҙ яуын ала. Семәрләп-матурлап бәйләгән шәлдәре, косынкалары һуң? Уның әйберҙәре әллә нисә төрлө күргәҙмәлә лә ҡатнашып ҡайтҡан.

Людмила Мәхмүт ҡыҙы алты бала араһынан бер үҙе ҡалған. Игеҙәге Флүрә лә гүр эйәһе булған. Туғандарын юғалтыу ҡайғыһы эҙһеҙ үтмәй: Люся инәй инсульт үткәрә. Бирешмәй, яңынан аяҡҡа баҫа, бер яҡ аяғы-ҡулы тыңлашмаһа ла, шулай йөрөүенә шөкөр ҡыла ул. Һигеҙ тиҫтәне тултырҙым тимәй, дарыу үләндәре артынан урман-ҡырҙарға сығып китә, баҡсаһында емеш-еләк, сәскә үҫтерә. Ете төрлө сәскәнән яһалған хуш еҫле шифалы сәйенең тәмен бер эсеп ҡарағандар инәйҙең өйөнән сәй эсмәйенсә сыҡмай.

Ихлас, асыҡ йөҙлө ағинәй ауылдаштары менән аралашып йәшәй, аят аштарын, байрамдарҙы бергә уҙғаралар. Хатта класташтары менән осрашалар. Яңыраҡ уға Буранғолдан Мәүҙиға Ғәбитова, Хәтижә Усманова, Амангилденән Зифа Ғарипова килеп ҡайтҡан. Бына шундай көндәлек мәшәҡәттәр, хәстәрҙәр менән тормошон йәмләп уҙғара.

— Йырҙа йырланғанса, ғүмер аҡҡан һыуҙай уҙған да киткән. Бала сағым ауыр йылдарға тура килһә лә бирешмәнем. Иптәшем менән матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә насип итте. Ҡартайған көнөмдә бәхетлемен, ул-ҡыҙҙарым «әсәй!» тип иғтибарынан өҙмәй, — ти Людмила Мәхмүт ҡыҙы. — Олоғайған көндә ҡәҙер-хөрмәт күрергә яҙһын һәммәбеҙгә.

Һәр саҡ әҙәпле, ипле, мөләйем булған Людмила Фәйезйәнова һаман да йәш быуынға өлгө биреп, матурлыҡ, нәзәкәтлек өләшеп йәшәүен дауам итә. Тағы күп йылдар урыны түрҙә, һүҙе үрҙә булһын.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: