Миллионлаған ҡорбандар, ҡан, күҙ йәше аша яуланған Бөйөк Еңеү, тыныслыҡ, матур тормош өсөн тәнен-йәнен аямай ил азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙәргә мәңге бурыслыбыҙ. Беҙҙең быуын — бәхетле быуын. Тыныс, имен тормошта үҫтек, шанлы йылдарҙың тере шаһиттарын күрҙек, уларға хөрмәт менән баш эйә алдыҡ. Тик үкенескә, районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бер нисә бөртөк кенә ҡалды. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, хөрмәтле яугирҙәрҙең береһе — Ҡотлогилде Төхвәтуллин.
Илгә ҡара яу булып ябырылған йылдарҙы сал сәсле ветеран бөгөнгөләй хәтерләй. Күңеленә мәңгелеккә тәрән эҙ ҡалдырып уйылған иҫтәлектәрен ашыҡмай теҙҙе ул: берсә ҡан дошманын хәтерләп ярһыны, йә фашист ҡулынан һәләк булған иптәштәрен хәтерләп тын ҡалды, үҙенең башынан уҙған ғазаптары яңынан йөрәген телгеләне.
...Әүмеш ауылы егете Ҡотлогилде һуғыш сыҡҡанда үҫмер генә була. Ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, бала-саға менән бергә аслыҡ-яланғаслыҡ ыҙаларын кисереп, хужалыҡ эштәрендә йөрөй. 1943 йылда 17 йәше саҡ тулған егеткә әрмегә саҡырыу ҡағыҙы килә. Өфөләге хәрби комис-сариатта һигеҙ малайҙы йәштәре тулмағас кире ҡайтарырға булалар. «Килеүен килгәс, кире ҡайтып бармайым инде», — тип уйлай егет һәм фронтҡа ебәрелеүсе һалдаттар араһына эләгеп, хәрби уҡыу урынына, Әлкәгә юлланалар. Унда буласаҡ яугирҙәр сафҡа баҫа һәм исемлек буйынса барлайҙар. Берәүҙең артыҡ икәнлеге асыҡлана. Шул саҡ Ҡотлогилде: «Ағайымдар, еҙнәмдәр яуҙан ҡайтманы, мин фронтҡа барып, дошманды ҡыйратырға тейеш», — тип командирҙан уны ҡайтармауын үтенә.
— Бер аҙҙан беҙҙе тауар поезы менән Мәскәүгә оҙаттылар. Әсе һыуыҡ үҙәккә үткән ҡышҡы көндәр. Таҡта вагондарҙы тимер мейескә утын яғып саҡ йылытабыҙ, ҡаҡ иҙәндә йоҡлайбыҙ, ашарға юҡ. Поезд әллә нисә тәүлек бер туҡтамай барып, ниһайәт, баш ҡалаға килеп еттек, — тип хәтерләй алыҫ көндәрҙе Ҡотлогилде Төхвәтулин. — Ярай, бында беҙгә ҡоро паек тараттылар, шуның менән тамаҡ ялғаныҡ. Унан ары эшелон менән Литваға киттек.
Тейешле урынға килеп еткәс һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, кемде ҡайҙа тәғәйенләй башлайҙар. «Кем пулеметсы булырға теләй?» — тигән һорау яуапһыҙ ҡала. Кәүҙәләре ҡураныс ҡына егеттәрҙән ауыр пулеметты һөйрәп йөрөгәндәйен табырға теләп, командиры сафты күҙҙән үткәргәнсе, Ҡ. Төхвәтуллин бер аҙым алға баҫа. Бәләкәй кәүҙәле ябыҡ ҡына егет шул рәүешле үҙенән дә ауырыраҡ, 62 килограмлыҡ пулеметҡа хужа була. Балтик буйы хәрби округында 210-сы гвардия полкының 73-сө дивизияһында хеҙмәт итә. Ул Әбделмәмбәттән Хөснулла Ғәбитов менән бергә эләгә. Резервта торалар, әгәр алғы һыҙыҡтағылар яраланһа йәки һәләк булһа, уларҙың полкы алыштыра.
1944 йыл. Һуғыштың ауыр, хәл иткес осоро. Неман йылғаһы аша күперҙе дошман бомбаһы шартлатҡас, яугирҙәргә шарлап ағып ятҡан киң йылғаны кемеһенә күпер таҡтаһы, ҡайһыһына һал менән йөҙөп сығырға тура килә. Утлы ҡойон аҫтында ярға етмәй, батып үлгәндәр ҙә байтаҡ була. Иң тәүҙә үҙенең ғүмерен уйлар урынға, пулеметсы ҡоралын ҡотҡарыу өсөн йәнтәслим тырыша. Уны һал менән алып сыға, үҙе лә даръянан имен-аман ҡотола. Көнсығыш Пруссиялағы ҡаты яуҙарҙа Ҡотлогилде Ғәфиәт улы ҡаһармандарса һуғыша, шул тиңһеҙ алышта патрон ташыусы ярҙамсыһын юғалта.
Еңеү көнөн Берлинға етмеш саҡрым ҡалғас ишетә яугир. Был мәлдең шатлығын һаман онотмай уҙаман. «Иң ҡәҙерле көн, илебеҙгә тыныслыҡ килгән, ыҙа-ғазаптарға сик ҡуйған көн», — ти.
Ҡотлогилде Төхвәтуллиндың яу юлын-дағы батырлыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ордены, «Кенигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән баһаланған. Ҡыҙғанысҡа, наградаларының күбеһе юғалған.
Һуғыш бөтөү менән тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙмай уға. Тағы өс йыл хәрби хеҙмәтен үтәй. 1949 йылдың ғинуарына тиклем 63-сө танк дивизияһы сафында хеҙмәт итә.
Төштәрендә күреп һаташҡан, арманһыҙ булып ауылын һағынған Ҡотлогилде Ғәфиәт улы Әүмешкә ҡайтыу менән урындағы хужалыҡта эш башлай. Нурисафа Абдрахман ҡыҙы менән тормош ҡороп, алты балаға ғүмер бирәләр. Тракторҙа, комбайнда оҙаҡ йылдар эшләй. Әлеге көндә ветеран, ҡыҙы Зөбәйлә Сәйфуллина ҡарамағында, Мәхмүттә йәшәй. Һуғыш эҙһеҙ үтмәгән, ауыр, көс еткеһеҙ пулеметты имгәкләп һөйрәп йөрөгәнгә тубыҡтары һыҙлай, янында ғына шартлаған граната арҡаһында ҡолаҡҡа ҡатыланған. Шулай ҙа бирешмәй, «Юлдаш» радиоһы моңдарын юлдаш итеп, ошо сәләмәтлегенә шөкөр итеп йәшәй.
— Күргәнгә түҙем бирһен, күрмәгәнгә күрһәтмәһен. Тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ. Ошо көндәрҙе күрә алыуым иң оло бәхет, — ти яу юлын үткән Ҡотлогилде апа. — Һуғыш ҡына хәтерҙән юйылмай.
Һуғыш беҙҙең хәтерҙән юғалырға тейеш түгел. Еңеүҙе яҡынайтҡан, уның өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылғандар ҙа онотолмаһын ине. Хәтер йәшәй икән, тимәк беҙ йәшәйбеҙ.