+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
21 Февраль 2020, 11:22

Полигонда үткән хеҙмәт

Хөсәйен ауылында тыуып үҫкән Шәфҡәт Бараков, ул замандағы ауыл малайҙарына хас булғанса, 6-сы класты тамамлағас, артабан уҡыуҙың кәрәге юҡтыр тип, Киров исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай.

Хөсәйен ауылында тыуып үҫкән Шәфҡәт Бараков, ул замандағы ауыл малайҙарына хас булғанса, 6-сы класты тамамлағас, артабан уҡыуҙың кәрәге юҡтыр тип, Киров исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Ҡайҙа тракторсы ярҙамсыһы, ҡайҙа эшсе булып, буй еткерә. Тырыш егетте хужалыҡ Таштимер һөнәрселек училищеһына уҡырға ебәрә. Шулай итеп Шәфҡәт ағай тракторсы-машинист, шофер һөнәрҙәрен алып сыға һәм колхоздың йөк машинаһында эшләй.

Ул арала хәрби хеҙмәткә йәше тула һәм ул ҡорҙаштары менән бергә Ҡораллы Көстәр сафына юллана. Тәүге хәрби әҙерлекте үткәс, даими хеҙмәт урыны буласаҡ Ҡаҙағстанға, Семипалатинск ядро һынау полигонына ебәрелә яҡташыбыҙ. Төрлө йөк ташып, водитель сифатында ике йыл намыҫлы хеҙмәт итә Ш. Бараков.

Был майҙансыҡ Советтар Союзының иң ҙур полигоны булараҡ, атом ҡоралдарын өйрәнеү өсөн файҙаланыла. Ядро ҡоралын тәүге тапҡыр ер аҫтында шартлатыу ҙа ошонда башҡарыла. 1989 йылға тиклем Семипалатинскиҙа бөтәһе 468 һынау үткәрелә, был күнекмәләр тап мәҡәләм геройы хеҙмәт иткән осорға тура килә.

— Һынауҙар булырын командирҙар ғына түгел, беҙ, ябай һалдаттар ҙа алдан белеп торҙоҡ, — тип һөйләй Шәфҡәт Исхаҡ улы. — Тик ниңәлер беҙҙе хәүефһеҙерәк урынға күсереү тураһында хәстәрлек күрелмәне. Ә унда һыналған ҡайһы бер ядро ҡоралдарының ҡеүәте Хиросимаға ташланған бомбаныҡынан да артып китә һәм радиоактив болоттар әллә нисә километрға тарала ине. Сираттағы бер һынау хәтәр булғандыр, ахыры, командир йәһәт кенә машиналарға тейәлегеҙ ҙә, частан китегеҙ, тип бойороҡ бирҙе. Машинаға ултырып, 50 саҡрым барҙыҡмы-юҡмы, шартлау яңғыраны...

Хәрби хеҙмәт осоронда көслө нурланыш алған райондашыбыҙ, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, бер йыл буйы мандый алмай, ауырып ыҙалай.

Шунан ғына, бер аҙ хәл ингән кеүек булғас, кире тыуған хужалығына эшкә сығып, руль артына ултыра — машиналар ҙа, трактор ҙа йөрөтә, икенсе район һәм өлкәләрҙән йөк ташый.

Бөрйән районына сираттағы командировкаға барғанда, леспромхозда сайыр һыҙырыуҙа эшләп йөрөгән ҡыҙ — Айһылыуҙы осрата. Йәштәр ҡауышып, ғаилә ҡора һәм Хөсәйендә йәшәй.

Тик ғаилә башлығының армияла зыян күргән һаулығы эшләргә ирек бирмәй, уға аҙна һайын Уралдағы дауаханаға йөрөргә тура килә. Шәфҡәт ағайҙың ыҙаларын күргән ул мәлдәге колхоз рәйесе Әбделхай Дәүләтов: «Һин яҡшы хеҙмәткәр, тырыш шоферһың, тик былай сирләгәс, машина йөрөтөү һиңә насар тәьҫир итә, үҙеңде тағы ла йонсотаһың. «Урал» совхозы етәкселеге менән һөйләштем, шунда малсылыҡҡа күсерһең, дауаханаға ла яҡын булыр», — тип хәл итә.

Шул рәүешле Бараковтар совхозға килеп төпләнә, йәшәргә йорт та бирәләр. Шәфҡәт ағай гөрләп торған совхоздың һауын һыйырҙарын да аҫырап, башмаҡтарын да һимертеп, быҙауҙарын да тәрбиәләп, йылҡы-һын да көтөп, хаҡлы ялға сыҡҡансы малсылыҡта тир түгә. «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.

Иптәшенә ныҡлы терәк булған Айһылыу Әбүталип ҡыҙы мәктәптә, төҙөлөштә һәм башҡа хужалыҡ эштәрендә намыҫлы эшләп, пенсия йәшенә етә.

Дүрт балаға ғүмер бирә улар. Улдары Ғәле — Магнитогорскиҙа, Илфат менән Илшат — Асҡарҙа, ҡыҙҙары Гөлфиә Яңы Уренгой ҡалаһында йәшәй.

«Шөкөр, балалар үҙ эшен табып, ғаилә ҡороп, матур йәшәйҙәр, ике ейән, бер ейәнсәребеҙ бар, — ти уҙаман. — Кинйәбеҙ Илшат спортты үҙ итеп, бәләкәйҙән бокс менән шөғөлләнде, бөгөн Асҡарҙа үҙе чемпиондар тәрбиәләй. Малайҙар йыш ҡайта, хәлебеҙҙе белешеп, ярҙамдан айырмай. Килендәрем Гөлгөнә менән Азалиянан да уңдыҡ, ҡәҙер-хөрмәт күрәбеҙ уларҙан».

Ш. Бараковтың ауыр шарттарҙа хәрби хеҙмәте бөгөн чернобылсыларға тиңләштерелгән. Оборона министры бойороғона ярашлы, Шәфҡәт Исхаҡ улына айырыуса хәүеф төбәгендә хеҙмәт итеүсе танытмаһы бирелгән. Был документтың мәнфәғәтен күреп, тағы оҙаҡ йылдар ғүмер итергә һаулыҡ ҡына булһын.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: