+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
3 Март 2020, 12:39

Ҡул эштәренә маһир инәй

Ошо көндәрҙә Ташбулат ауылында йәшәүсе Асия инәй Әхмәҙина 99 йәшен билдәләне.

Ошо көндәрҙә Ташбулат ауылында йәшәүсе Асия инәй Әхмәҙина 99 йәшен билдәләне.

Айыуһаҙы ауылында тыуып үҫкән Асия инәйгә бәхетле баласаҡ осоро кисерергә яҙмай. Етем ҡалған ҡыҙсыҡ ул осорҙа колхоз рәйесе булған олатаһының тәрбиәһендә була. «Ағайым менән апайым ҡарап үҫтереп, кеше итте», — ти инәй. Бар донъяға афәт килтереп, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Халыҡ күргән ыҙаны ул да кисерә, ниндәй эшкә ҡушһалар, шунда йөрөй.

Күҙе насар күргәнлектән фронтҡа алынмаған Күсем егете Ғабдулла Әхмәҙин менән 1942 йылда тормош ҡоралар. Шул осорҙа Айыуһаҙыла бригадир булып эшләп йөрөгән Ғабдулла апа ғаиләһе менән ошо ауылда төпләнә. Илебеҙ еңеү яулап, тыныс тормош килгәс тә, ул оҙаҡ йылдар бригадирлыҡ итә, келәт мөдире вазифаһында ла була.

Балалары бәләкәй булһа ла, Асия инәй ҙә өйҙә генә ултырмай: һатыусы, келәт мөдире, китапханасы булып эшләй.

Ул замандарҙа етәксе органдарҙа эшләгәндәрҙе йыш ҡына ауылдан-ауылға күсереп йөрөткәндәр бит. Ғабдулла апаны ла бер мәл Байым ауылына сельпо рәйесе итеп ебәрәләр.

Ике йылдан һуң ғаилә кире Айыуһаҙыға ҡайта. Асия инәй тағы ла һатыусылыҡ эшенә тотона, кистәрен китапханала эшләй. Йәштәрҙең мөхәббәт емеше булып, ете балаһы донъяға килә. Тик уларҙың икәүһе сабый сағында үлеп ҡала, тағы бер улы 20 йәшен тултырып, ҡаты ауырыуҙан вафат була.

Бергә иңгә-иң терәп йәшәгән мәлдәре лә ирле-ҡатынлы Әхмәҙиндарҙың ғүмерлек булмай. Ғаиләһен бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡайғыларға һалып, ни бары 44 йәшендә генә Ғабдулла апа ҡапыл баҡыйлыҡҡа күсә. Был мәлдә уларҙың оло ҡыҙы ғына кейәүгә сығып өлгөргән була. Ҡайғыға, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, Асия Ғайса ҡыҙы артабан йәшәүгә үҙендә көс таба. Балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, уларҙы эйәле-башлы итеп, оло тормош юлына оҙата.

Булғанына шөкөр итеп, ул-ҡыҙҙарының матур йәшәүҙәренә ҡыуанып, тыныс ғүмер кисергәндә, Ташбулатта төпләнгән өлкән ҡыҙының 43 йәшендә генә кейәүе үлеп ҡала. Был 1982 йыл була.

«Балаларға күҙ-ҡолаҡ, үҙемә иптәш булыр», тип Зөһрә апай әсәһен янына күсереп ала. Бына шул мәлдән бөгөн инде 40 йылға яҡын бергә йәшәй улар. Зөһрә апай менән бергәләп уның дүрт ҡыҙын кейәүгә биреп (өлкәндәре Фәһимә генә кейәүгә сыҡҡан була атаһы барҙа), гөрләтеп туйҙар яһағандар, бирнәләр әҙерләп, оҙатҡандар. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы һайлаған һөнәре буйынса тырышып эшләп йөрөүе өләсәй өсөн дә оло ҡыуаныс. Фәһимә — рентгенолог, Гөлсинә — ашнаҡсы, Мәйсәрә — зоотехник, Гөлшат — бухгалтер, Фәриҙә — уҡытыусы.

Әле Асия инәй янында Зөһрә апай менән бергә уның ҡыҙы Гөлшат, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетында белем алған ейәнсәре Илсиә йәшәйҙәр. Бына шулай бер өйҙә дүрт быуын вәкиле матур итеп ғүмер кисерә.

— Әсәйем йәш сағынан кешеләргә ҡулдан күлдәк текте. Бәйләүгә лә оҫта булды. Ике йыл тирәһе бәйләргә рөхсәт итмәйем. Ҡулына энә-йомғаҡ килеп эләкһә, әле лә бәйләргә керешеп китә ул, — ти Зөһрә апай.

Әйткәндәй, Зөһрә апай ҙа тегеү-бәйләүгә маһир: милли күлдәктәр тегә, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен эшләүгә лә оҫта. Өй эсен Зөһрә апайҙың күҙ нурҙарын түгеп, бар оҫталығын һалып бәйләгән әйберҙәре биҙәй.

Асия инәйҙең зиһене теүәл, таяҡҡа таянып булһа ла, үҙ аяғында йөрөүе ҡыуаныслы. Әллә ҡасан булған хәлдәрҙе лә кисәгеләй итеп һөйләй. Ул-ҡыҙҙарының кеше араһында кәм-хур булмай, матур итеп донъя ҡороуҙарына, балалар үҫтереп, үҙҙәре олатай-өләсәй булыуҙары өсөн сикһеҙ шат инәй. Әсә кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме һуң?!

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: