+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
13 Март 2020, 11:55

Пар һуҡмаҡтан — алтын туйға

Әбделмәмбәт мәҙәниәт усағында алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы уҙҙы.

Әбделмәмбәт мәҙәниәт усағында алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы хөрмәтләү тантанаһы уҙҙы.
Йәшәйештәре менән күп замандаштарыбыҙға үрнәк булырлыҡ Хәлил ауыл биләмәһенең юбиляр парҙарын ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре С. Ғәбитова, Р. Дәүләтова, ветерандар советы рәйесе Ә. Хәмзин, Киров исемендәге колхоздың элекке профком рәйесе Р. Дәүләтов һәм сараға килгән балалары, туғандары, ауылдаштары тәбрикләне. Сәхнә түрендә тормош юлынан ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп уҙған, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисереп, бер-береһенә ҡарата тоғролоҡ, саф хистәр һаҡлаған һоҡланғыс парҙар — Әбделмәмбәттән Рәшиҙә һәм Арслан Өмөтҡужиндар, Ишбулдынан Зәйтүнә һәм Ғәйфулла Ғүмәровтар, Мәхмүттән Фәниә һәм Дамир Таһировтар, Илүзә һәм Булат Шаһивәлиевтар урын алды.
Арслан Өмөтҡужин үҙенә ғүмерлек юлдаш итеп Тәпән ауылы уңғаны, төҫкә һылыу Рәшиҙәне һайлаған, Белорет педагогия училищеһынан һуң йүнәлтмә буйынса ауылдарында эш башлаған йәш ҡыҙҙы ҡулдан ысҡындырмаған. Һуңыраҡ Рәшиҙә Ғиниәт ҡыҙы ситтән тороп Магнитогорск пединститутының физика-математика факультетын тамамлай. Әбделмәмбәт мәктәбендә 37 йыл хеҙмәт итә, ал-ял белмәй, бөтә көсөн балаларҙы ғи-лем иленә әйҙәүгә һала. Уның тынғыһыҙ хеҙмәте РФ-ның мәғариф алдынғыһы исеме менән баһалана. Арслан Шәйәхмәт улы Таштимер һөнәрселек училищеһында механизатор һөнәрен үҙләштергән, колхозда тракторсы, чабан була, һуңғы йыл-дарҙа район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Татыу ғаиләлә өс бала донъяға килгән. Өмөтҡужиндар уларҙы уҡытып, һөнәрле итеп, оло тормош юлына сығарған. Хәҙер улар үҙ донъяларын ҡорған, үҙҙәре атай-әсәй. Алтын парҙы һөйөндөрөп, алты ейән-ейәнсәр үҫә.
Икеһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Зәйтүнә һәм Ғәйфулла Ғүмәровтар биш балаға — дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирә. Тыуған төйәккә тоғролоҡ ҡанында булған Ғәйфулла Муллағәле улы ата-бабаларының аҫабалыҡ рухына хыянат итмәй. Уның бөтә ғүмере тыуған ауылы менән бәйле. Хеҙмәт кенәгәһендә бары тик бер генә яҙыу — йәш сағынан хаҡлы ялғаса колхозда шофер булып эшләгән. Зәйтүнә Ситдыҡ ҡыҙы сығышы менән Мәхмүттән. Бала бағыуҙан тыш, колхоздың төрлө эштәрендә йөрөргә өлгөрә уңған килен. Бөгөн дә ҡул ҡаушырып өйҙә тик ултырмай Ғүмәровтар. Ғәйфулла апа дин юлында.
Фәниә һәм Дамир Таһировтар бер ауылда тыуып, бер-береһен кесе йәштән белеп үҫкән. Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы урта мәктәпте тамамлап, бер йыл колхозда эшләгәс, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. Ул 36 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға арнай. Мәғариф алдынғыһы билдәһе, маҡтау ҡағыҙҙары хеҙмәт ветеранының талапсан, тырыш остаз булыуы хаҡында һөйләй. Дамир Хәкимйән улы бөтә көс-дәртен Киров исемендәге колхоздың үҫешенә һала. 25 йыл Мәхмүт бригадаһында бригадир булып, ауылдаштарының мәнфәғәтендә күп эштәр башҡара. Мәсет, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы төҙөтә, колхозсыларҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртып, яңы бригада йорто, мал аҙбарҙары, гараждар һалдыра. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте йәшендәй йәшнәп торған сағында «Социалистик хеҙмәт ярышы еңеүсеһе», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәләре менән дәртләндерелһә, 1998 йылда тәжрибәле етәксе БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән билдәләнә. Тормош йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан Таһировтар сынъяһау донъя ҡорған, татыу ғаиләлә биш бала үҫеп, ата-әсәһе өлгөһөндә үҙ аллы тормошҡа матур башланғыс алған.
Кисәнең киләһе геройҙары Илүзә һәм Булат Шаһивәлиевтар ҙа төшөп ҡалған ғаиләнән түгел. Киске уйында бер күреүҙән ғашиҡ булған тормош юлдашына тәүге хистәре һаман да һүрелмәгән Булат апаның. Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын 1964 йылда колхозда башлай. 1968 йылда Бәләбәй һөнәрселек училищеһында киномеханикка уҡып ҡайтҡандан һуң, заманына күрә ауылда иң ихтирамлы һөнәр эйәһе була. 38 йыл ғүмерен кино күрһәтеүгә, ауыл эшсәндәренең ял ваҡытын ойоштороуға йүнәлткән киномеханик БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән билдәләнә. Хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, йәштәрсә дәрт менән ауылдаштарының киләсәген ҡайғыртып йәшәй, ауыл биләмәһендә үткән бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Булат Ишбулды улы хөрмәтле имам, хажи ҙа. Тәпән һылыуы Илүзә Вара ҡыҙы Мәхмүт ауылына килен булып төшкәс, шулай уҡ колхоз эшенән ҡалмай. Клубта йыйыштырыусы булып пенсияға китә. Эшсән, татыу ғаиләлә дүрт бала үҫеп, эйәле-башлы булғандар. Шаһивәлиевтар бөгөн дә йәштәрсә дәрт менән гөрләтеп донъя көтәләр. Кәртә-ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар.
Юбиляр парҙарҙың үҙҙәренә лә һүҙ бирелде. Йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, күңел түрендә һаҡланған йәшлек хәтирәләре барланды. Кисәне әҙерләп алып барыусы Хәлил мәҙәни-ял үҙәге директоры Мөслимә Моталова һәр парға айырым һорауҙар бирҙе. Ҡәҙерлеләрен балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡотлауы, рәхмәт әйтеүе байрамға тулҡынландырғыс төҫ өҫтәне. Сараны музыкаль яҡтан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр таланттар — йырсылар Таңатар Шәмсетдинов, Мөнир Нарынбаев, Данил Ғәлиуллин, бейеүсе Нәйлә Дәүләтова, «Йәнбикә», «Илгәҙәктәр» ансамблдәре сығыштары йәмләне.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: