+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
31 Март 2020, 16:28

Әсәйебеҙ — тыл ветераны

Ҡандарын ҡойған ҡаһармандарҙы иҫкә алғанда «Еңеү өсөн!» тип үҙҙәрен йәлләмәй, бер ниндәй хаҡ һорамай, һаулыҡтарын ҡаҡшатҡан тыл хеҙмәтсәндәрен хәтергә алмау яҙыҡ булыр.

1941 – 1945 йылдар бар ғаләмде тетрәндереп, миллионлаған ҡорбан талап иткән һуғышта ҡатнашыусыларҙы, илебеҙҙе яҡлап үлемесле яуға күтәрелгән, уның өсөн башын һалған, ҡандарын ҡойған ҡаһармандарҙы иҫкә алғанда «Еңеү өсөн!» тип үҙҙәрен йәлләмәй, бер ниндәй хаҡ һорамай, һаулыҡтарын ҡаҡшатҡан тыл хеҙмәтсәндәрен хәтергә алмау яҙыҡ булыр.

Шуларҙың береһе — Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылында тыуып үҫеп, биш малай араһында йөҙөк ҡашылай яңғыҙ тәрбиәләнеп, һуңынан үҙе ете балаға ғүмер биргән, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә өләсәй, аңлы ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, әлеге көндә Ҡырҙас ауылында йәшәгән әсәйебеҙ Миңдинур Мәғәсөм ҡыҙы Хәйбуллина.

Әсәйем йәшләй генә үкһеҙ етем ҡала. Шуғалыр ҙа, йәшәүгә йәбешеп ятыу, башҡаларҙан ҡалышмайса донъя көтөүгә ынтылыш, ауырлыҡтарға бирешмәүсәнлек, фани ғүмерҙең, туғандарҙың, яҡындарҙың ҡәҙерен белеү унда көслөлөр.

70 йәшлек олатайыбыҙ менән тома һуҡыр улы Ғәбделбарый апабыҙҙы март башының буранлы көндәрендә Ҡыҙыл Мәсеткә (хәҙерге Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылы) үҙ аттары менән сәсеүгә орлоҡ алырға ебәрәләр. Ауыр тоҡтарҙы саналарға тейәп ҡайтыуға юлға ҡар һылашып ята. Түбә ҡасабаһына етә биргәс, олатайҙың быуаҙ бейәһе арып, шып туҡтай. Апабыҙ, күҙҙәре күрмәһә лә, ярҙам артынан юллана, ә атай кеше, йөктө һаҡлап ҡала. Сөнки «бер ылау орлоҡ игене юғалһа, уларҙың баштарынан һыйпамаҫтар ине» — был олатайыбыҙҙың һүҙҙәре. Төн һалҡын, өҫтәүенә әсе ел күтәрелә, аҡман-тоҡман ҡоторона. Оло кешегә күп кәрәкме, ярҙам килеп еткәнсе, ул ныҡ өшөп, үпкәһенә һалҡын тейҙерә. Көс-хәл менән ҡайтып етеп, түшәккә йығыла һәм шул ятыуҙан башҡаса мандый алмай, донъя ҡуя.

Бала сағында әсәйебеҙ ат өсөн йәнен бирергә әҙер булған, һыбай шәп йөрөгән. Ошо һәләтен күреп, уны хужалар көлтә һуғырға сығарған. Көлтә һуғыу тигәне, йәйеп һалынған ашлыҡты аттар ярҙамында тапатыуҙан ғибәрәт була. Шулай итеп, 8-9 йәшенән әсәйебеҙ ил именлеге, еңеү өсөн үҙ өлөшөн индерә.

Бөгөн әсәйебеҙгә 88 йәш, иншалла. Һаулығы һынатмай, хәтере шәп. «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәрен алдырып, күҙлекһеҙ уҡый, мәсеткә йөрөй.

Өс ағаһы — Зөлҡәрнәй, Зөлфәр, Әхтәм Бөйөк Ватан, фин һуғышында ҡатнаша һәм уларға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Берҙән-бер ҡустыһы, районда билдәле тарих уҡытыусыһы Әҡсән Мәғәсөм улы Хәйбуллин Хәлил ауылында йәшәне.

— Шул ат тип, бәләкәй ваҡытта үлә яҙҙым, — тип һөйләй әсәйем. — Бейәне һуғарырға Һаҡмар мәкеһенә һәр саҡ һыбай бара инем. Бер барғанда аттың алғы тояҡтары тайып китеп, мин баштүбән мәкегә остом. Ул мәлдә Һаҡмар һыуы көслө була торғайны, ағымы шәп ине. Боҙ аҫтына инеп китеүе бер ни тормай. Бәхетемә күрә, эргәлә мәке уйыусы ағай булды. Ул мине әжәл тырнағынан ҡотҡарып ҡалды.

Шуныһы ғәжәп, әсәйемдең бүләсәре лә ат ярата. Асҡар гимназияһының алтынсы класында уҡыған Ләйләбеҙ «Юрға» ат-спорт мәктәбендә шөғөлләнә.

— Ейәнсәрең ҡайһы бер малайҙарға ҡарағанда сосораҡ, ҡыйыу. Аттан ҡурҡып тормай, ҡайһыһын булһа ла тота ла менә, — ти уның хаҡында «Юрға» директоры Басир Дәүләтшин. Шунан әйтеп ҡара, ҡандан күсмәй тип.

43 йәшендә тол ҡалып, беҙҙе ҡурсып, һөйөп үҫтергән әсәйебеҙ бөгөн дә донъябыҙ тотҡаһы, уның менән йәшәйешебеҙ ҡотло.

Иҙрис НОҒОМАНОВ.

Ҡырҙас ауылы.


Читайте нас: