-6 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оло быуын
6 Апрель 2020, 16:57

Хеҙмәттә үткән ғүмерҙәр

Кисәнең төп геройҙары — матур тормош юлы үткән, бөтә ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышлаған, тәрбиәле балалар үҫтергән абруйлы хеҙмәт ветерандары.

Һәйетҡол ауылында ағинәйҙәр ҡоро ағзалары, ветеран апа-инәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, клуб мөдире менән берлектә ололарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү йәһәтенән ойошторолған саралар, шул иҫәптән юбилей кисәләре, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрелә.

Сираттағы кисәнең төп геройҙары — матур тормош юлы үткән, бөтә ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышлаған, тәрбиәле балалар үҫтергән абруйлы хеҙмәт ветерандары — ғүмерҙең 90 йәшлек бейеклеген яулаған Мөждәбә Фәттәхов, 80 йәштәрен билдәләгән Сәмсинур Ҡасимова һәм Вәсилә Садиҡова.

Мөждәбә Басир улы Ҡаҙмаш ауылында тыуа. Репрессиянан ҡасып, әсәһенең тыуған ауылы Һәйетҡолға күсенеүен яҙа-йоҙа ғына хәтерләй ул. Хәлфә Мөхәмәт Садиҡовтан башланғыс белем алғас, Буранғолда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Темәс педучилищеһына уҡырға бара, ләкин аслыҡ, юҡсыллыҡ заман үҙенекен итә, ярты йылдан һуң уҡыуын ташлап ҡайтырға мәжбүр була. Иҫәп-хисапҡа шәп Мөждәбә Фәттәхов Буранғолда һатыусы булып эш башлай. Һуғыш осоронда, һуғыштан һуң үгеҙ егеп тә, ат менән дә Дәүләттә ҡуна ятып ер һөрә, иген сәсә. Ғүмеренең төрлө йылдарында хисапсы, мал ҡараусы, ветеринар булып эшләй. Ташбулат балалар йортонда бухгалтер сағында шунда тәрбиәсе булып эшләгән Шәүрә Мотаһар ҡыҙы менән танышып, ҡауышалар. Алтмыш ете йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу, өлгөлө ғүмер иткән ғаиләлә Шәүрә Мотаһар ҡыҙы (хәҙер мәрхүмә), 12 балаға ғүмер биреп, уларҙы кеше иткән Герой-әсә, яратҡан өләсәй булды.

33 ейән-ейәнсәргә, 35 бүлә-бүләсәргә олатай, тыл һәм хеҙмәт ветераны Мөждәбә Басир улының зиһене теүәл, аҙымдары ышаныслы. Тормош ығы-зығыларына бирешмәй, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ҡартлыҡ көндәрен кисергән ил уҙаманын шиғри юлдар аша ҡотлап, бәрәкәтле ғүмер теләйем.

Туҡһан йәшкә етеү — оло бәхет,

Күңелегеҙ һис тә ҡартаймай.

Атай тип өҙөлә балаларың,

Ярҙамынан бер ҙә ташламай.

Һеҙҙең ғүмер — үҙе бит үк тарих,

Ил тарихы менән тоташҡан.

«Кулак» мөһөрө һалыу ҡурҡынысы

Ғаиләгеҙҙе бит зар илатҡан.

Уҡытыусылыҡҡа уҡыу теләгеңә

Ҡамасау булды аслыҡ, юҡсыллыҡ.

Арыҡ үгеҙ егеп, һуҡа тартып,

Арыш өйрәһенә лә туҡ булдың.

Колхоз һалған задание ҡаты,

Үтәмәйсә ҡайҙа бараһың.

Ағас тартып, атта күп ураның

Әүжән менән Ҡағы араһын.

Һатыусы ла булдың, хисапсы ла,

«Мал докторы» йәнә колхозда.

Донъя йөгөн тартып, бала бағып

Шәүрә ҡәйнә торҙо бит тылда.

Хеҙмәтеңә күрә — оло хөрмәт

Насип булды һиңә күрергә.

Балаларың ҡәҙер-хөрмәтендә,

Йәшә әле, йәшә гел бергә.

Бала саҡтарын һуғыш урлаған, тамаҡтары ашҡа туймаған, өҫтәре йүнле кейем күрмәй үҫкән оло быуын вәкилдәре ул Сәмсинур Ҡасимова һәм Вәсилә Садиҡова апайҙар. Шуға ла улар бөгөнгө етеш тормошҡа шөкөр итә.

Сәмсинур Басир ҡыҙы дүрт балалы ғаиләнән, тик ике ағаһы бәләкәй сағында уҡ вафат була. Атаһын Ырғайҙылағы алтын йыуған еренән һуғышҡа алып китәләр, шул китеүҙән ҡайтмай. Әсәһе, ил күргәнде күреп, балаларын астан үлтермәҫ өсөн Ырғайҙынан Рысҡужаға күсенә һәм колхоз һыйырҙарын көтә. Ғаилә кеше өйөндә йәшәй. Төп ризыҡ серек картуф, һарына ла әттек була. Үҫә төшкәс, Сәмсинур апай ағаһы менән ауылдың һарыҡтарын көтә. 1956 йылда, әсәһе ныҡ ауырығас, уның тыуған ауылы Ишкилдегә ҡайталар һәм Сәмсинур Басир ҡыҙы мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә төшә. Һәйетҡол егете Нурғәли Ҡасимовҡа тормошҡа сыҡҡас, Һәйетҡол мәктәбендә эшләүен дауам итә. Ул ваҡыттарҙа эш ауыр: ҡул бысҡыһы менән утынды бысырға, ярырға кәрәк. Алыҫ Ҡыҙылдан көйәнтәләп һыу ташый. Ләкин егәрле ҡатын донъяһын көтөргә лә, береһенән-береһе бәләкәй балаларын бағырға ла өлгөрә. Уҡыу йылы тамамланыу менән аҡбалсыҡ менән һыланған класс бүлмәләрен, таҡтанан эшләнгән соланды ағартып, иҙән, тәҙрә, парталарын буяп, мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләп тә ҡуя.

33 йыл эш дәүерендә бик күп уҡытыусылар менән бергә эшләргә тура килә уға. Сәмсинур апай һәр кемгә ярҙамсыл, изгелекле булды. Фәһемле кәңәштәрен биреп, кәрәк саҡта аш-һыуы менән уртаҡлашҡан ағинәй оло хөрмәткә лайыҡ. Тормош иптәше ауырып вафат булғанда өлкән ҡыҙына — 14, кесеһенә 3 йәш кенә булып ҡала. Сәмсинур апай ҡайғыһын эш менән баҫа. Балаларын да үҙе кеүек эш һөйөүсән, тәрбиәле итеп үҫтереүгә бар көсөн һала.

Бөгөн ул-ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән тырышып донъя көтә, үҙҙәре олатай-өләсәй. Кесе улы менән йәшәгән инәй им-томға әүәҫ, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Сәмсинур Ҡасимованың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Хеҙмәт ветераны бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

Сәмсинур апай хаҡында

Иң-иң изге һүҙҙәрем.

Күңел түрҙәренән сыҡҡан

Уға мең рәхмәттәрем.

Бәләкәйҙән әсе яҙмыш

Һинең башыңдан үтә.

Ҡайтмаған атайың яуҙан,

Әсәйҙән ҡалдың иртә.

Етемлектә, ауырлыҡта

Үткән бала саҡтарың.

Тамаҡ хаҡына ялланып

Көтөү көткән саҡтарың.

Нурғәли Ҡасимов менән

Матур ғаилә ҡорғас,

Тырышлығың, уңғанлығың

Булды бит һәр саҡ юлдаш.

Ә яҙмыш ҡай саҡ аяуһыҙ,

Һин һәр саҡ сабыр иттең.

Ете балаңды яңғыҙың

Үҫтереп кеше иттең.

Изгелегең, йомшаҡ һүҙең,

Хоҙай рәхмәте яуһын.

80 йәшең ҡотло булһын

Оҙайлы ғүмер яҙһын!

Вәсилә Садиҡова 1940 йылда Үтәгән ауылында тыуа. 1957 йылда Һәйетҡолға динле ғаиләгә килен булып төшкәс, эшләмәгән эше ҡалмай. Үҙенең сослоғо менән 1972 йылда клуб мөдире булып китә, ошо вазифала 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Эшләгән осоронда халыҡ араһында ҡайнап, шиғырҙар яҙа, таҡмаҡтар сығара. Ана шул саҡтарҙан башлана ла инде халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булған Вәсилә апайҙың ижад юлы.

Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы И. Мырҙаҡаев исемендәге район премияһы лауреаты, «Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем» исемле китап авторы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең тик сәсәниәләргә тәғәйенләнгән дәүләт бүләге — көмөш билдәгә Башҡортостанда тәүгеләрҙән лайыҡ булыуы уның ижадына ҙур баһа. Хөрмәтле ағинәй үҙенең ғүмерен тулыһынса халыҡҡа хеҙмәт итеүгә, милләтен һәм телен һаҡлауға һәм яҡлауға арнаны. Тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта йәштәрсә дәртле Вәсилә апай «Урал батыр» бәйгеһе, Салауат йыйындары, Аҡмулла көндәре, «Ашҡаҙар таңдары», «Аҡ кейеҙгә баҫһам...» республика фольклор байрамдары, һабантуйҙарҙың уртаһында ҡайнаусы шәхес. Һикһәнендә лә йәшәү дәрте һүнмәгән, тормошто яратҡан Вәсилә апайға һоҡланып ошо шиғырҙы яҙҙым.

80 йәшлек юбилейың менән

Килдек әле тәбрик итергә.

Нәҫелеңдә булған йөҙйәшәрҙәр,

Насип булһын йөҙгә етергә.

Һүнмәгән бит һеҙҙә йәшәү дәрте,

Йәшен кеүек йәшнәп йәшәйһең.

Һәр сараның уртаһында ҡайнап,

Ауылым тип, янып йөрөйһөң.

Һәр кемгә лә асыҡ өй ишегең,

Күңелең дә асыҡ һәр кемгә.

Өҫтәлеңдә һәр саҡ ризығың мул

Хәл белергә ингән кешегә.

Оло, кесеһенә изге теләк,

Өгөт-нәсихәтең урынлы.

Кешеләргә булған изгелегең

Мең сауаптар булып ҡайтһасы.

Именлектә, беҙҙең менән бергә,

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Барыһы өсөн һеҙгә оло рәхмәт,

Күтәренке булһын күңелең.

Үҙ заманында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙының етәксеһе, остазы, яҡын кәңәшсеһе, Буранғолдан хеҙмәт ветераны Мәүҙиға апай Ғәбитова «Ҡарға бутҡаһы», «Ҡаҙ өмәһе» кеүек милли байрамдарҙы тәүбашлап Һәйетҡол ауылында үткәреүҙәрен, һуңынан биләмәнең башҡа ауылдарында ойоштороуҙарын бәйән итеп, шул саҡта уҡ Вәсилә апайҙың халыҡты ойоштороуға һәләтле, ә Һәйетҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының ихлас, дәртле, әүҙем булыуын билдәләне.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева юбилярҙарға тәбрик һүҙҙәрен, күңелдәрендә йөрөткән йылы хистәрен еткерҙе. Линиза Камил ҡыҙы Вәсилә апайға «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалын тапшырҙы.

Буранғол мәктәбе директоры Ринат Әкрәм улы Сәмсинур апайҙың мәктәптә намыҫлы эшләүен билдәләне. Ауыл Советы депутаты Фуат Мәхмәүтов юбилярҙарға урындағы биләмә башлығы Рамаҙан Әнүәр улының ҡотлау сәләмен еткереп, Мөждәбә Фәттәховҡа ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын уҡып ишеттерҙе. Ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Хәҙисә Хилалова, инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Рәсилә Вәлиева, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлнәфис Мөлөкова, Ишкилде ауылының ағинәйҙәр ҡорон етәкләгән Мөслимә Мәсәлимоваларҙың тәбрикләүе кисәнең тулҡынландырғыс мәле булды.

Юбилярҙарҙың ул-ҡыҙҙары ата-әсәләренә күңел түрҙәренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, бала саҡ хәтирәләрен яңыртты. Буранғолдан «Йәнгүзәл», Һәйетҡолдан «Гөлнәзирә» фольклор ансамблдәренең, уҡыусыларҙың сығыштары кисәне биҙәне. Ғадинан Усманов, Миләүшә Сәлимова, Гөлназ Мәғәфүроваларҙың моңло йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Ҡунаҡтарҙы тәмле бишбармаҡ менән һыйлаған ауылдың уңғандары Гөлнара Хәкимова, Зөбәйлә Бикбулатова, Гөлфирә Ишбулатова, Гүзәл Камалова, Фатима Фәттәховалар ҙа оло быуын вәкилдәренең рәхмәтен ишетеп ҡыуанды.

Шәһиҙә ҒӘБИТОВА.

Һәйетҡол ауылы.
Читайте нас: