Әйткәндәй, телефонға кәрәкле хеҙмәттәр һандары алдан яҙылған була. Был оло йәштәгеләргә кәрәкле төймәгә баҫып, социаль хеҙмәттәр, дауахана, ирекмәндәр менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге бирә. Телефондар 22-һенән 24 июнгә тиклем таратыла. Уларҙы ветерандарға тапшырыу менән ирекмәндәр, социаль хеҙмәткәрҙәр йәки депутаттар шөғөлләнәсәк.